Ҡәҙерле, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Ошо һоҡланғыс яҙғы байрам күптән инде иң яратҡан байрамдарҙың береһенә әүерелде. Нәҡ һеҙ донъяға яңы ғүмер бүләк итәһегеҙ, ғаиләлә ышаныс һәм татыулыҡ мөхите тыуҙыраһығыҙ, матурлыҡ һәм һөйөү, изгелек һәм наҙлылыҡ, һөйкөмлөлөк һәм аҡыллылыҡ сифаттарын кәүҙәләндерәһегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 141 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйле мин, ләкин рәсәй милләтенән түгелмен... “Берҙәм рәсәй милләте һәм этнос-ара мөнәсәбәттәр менән идаралыҡ итеү тураһында” Федераль закон проекты концепцияһын әҙерләү буйынса эшсе төркөмдөң беренсе ултырышында уҡ ҡаралған мәсьәләне нигеҙҙән үҙгәртеп, закон проектын “Рәсәй Федерацияһы дәүләт милли сәйәсәте нигеҙҙәре тураһында” тип исемләү тәҡдим ителде. Эшсе төркөм етәксеһе, Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты директоры Валерий Тишков аңлатыуынса, ултырышта ҡатнашыусылар: “Йәмғиәттең “рәсәй милләте” төшөнсәһен ҡабул итеүгә бигүк әҙер булмауы асыҡланды”, – тигән һығымтаға килгән.
Ком: 1 // Уҡынылар: 346 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тамыр” бәйгегә саҡыра! Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫының ҡото ҡайта, милли кәсеп-шөғөлдәребеҙ тергеҙелә, яңы заманса төҫ ала, улар милли асылыбыҙҙы, тәрән тарихи тамырҙарыбыҙҙы барларға ярҙам итә. Баш ҡалабыҙҙа, төрлө райондарҙа “Мәргән уҡсы” фестивале менән берлектә ойошторолған төрлө саралар – ошоға асыҡ миҫал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 286 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр ғәмәлдә сама мөһим... Айгөл Һағынбаева – Башҡортостан ғына түгел, Татарстан тамашасыларына ла яҡшы таныш булған моңло тауышлы, билдәле йырсыларыбыҙҙың береһе. Шулай уҡ уны зауыҡлы булмышы, уға ғына хас башҡарыу стиле, сәхнәләге иплелеге өсөн дә яраталар. Ә шаршау артында Айгөл – ир ҡатыны, ике шуҡ ҡыҙсыҡтың – Әмилә менән Ғәйшәнең – әсәһе, йөҙөп йөрөп донъя көткән, уңған хужабикә лә. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы, һандуғас тауышлы йырсыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ, ижади баҫҡыстарын ғына түгел, гүзәл зат булараҡ, тормошондағы төп ҡиммәттәрҙе, йәшәйеш нигеҙен тәшкил иткән төшөнсәләрҙе барланыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 467 тапҡыр // Тотош уҡырға
Исламда ҡатын-ҡыҙҙың юғарылығы Көн дә тиерлек ҡайҙалыр ингәндә йәки ишекте асып сыҡҡанда ҡатын-ҡыҙҙы алдан үткәрәбеҙ. Был көндәлек күренешкә үҙемсә ҡыуанған да булам, бигерәк тә гүзәл затҡа ҡарата булған ихтирамым өсөн. Ә булған бит заманалар...
Ком: 0 // Уҡынылар: 164 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәхнәлә – сая ҡатын! Ә тормошта? Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел тәбрикләгән бер төркөм хеҙмәт алдынғылары араһында яҡташтарымды күреп сикһеҙ ҡыуандым. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең булдыҡлылары хаҡында һүҙем. Сәнғәт өлкәһендә төрлө йүнәлештә эшләүсе Рафиға Ғәлина, Резидә Шаһиева, Елена Калинина, Владимир Турченко, Александр Антонов һымаҡ талант эйәләре юғары исемдәргә лайыҡ булды. Ошо шәхестәрҙе барлағанда моңло йырҙар, тетрәндергес музыка сыңлап китә ҡолағымда, күҙ алдында дәртле бейеүселәр өҙә баҫа. Береһе – сая, яуыз, икенсеһе ипле, кәңәшсе ҡатындар, әбейҙәр һыны ла пәйҙә була күңелдә шул саҡ. Ул образдарҙы Рафиға апай кәүҙәләндерә. Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлина сәхнә тормошона 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған.
Гөлли Мөбәрәкова, Тамара Хоҙайбирҙина, Фәрдүнә Ҡасимова… Был исемдәрҙе атағанда ғорурлыҡ тойғоһо биләй һәммәбеҙҙе. Ә Рафиға Арыҫлан ҡыҙына уларҙан һабаҡ алыу бәхете лә татыған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 207 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оло өйгә ни кәрәк... Һуңғы ваҡытта илебеҙ буйынса байрам тип аталған көндәрҙең тарихын өйрәнеү һәм уларҙы билдәләргәме-юҡмы тип һығымталар яһау ғәҙәти хәлгә әйләнде. Бигерәк тә беҙҙең милләткә хас күренеш был. Был, бәлки, милләтебеҙҙең дини яҡтан белеме камиллаша башлауына ҡайтып ҡалалыр?! Хәйер, мәҫәлән, 14 февраль – Ғашиҡтар көнөн, хатта 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөн дә инҡар итеүселәр табылды. Уның ҡарауы, Халыҡ-ара туған тел көнөн байрам итәбеҙ. 1 март Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 128 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшенән йәм таба Ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙға донъя көтөүе еңелдән түгел. Барыһына ла өлгөрөргә кәрәк уға: ғаилә тормошон да матур итеп алып барырға, эшендә лә алдынғылыҡты бирмәҫкә, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәргә. Ошо сифаттарға эйә гүзәл заттар арабыҙҙа һирәк осраһа ла, бар әле ундайҙар! Гүзәл Әлибаеваны тап шундайҙар рәтенә индерер инем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 185 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмеремдең тоғро юлдашы Уның тураһында ҡыйыу, көслө рухлы, сабып барған атты ла туҡтатырлыҡ ҡатын, тиҙәр. Шул уҡ саҡта бик нескә, изге күңелле, кешелекле гүзәл ханым һәм һөйкөмлө әсә лә ул. Халыҡ күңелен илһамландырған сәнғәт аша кешеләргә йәшәргә дәрт, көс биргән, улар күңелен сафландырған ижади шәхестәрҙең береһе лә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 170 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәүәкәс ауылында йәшәгән Әсмә Сәйфетдиноваға күптән түгел 95 йәш тулды. Ул Муллаҡай ауылында тыуып үҫкән. Олатаһы Абдулла менән өләсәһе Хәҙисә ҡарамағында тәрбиә алған. Ғаилә хәлле булғанға күрә, репрессия осоронда уларҙың бар мөлкәте тартып алынып халыҡҡа таратыла.
Ауыр хәлдә ҡалһалар ҙа, ололар Әсмәне уҡытып, һөнәрле итеүгә бар көсөн һала, һәм ҡыҙ Өфө ҡалаһында белем ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 200 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына