Тормошобоҙ мәғәнәһе, тотҡаһы һин, гүзәл зат! Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда төбәктең ижтимағи-сәйәси тормошонда әһәмиәтле эшмәкәрлек алып барған алдынғы гүзәл зат вәкилдәре менән осрашыу ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 264 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ярһып сапты толпарҙар... Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Исмәғил Ғәбитов нигеҙ һалып, хәҙер инде традицияға әйләнгән санаға егелгән аттар ярышы быйыл Бөрйәндә 48-се тапҡыр ойошторолдо. Ярышҡа тамаша ҡылырға халыҡ дәррәү килде. Йылҡысылыҡты үҫтереү итен, ҡымыҙын етештереүҙе генә аңлатмай шул. Бына ошондай бәйгеләр аша ла башҡорт атының даны тарала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 207 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡыҙҙар, хушығыҙ, Ватаным өсөн үләм!”Ошо һүҙҙәрҙе әйтеп өлгөргән Зәйтүнә Әлбаева. Фашистарға ҡаршы һуғышта артҡа сигенмәгән ул. Яҡшылыҡ ерҙә ятмаған кеүек, батырлыҡ та ерҙә күмелеп ҡалмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 120 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сиселмәгән сер Иртәнге мәшәҡәттәрҙе ослап, ул-был итеүгә, күрше инәй инеп, өләсәйемә шундай хәбәр һалды:
– Еңгә, күршеңдең хәлен ауылдан һора тигәндәй, уң яҡ күршең Нәфисә киленде әйтәм, үҙе тураһында төрлө хәбәр йөрөй ҙәбаһа. Әллә ысын, әллә буш, тип һиңә индем әле. Моғайын, уның хәлен һиҙәһеңдер. Әллә ауырлы инде? Кеше лә шулайыраҡ һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 130 тапҡыр // Тотош уҡырға
Романға торошло яҙмыш Уны эҙләп районыбыҙҙың Ҡорама ауылына барырға тура килде. Осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр ваҡытында миңә: “Һин эҙләгән яугир тураһында Зәкиә Шәйхәйҙәр ҡыҙы Камалова яҡшы белә, ул Афғанстанда ла, Италияла ла булып ҡайтҡан, етмәһә, ошо ғаилә тураһында шиғыр яҙҙы, Еңеү көнөндә уҡыны. Әле ул Учалы ҡалаһында йәшәй”, – тинеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 128 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күн үҙебеҙгә лә кәрәк Ошо йылдың 1 февраленән 17 авгусына ҡәҙәр һыйыр малы тиреһенән етештерелгән күнде Рәсәй хөкүмәте яңынан сит илгә сығарыуҙы тыйҙы. Бындай документ ҡабул итеүҙең төп сәбәбе – тауар үҙебеҙҙең етештереүселәр өсөн дә үтә мөһим һәм кәрәк. Әйткәндәй, тәүге тапҡыр был сикләү 2014 йылда ҡабул ителгәйне һәм уның ваҡыты даими оҙайтыла бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 199 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тешкә тейһә лә, тәмле бит! Шоколад, кәнфит... Бындай тәмлекәстәрҙе, баҡтиһәң, сабыйҙар ғына түгел, барлыҡ Рәсәй халҡы үҙ итә икән. Бөтә донъяла беҙҙең ил халҡы шәрбәт менән саманан тыш һыйланырға яратҡан дәүләт булараҡ билдәлелек алған. Көрсөккә тиклем йыл һайын өс миллион тонна самаһы шоколад, ондан әҙерләнгән тәмлекәс ашағанбыҙ. Был һәр кешегә 20 килограмм тап килә тигән һүҙ. Ошо сама татлыҡайҙар өсөн бөтәһе 400 миллиард һум аҡсабыҙҙы сығарып һалғанбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 136 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫлыҡ нигеҙе – ихтирам Аҙ һанлы халыҡтар үҙ телен, йолаларын, ауыҙ-тел ижадын нисек һаҡлап ҡала ала? Был һорау күптәргә тынғылыҡ бирмәй. Айырыуса илһөйәрҙәргә. Ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән “Фин-уғыр халыҡтарының ассоциацияһы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте Советы Президиумы ултырышында ғалимдар, власть даирәләрендә эшләгән вазифалы кешеләр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ошо һорауҙарға яуап эҙләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 133 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткәндәр һағышлы, бөгөнгөһө шатлыҡлы Бишауыл-Уңғар ауылы мәҙәниәт йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ. Әле “Мираҫ” фольклор төркөмөнөң, әле вокал түңәрәгенең репетициялары, әле ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙең бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашыуы – клуб һәр саҡ гөрләп тора. Мәҙәниәт йортона йыр, театр, бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булған һәләтле кешеләр йыйыла. Ана шуларҙың көсө менән төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә алдынғы урындар яулана, район, республика кимәлендәге күркәм саралар юғары кимәлдә уҙа. Уңыш сере нимәлә? Әлбиттә, мәҙәни ойоштороусы Фәймә Ғаяз ҡыҙы Абдрафиҡованың бик матур, эшлекле төркөм туплай алыуында. Бөгөнгө һүҙем ана шул төркөмдөң әүҙем бер ағзаһы, тынғыһыҙ, бар яҡтан да һәләтле, гүзәл зат – Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Искәндәрова тураһында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 152 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур ғаилә – ил ҡото “Борон-борондан Уралтау буйында батырҙарҙы тыуҙырған, тәрбиәләгән, үҫтергәндәр. Башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән кешегә иң ыңғай сифаттар хас: илһөйәр, эскерһеҙ, тоғро, аҡыллы, ғорур, ҡыйыу, ябай, кешелекле, мөхәббәтле, моңло, ярҙамсыл... Шулай уҡ был ғаиләлә хупланған һәм тәрбиәләнгән иң күркәм һыҙаттар – егәрле, уҡымышлы, фиҙакәр, яугир, оҫта ҡуллы, тәбиғәт йәнле, бала йәнле булыу. Беҙ ата-бабаларыбыҙға ошондай ғаилә ҡото, ғаилә ҡиммәттәре мираҫ иткән өсөн мең рәхмәт әйтәбеҙ, уларҙың рухы алдында баш эйәбеҙ!”
Ком: 0 // Уҡынылар: 259 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына