Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының былтырғы эш һөҙөмтәләре һәм быйылға билдәләнгән бурыстары тураһында уның етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева хәбәр итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 124 тапҡыр // Тотош уҡырға
2008 йылдың 10 июнендәге “Мәжбүри һаҡ аҫтында тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарының тәьмин ителеүенә йәмәғәт контроле һәм ошондай урындарҙағы кешеләргә булышлыҡ итеү тураһында”ғы 76-сы Федераль законға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы 17 кешенән торған хоҡуҡи составта ойошторолдо (Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы советының 2016 йылдың 20 октябрендәге 53-сө ҡарары).
Ком: 0 // Уҡынылар: 102 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ышаныс күрһәтелде Республика Башлығы бойороғо менән Илгиз Ҡыҙырғолов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры итеп тәғәйенләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 87 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етем хаҡы – Тәңре хаҡы Етем илаһа – ер-һыу илар, тиҙәр. Яҡлаусыһыҙ балаға кем ярҙам итер? Әлбиттә, дәүләт. Иң ҙур бурыс иһә – уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү. Был өлкәлә хәлдәр нисек тора? Ниндәй етешһеҙлектәр бар?
Ком: 0 // Уҡынылар: 185 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һалдат ҡайтты Бөйөк Ватан һуғышында Ишәй ауылынан 325 ир-егет ҡатнаша. Уларҙың 163-ө һәләк була, 12-һе хәбәрһеҙ юғала. Яу яланында ятып ҡалғандар араһында Хәбулла Тимербулатов та бар. 170-се уҡсылар дивизияһы һалдаты Псков ҡалаһы янында ҡулында мылтығын тотҡан көйө батырҙарса йән бирә. Был хаҡта Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Һәйкәл” (“Обелиск” ) эҙләү отряды командиры Рәфил Заһретдинов белдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 144 тапҡыр // Тотош уҡырға
Борай районының Яңы Ҡарғалы ауылында тыуып үҫеп, әле Өфөлә тормош көтөүсе Венера Ибраһим ҡыҙы Фәйзуллинаны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Кешене бәхет тыуҙырмай, бәхетте кеше үҙе булдыра. Һин үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, иреңә, улыңа, туғандарыңа өлөш сығарҙың. Йәмәғәт эштәрендә ҡайнап, күп кешегә изгелектәр ҡылдың, ярҙам ҡулы һуҙҙың. Яҡты сырайың, йылы һүҙҙәрең өсөн рәхмәт һиңә!
Ком: 0 // Уҡынылар: 153 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ватан өсөн йәшәр уландар

– Арыҫланды һин атланып ҡара,
Эйәләтеп ҡара ҡулыңа!..
Башҡорт егетенең айбарлығын
Тәфсир итәм кескәй улыма.
Ком: 0 // Уҡынылар: 176 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ирҙең көсө – ил менән Хеҙмәт бурысы төрлө яҙмышлы, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тормошло кешеләр менән әленән-әле осраштырып тора. Уларҙың ҡылған эштәре, үткән ғүмере һабаҡ бирерлек, кемдекелер тетрәндерерлек, һоҡланырлыҡ. Был шәхес менән алып барған һөйләшеү иһә кешенең үҙе һәм яҡындары алдындағы яуаплылыҡ хаҡында ғына түгел, милләт, ил кимәлендәге тыныслыҡ мәсьәләләренә барып тоташа. Тик шуныһы, билдәле сәбәптәр арҡаһында, барлыҡ кәрттәрҙе лә асып һалып булмай. Ғүмерен именлек хеҙмәтенә арнаған офицер Рәфис АБДУЛЛИН менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 150 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөхәббәтһеҙ кеше шиғыр яҙа алмай Дәүләкән районы мәҙәниәт йорто Мәкәш филиалының байрамса биҙәлгән, яҡты, мөһабәт рухиәт усағында йыраҡ юлдан килгән ҡунаҡтарҙы “Мәкәш биҙәктәре” башҡорт фольклор ансамбле милли ризыҡ бауырһаҡ, йыр менән ҡаршыланы. Был көндә данлыҡлы Мәкәш ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һәм Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина менән осрашыу булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 139 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙ Ватан ҡушҡанды үтәнек” Марс Рафиҡов 1968 йылда Бәләкәй Үтәш ауылында тыуған. Үзбәк урта мәктәбен тамамлағас, биш ай Өфөлә автомәктәптә уҡый. Киләһе йылына көҙгә 18 йәшлек егет Совет Армияһы сафына алына. Алты ай Төркмәнстанда учебкала булғандан һуң, разведрота составында Афғанстан еренә аяҡ баҫа
Ком: 0 // Уҡынылар: 134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 36 Алға
Бит башына