Ғүмер бүләк ит! Донъяла яҡшылыҡтан да бөйөгөрәк, юғарыраҡ нәмә юҡ. Кеше изгелек ҡылып ҡына йәшәргә тейештер. Ҡайһы саҡта иңдәреңә төшкән ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы үткәндә лә һәр саҡ кемдеңдер ярҙамына мохтажһың. Күптән түгел Халыҡ-ара яман шеш менән сирле балалар көнө уңайынан тәүгә “Ғүмер тамсыһы бүләк ит” акцияһы уҙҙы. Уға республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр буйынса совет булышлыҡ итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 224 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет ҡошо ҡунды иңенә – Анто-о-он! Бабиков! – Стадионда ла, телевизор алдында ла көйәрмәндәр бер юлы ҡысҡырып ебәрҙе. Әле генә биатлонсы яҡташыбыҙ Австрияның Хохфильцен ҡалаһындағы донъя чемпионатында ирҙәр командалары араһындағы эстафетала Рәсәй егеттәрен тәүге урынға сығарҙы. Йәғни үҙенең өсөнсө этабында атыу һыҙығынан беренсе булып ҡуҙғалып китте...
Ком: 0 // Уҡынылар: 248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫкә төштө бала саҡ Венер Исхаҡовтың “Икмәк ниңә тәмһеҙ?” тигән мәҡәләһен уҡығас, үҫмер саҡтағы ваҡиғалар иҫкә төштө. Ҡәһәрле һуғыштан һуң, 1950 йылдар башында, игенселәрҙе дәртләндереп, тәүге уңыштан бер хеҙмәт көнө иҫәбенә 50-шәр грамм иген бүлерҙәр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 176 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәшерен сер юҡ:  тос фәнни хеҙмәт яҙырға ине” Ғилемде мәңге шиңмәй торған диңгеҙ менән сағыштыра күптәр. Белем эстәү – энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу, тиҙәр. Быларҙың барыһы ла даими камиллашыу, туҡтауһыҙ уҡыу тигәнде аңлата. Иң мөһиме, уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Белем – бәхет асҡысы, фән йәүһәрҙәре кешене матурлыҡҡа, уңышҡа илтә. Фәндең тормошондағы роле хаҡында һөйләүен үтенеп, Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Илшат ЯНБАЕВҡа мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 207 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сауҙа үҙәктәре күп кәрәкме? Өфө Рәсәйҙең халҡы бер миллиондан артҡан ҡалалары араһында сауҙа үҙәктәре менән иң күп тәьмин ителгән тәүге биш мегаполис иҫәбенә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 261 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урау булһа ла, юл яҡшы Нисек кенә зарланһаҡ та, юлдар беҙҙә яҡшыра бара. Ә уларҙың сифатынан барыбер ҡәнәғәт булмау, күрәһең, Европаның һалҡын ҡыш менән эҫе йәй алмашынып тороуынан интекмәгән алдынғы илдәренә тиңләшергә теләүҙән килеп сығалыр. Эйе, хәл шәп тип булмай әлегә, ләкин элек нисек булғанын да онотмайыҡ. Етешһеҙлектәр төҙәтелерме, иҡтисади көрсөк шарттарында заманса юл һалыуҙы дауам итә алырҙармы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 267 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижади ҡаһарманлыҡ Үҙенең рухи-мәҙәни мираҫын һаҡлаған, өйрәнгән, артабан үҫтергән халыҡ ҡына киң ҡарашлы, юғары аҡылға эйә була ала, киләсәккә ышаныс менән баға, үҙ яҙмышы өсөн дә тыныс. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлау, мәҙәниәтен үҫтереү – алдыбыҙҙа торған төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Был мөҡәддәс эште милләтебеҙҙең аҫыл заттары бойомға ашыра. Ошо өлкәлә арыу-талыу белмәй, тынғыһыҙ, илһамлы хеҙмәт иткән Ғиндулла Шәйәхмәтовтың эшмәкәрлеге һәммәбеҙгә лә үрнәк булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 172 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эсһәң буҙа – эшең уҙа! Мәүлиҙә менән Рәйес Йәғәфәровтарҙың йорттары өй йылыһынан, хужаларҙың уңғанлығынан йылмайып тора. Бөтә ерҙә бөхтәлек, тәртип. Зауыҡ менән йыйыштырылған бүлмәләр күңелде күтәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 510 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзитенең 1-се һанында (2017 йыл, 3 ғинуар) сыҡҡан “Кәңәшле эш тарҡалмай” тигән мәҡәлә күп һорауҙар тыуҙырыу сәбәпле, аңлатма индереү урынлы булыр тип иҫәпләйем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 196 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өҫтәлемдә яңы китап ята… Бәлки, уны ауыҙ тултырып шулай әйтергә лә ярамайҙыр, сөнки ул ҡулъяҙма хәлендә. Аныҡ исеме лә юҡ әлегә, ләкин мин һис икеләнеүһеҙ ҡысҡырып әйтә алам: китап бар!
Тиҫтәнән ашыу китап авторы булараҡ танылған Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның сатира һәм юмор алымы менән яҙылған тәүге китабы был. “Һәнәк” журналында ун йыл дауамында баҫылып сыҡҡан утыҙлап хикәйә, фельетон, юмореска тупланған унда. Әҫәрҙәрендә йәмғиәттең, кешеләр тормошоноң кире һәм ҡараңғы яҡтары – ғәҙелһеҙлек, ике йөҙлөлөк, ҡомһоҙлоҡ, тәкәбберлек, мин-минлек, урлашыу һәм алдашыу һымаҡ тиҫкәре сифаттар тәнҡит утына тотола. Автор замана кәмселектәрен, “Һәнәк”сә әйткәндә, ҡыйыу рәүештә “элеп алып, һелкеп һала”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 276 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 36 Алға
Бит башына