Ҡарҙар ирей, һыу таша... Яҙғы ташҡынға әҙерһегеҙме?
Йырҙа шулай йырланһа ла, халыҡтың “ҡарҙар” тип күплектә һөйләгәнен бер ҙә ишеткән юҡ. Барыбыҙ ҙа “ҡар” тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Әммә быйыл ул самаһыҙ күп яуҙы. Һәм ҡыштың ҡапыл еңелеп, яҙҙың ашығыс килеүендә хәүеф тә юҡ түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 182 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һуҡа бабай” ысулы иҫкерҙе Өфөлә Агросәнәғәт форумы һәм “Агрокомплекс-2017” XXVII халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә асылды
“ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр майҙансығы ихатаһынан уҡ уның экспозицияларға бай булыуы күҙгә ташлана. Рәсәйҙә генә түгел, донъяның төрлө илдәрендә етештерелгән ҡеүәтле техника, һөтсөлөк фермалары өсөн заманса ҡорамалдар, эшкәртеү предприятиелары өсөн уңайлы йыһаздар...
Ком: 0 // Уҡынылар: 116 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ситләшмә Үҙен демократик ил тип иғлан иткән Рәсәйҙә йәшәп, беҙгә сәйәсәттән артыҡ алыҫ тороу барыбер ҙә дөрөҫ түгелдер. Ике тамырҙан, “демо” менән “кратос”тан, яһалған ана шул институтты артабан үҫтереү, яйға һалыу, ғәҙәти көндәлек күренешкә әйләндереү өсөн дә бик кәрәк был. “Халыҡ хакимлығы” тип тәржемәләнгән дөйөм эштә, тимәк, сәйәсәттә лә, ҡатнашыуҙың ябай, һис
тырышыу талап итмәгән, бушлай, сиратһыҙ бирелгән бер ысулы – тауыш биреүҙә ҡатнашыу икәнен беләбеҙ һәм быны файҙаланыу хәжәт. Юғиһә арабыҙҙа: “Нимәгә ул миңә? Дәүләт башҡа, мин бүтән. Сауҙам барһа, аҡса эшләһәм, еткән”, – тиеүселәр ҙә юҡ түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 107 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡуй-һарығы, ҡуҙрап, көтөү-көтөү йөрөр ер... Ҡобайырҙа һөйләнелгән “Ҡуй-һарығы, ҡуҙрап, көтөү-көтөү йөрөр ер, ятып ҡалған бер бәрәс йөҙ ҡуй булып үҫер ер”ҙәрҙең бөгөн дә осрауына шаһит булдым. Ундай төбәк ҡайҙа һуң, тип һорағандарға яуап бирәм: “Әбйәлилдә, Тал Ҡусҡары ауылында!” Ышанаһығыҙмы-юҡмы, был төбәктә һарыҡсылыҡ тармағын тергеҙеүселәр күп. Иҙәш Ҡусҡарында Фәрит Шәриповтың ҡуйҙары әле лә тау башында көтөү-көтөү булып йөрөһә, Тал Ҡусҡарында Айҙар Мамлеевтың нәҫелле һарыҡтары өйөр-өйөр булып йылы аҙбарҙа тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙыусы һәм эшҡыуар Флүр Ғәлимовтың “Донъяны иман ҡотҡарыр” тип аталған яҙмаһы изге, әммә сиселеше үтә лә ҡатмарлы маҡсат ҡуйыуы менән әһәмиәтле. Хәҙерге хәлебеҙгә тәрән борсолоу белдерелеү менән бергә һәр кемде битараф ҡалдырмаған йәмғиәт көнкүреше һәм киләсәге өсөн мөһим мәсьәләләр күтәрелә. “Ни өсөн ошондай хәлгә тарыныҡ?”, “Уны яҡшыртыу өсөн шарттар бармы?” һәм “Артабанғы йәшәйешебеҙ ни рәүешле булыуы ихтимал?” кеүек һорауҙар тыуа.
Авторҙың “иғлан итмәйенсә, тоттолар ҙа реформалар башланылар, халыҡ быны белмәй ҙә ҡалды, аңламаны ла” тигән фекере XXI быуат өсөн сәйер, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсе хәҡиҡәт. Ундай кәйефте, капиталистик ҡоролошто тергеҙеү башланғандан һуң сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, әле лә күҙәтергә мөмкин. Ләкин тарих шаһит: элекке СССР-ҙың һәм КПСС-тың күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сығыуын йәмғиәтебеҙҙең тыныс ҡына күҙәтеүе – аҡылға һыймаған күренеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 91 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәңгелдәктән... гәзит тотоп Хәреф-һүрәттәргә әүрәп ултырһын тип, ике йәше лә тулмаған һеңлеләренә гәзит-журнал биреп ҡуйған ағай-апайҙары үҙҙәре лә аңламаҫтан уның киләсәгенә йүнәлеш бирәбеҙҙер, ғүмере гәзит, яҙыу-һыҙыу эшенә бәйле булыр тип уйламағандыр ҙа. Нисек кенә булмаһын, өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен район матбуғатына арнаған Зифа Ғайсина гәзит сығарыу, хаталар төҙәтеү, китап уҡыуға әүәҫлек бала саҡтан ғәҙәтенә әйләнгәндер инде тип иҫәпләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 117 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Инйәрҙең урманы ҡоротмаһа...” Барыһы ла “тере энциклопедия” тип йөрөтә уны. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөндә тулы хаҡлыҡ бар. Әлимә инәй Ишкилдина туҡһан йәшен күптән аша атлаһа ла, хәтеренең шәплегенә, зиһененең аяҙлығына көнләшерлек. Кемгәлер шәжәрә төҙөргә кәрәкһә йәки ата-бабаларының юлын юллап, туғандарын барларға тура килһә, ниндәйҙер ер-һыу атамаһының тарихы ҡыҙыҡһындырһа, яуҙа һәләк булған ауылдаштары тураһында мәғлүмәт туплаһа, барыһы ла уға мөрәжәғәт итә. Бер кемде лә бороп сығармай, белгәндәре менән уртаҡлаша, үҙе ишеткән-күргәндәрен бәйән итә. Бигерәк тә музейҙарҙы тулыландырыуҙа уның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ: бер дәүерҙең тулы шаһиты булған Әлимә Ишкилдинаның хәтер һандығы – үҙе бер тарих сығанағы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 160 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Урал батыр”ға һәйкәл һүҙҙә ҡалмаһын Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған “Урал батыр” эпосы тәү башлап Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры, ғалим Зиннур Йәрмөхәмәтовтың идеяһы буйынса рәссам Константин Кузнецов тарафынан төрлө планда һүрәтләнә башлауы һәр кемгә мәғлүм. Беҙҙең төбәктәге берҙән-бер юғары уҡыу йортоноң ике корпусында ла һүрәтләнгән панноларҙа, композицияларҙа кешелек тоҡомон башлап ебәреүселәр йылдар уҙған һайын үҙҙәренең эпик ҡоластарын нығыраҡ һәм киңерәк йәйә барған һымаҡ…
Ком: 0 // Уҡынылар: 204 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нилектән берәүҙәрҙең барлыҡ эше ваҡытында башҡарыла, һәр әйбере үҙ урынында, улар көн дауамында күп нәмәгә өлгөрә? Ә икенселәр көнө буйы нисек кенә тырышмаһын, ең һыҙғанып тир түкмәһен, ни өсөн алдындағы бурыстарын мәлендә үтәй алмай? Эйе, күп нәмә беҙҙең холоҡ-фиғел үҙенсәлектәренә бәйләнгән: кемдер барыһын да етеҙ генә эшләп ҡуя, икенселәргә оҙағыраҡ ваҡыт талап ителә. Әммә быларҙан тыш ваҡытты урлаған башҡа факторҙар ҙа бар, улар менән танышайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 118 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәзиздәре өсөн йән атып “Ауыл” һүҙен ишетеү менән әтәстәр ҡысҡырыуы, мал-тыуарҙың көтөүҙән ҡайтыуы, хужаларҙың өй мәшәҡәте менән йүгереүе, әсәйҙең мейестән алынған күпереп бешкән икмәге, хуш еҫле үлән сәйҙәре һәм өҫтәлдә йырлап ултырған самауыр күҙ алдына баҫа. Күңел ҡанатлана ғына түгел, ул бейеклеккә күтәрелеп ошо күренештән ләззәтләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына