Ана, Шәрәй мулла килә!...Ҡаланың “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы” туҡталышы. Башҡортса һөйләшкәстәр, ике ханымдың диалогына ҡолаҡ һалдым. Шул саҡ апайҙарҙың береһе көтмәгәндә: “Ана, Шәрәй мулла килә”, – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Ирекһеҙҙән ул ымлаған яҡҡа күҙ һалдым: ысынлап та, Шәрәй мулла килә ине. Дөрөҫөрәге, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһындағы Шәрәй мулла образын башҡарған актер, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы Марат Зөбәйеров.
Актерҙарҙы шулай уйнаған ролдәре менән таныу, минеңсә, ҙур баһалыр ул. Сәхнәләге образдар беҙҙе һоҡландыра, ғашиҡ итә, тетрәндерә, уйландыра, тәрбиәләй бит. Улар иҫтә ҡалырға тейеш тә! Ниндәй кимәлдә, кем сүрәтендә – быныһы инде актерҙан тора, уның һәләтенә бәйле. Оҫта итеп башҡарылған роль актерҙың йөҙө, манералары менән күңелдә һаҡланыуына һис тә аптырайһы түгел. Иҫтә ҡалырлыҡ ролдәре хаҡында, һынландырған образдары тураһында Мараттың үҙе менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 135 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дала тауышыБынан бер нисә йыл әүәл һөйләшеп ултырғанда Хисмәт: “Ағай, мин шағирмы?” – тип һорап ҡуйҙы. Алтмышты ҡыуған һәм ярты быуат самаһы шиғыр яҙған кешенең көтөлмәгән был һорауы мине тәүҙә аптыратты – үтә бер ҡатлы хәбәр ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә ине. Мине һынай йәки комплимент ишетергә теләй, ахыры, был, тип уйланым тәүҙә. Бер аҙҙан башында һынау – тикшереү йәки маҡталырға теләү мохтажлығы юҡлығына төшөнгәс – характеры улай түгел – һорауының етди икәнен аңланым. “Нимә, шикләнәһеңме әллә?” – тинем. “Шикләнәм”, – булды яуап. Һынсыл ҡарап байтаҡ өндәшмәй торҙо, һүҙҙәремә ышанды ла, ышанманы ла шикелле. Хәйер, ышанмағандыр. Ниңә ышанһын ти инде, мин дөрөҫлөктөң һуңғы инстанцияһымы ни? Шағир ҙа түгелмен. Минең баһа һуҡыр ямғыр һымаҡ. Шулай ҙа Себер елдәре киҫкеләгән суғырмаҡлы йөҙөнә йылмайыу сатҡылары яғылды, һынсыл ҡараштарына нур ҡунды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 135 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөғжизәләрҙән көс алып…Һәр кемдең бәхетенең ундан туғыҙ өлөшө сәләмәтлеккә бәйле, тиҙәр. Тимәк, саф һауа, ҡояш нурҙары, һыу, ҡар-боҙҙар балаларҙы сыныҡтырыуҙа ҙур роль уйнай. Көн һайын тышта булыу организмды сыныҡтырыу һәм сәләмәтлек өсөн бик тә файҙалы икәнен балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә берҙәй белеп эш итергә тейеш. Был тәңгәлдә Бөрйән районының Байназар ауылын өлгө итеп ҡуйырға мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһөйәрлек тәрбиәләү – мөҡәддәс бурысҮҙ илеңдең патриотын тәрбиәләү – ул күп яҡлы хеҙмәт. Балала илһөйәрлек тойғоһо үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй, эҙмә-эҙлекле эш алып барғанда ғына ул формалаша. Сибайҙа йәш быуынды Ватанға һөйөү рухында тәрбиәләүгә ныҡлы иғтибар бүленә. Ҡаланың 5-се мәктәбе был йәһәттән бай тәжрибә туплаған. Элекке традицияларҙы ҡайтарыу һәм йәштәргә гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү, хәрби хеҙмәткә әҙерләү йәһәтенән мәктәптә 2001 йылда “Батырлыҡ” хәрби-патриотик клубы булдырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 40 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көҙгө моңдар – күңел байрамы“Алевтина Вәлиева – беҙҙең өсөн үтә ҡәҙерле исем. Ул әҙәби берекмәбеҙҙең өлкән ағзаһы, уның терәгенә әүерелгән аҡыллы кәңәшсеһе, һәр саҡ әҙәби саралар уртаһында ҡайнаған һүҙ оҫтаһы, йәш быуынға ҙур йоғонто яһаусы тынғыһыҙ тәрбиәсе. Уның йәмәғәтсе булараҡ башҡарған эштәре, халҡыбыҙға булған сикһеҙ мөхәббәте тураһында яҙһаҡ, үҙе бер китап булыр ине”, – ти филология фәндәре кандидаты, Силәбе ҡалаһында күп йылдар дауамында эшләп килгән “Аҡмулла” әҙәби берекмәһе етәксеһе, яҡташ шағирәбеҙ тураһында Ҡамса Мортазин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 70 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухи сынығыуға әҙерлек кимәле нисек?Сибай ҡалаһының “Ләйсән” балалар баҡсаһында дөрөҫ тәрбиә ололарҙы ихтирам итеүҙән башланғанын яҡшы беләләр. Ысынлап та, боронғо философ Менандр ҙа “ҡартлыҡтан көлмә, һин уға бараһың бит” тип юҡҡа ғына әйтмәгән. “Ләйсән”дә иң оло ихтирам – олатай һәм өләсәйҙәргә. Башҡорт халҡының быуаттар төпкөлөнән килгән ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса, ололарҙың урыны һәр саҡ түрҙә булған, үҙ сиратында улары ла үҙ дәрәжәһен төшөрмәҫкә тырышып, балалар алдында тыйнаҡлыҡ күрһәткән. “Нисек кенә булмаһын, баланың үҙенсәлекле булып үҫеүе, холоҡ-фиғеле, әхлаҡ нигеҙҙәрен үҙләштереүе ғаиләнән башлана”, – ти тәрбиәсе Әлиә Абдулова һәм миҫалға күренекле француз психологы Р. Заззоның, кеше бала сағында уҡ ата-бабаларынан алған мираҫ арҡаһында үҙ мөхитен булдыра, мөхит иһә әҙәм балаһына үҙ асылын табырға ярҙам итә, тигән тәрән мәғәнәле күҙәтеүен телгә ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 39 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рауил БИКБАЕВ: “Туған телем — минең өсөн оло бәхет, иң ҙур мөғжизә”Рауил Төхвәт улының көндәлектәрҙән торған ҙур күләмле ике китабын, 14.11.1968 — 03.12.1999 (I том) һәм 01.01.2000 — 22.12.2009 (II том), йылдар арауығындағы көндәлектәрен ике тапҡыр уҡып сыҡҡандан һуң да, ҡайһы бер өлөштәрен яңынан ҡараштырам. Был яҙмаларҙы бик тә ҡыҙыҡлы, фәһемле, үҙенсәлекле әҫәр тип атар инем. Ҡайһы бер авторҙар үҙҙәренең көндәлек яҙмаларын гәзит-журнал биттәрендә баҫтырһа, уларға көлөбөрәк ҡарап: “Кеше үҙенең йөрәк серҙәре түгелгән көндәлектәрен меңәрләгән уҡыусыға тәҡдим итәме икән ни? Улар бит иң яҡын туғандарыңдан да йәшереп һаҡлана”, — тип аптырай торғайным. Ә Рауил ағайҙың әлеге мауыҡтырғыс китаптарын уҡып сыҡҡас, көндәлектәрҙең дә төрлөһө булыуын аңлап, түҙемһеҙлек менән яңыларын көтөп йөрөйөм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға
Витамин һүҙе латин телендәге vita тигәндән алынған. Ул “ғүмер”ҙе аңлата, йәғни витаминдар тормош өсөн бик мөһим. Кәрәкле матдәләр. Уларҙың күпмелер өлөшөн ҡоштар аҙыҡтан ала. Төп витаминдар булып А, В, Д һанала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 42 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡышҡы һалҡындар үтеп, яҙ айҙары башланды. Тышта шул тиклем рәхәт – өйгә инге лә килмәй. Кешеләр генә түгел, бар тәбиғәт яҙға ҡыуана. Һыйырҙар мөңрәй – тиҙерәк ҡуранан сыҡҡылары килә. Ҡояш нурында иҙерәп, әрһеҙ сәүкәләрҙән йөндәрен йолҡторалар, ҡысыныуҙан арыналар. Һарыҡ-кәзә лә тышҡа тартыла. Тауыҡтар боҫ сығарып яна ғына башлаған тиреҫтә тибенә.
Яҙҙың тағы бер яғы: мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа витамин етмәй башлай, авитаминоз барлыҡҡа килә. Был сағында ҡоштарға ниндәй минераль ҡушымталар, аҙыҡтар кәрәк икән? Ошо хаҡта бер аҙ бәйән итәйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 37 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мал, ҡош-ҡорт аҫраған һәр хужаның ҡул аҫтында тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн дарыуҙары, башҡа кәрәк-ярағы булырға тейеш. “Дарыухана”ға ниндәй препараттар һалынырға тейеш һуң? Яҡынса тәү кәрәккәндәрен һанап сығайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 42 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына