Әлфиә ЮЛСУРИНА, Башҡортостандың халыҡ артисы:

“Беҙҙең Бөрйән – ҡуйы урман” тип йырлайбыҙ ҙа ул…”Тәбиғәт – ул әсәй кеүек. Барыһын да беҙгә, йәғни балаларына, бирә. Юҡҡа ғына Ер-Әсә тимәйҙәр бит. Ошо изгелеккә, мәрхәмәткә кешеләр нимә менән яуап ҡайтара һуң? Урманына инеп, саф һауаһын һулағанда, ҡоштар моңон тыңлап кинәнгәндә, һалҡын шишмә һыуын эсеп, һыуһын ҡандырғанда, йылғаларында ҡолас ташлап йөҙгәндә, ялан емештәрен йыйғанда, шифалы үләндәренән сихәт тапҡанда шул хаҡта уйлайбыҙмы икән?
Башҡортостандың халыҡ артисы, яратҡан йырсыбыҙ Әлфиә ЮЛСУРИНА менән әңгәмәбеҙҙә ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 72 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Олимпиада рухы аңҡый бында”Ҡаҙмаш урта мәктәбендә спорт ярышы уҙҙы. Ҡайҙа нисектер, әммә бында сәләмәт тормошто пропагандалаған, балаларҙа спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләгән төрлө секциялар уңышлы эшләй. Улай ғына түгел, бында йыл һайын ошо мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлағандар – СССР-ҙың саңғы буйынса спорт мастеры Әсғәт Ҡаһармановтың призына саңғы, Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығының почетлы ветераны Хөснитдин Ғәниев призына пневматик мылтыҡтан атыу, шәхси эшҡыуар Мәҙинә Ибраһимова призына өҫтәл теннисы буйынса ярыш үткәрелә. Матур йолаға ярашлы, спорт байрамында район мәктәптәре, төрлө ауыл биләмәләре, Сибай, Магнитогорск, Екатеринбург өлкәләренән спортсылар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 50 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шакшаның яҡшы мәктәбеДөрөҫөн әйткәндә, Башҡортостан ауылдарының бик күп башҡорт мәктәптәрен беҙ яҡшы беләбеҙ, әммә баш ҡалалағы милли уҡыу йорттарынан тыш, байтаҡ белем усаҡтарын күргәнебеҙ ҙә юҡ. Ә бит уларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте нисек уҡытылыуы хаҡында һәр яҙыусы, һәр шәхес ҡыҙыҡһынырға бурыслы. Тел уҡытылмай, балалар башҡортса аралашмай, тип яр һалыр алдынан, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаларына уҡыу йорттарына барып, уҡытыу сифатының шаһиты булыу маҡсатынан ижади бәйләнештәр урынлаштырырға тәҡдим итәм. Бик күп яҙыусыларыбыҙ Өфөлә, республиканың башҡа ҡалаларында йәшәй. Ә ни өсөн әле беҙ уларҙа милли әҙәбиәт, мәҙәниәт ни рәүешле уҡытылыуы менән ҡыҙыҡһынмаҫҡа тейеш? Ауылдарҙа йәшәгәндәр ҙә төбәк мәктәптәрен үҙ ҡурсыуы аҫтына алһа, файҙалы булыр ине. Уҡыусылар тере әҙиптәрҙең һүҙен тыңлап үҫһә, тел әһәмиәте хаҡында улар ауыҙынан ишетһә, был күренеш бала күңеленә тәьҫир итмәй ҡалмаҫ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 61 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелек эшләү ни хаҡ тора?Халҡыбыҙҙа бик кинәйәле әйтем бар: изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә – балыҡ белер. Йәғни ҡылған яҡшылығың ерҙә ятып ҡалмаҫ, халыҡ уны барыбер онотмаҫ. Икенсенән, әҙәм балаһы тота килеп изгелек эшләйем әле тигән уйҙан башҡармай быны, ул – ысын күңелдән, бер ниндәй ҡаршы аҙымға өмөтләнмәй яһалған күңел талабы, төптән урғылып сыҡҡан иң нескә шәхсән хис-тойғолар эҙемтәһе.
Әммә заман башҡа – заң башҡамы, баҙар иҡтисады осоронда йәшәйбеҙ тип, һәр аҙымды бәйәләп, хаҡ ҡуя башланыҡ түгелме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 50 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыу ҡытлығы әлегә янамаһа ла...Һыу – тәбиғәттең иң ҙур байлығы, бөтә тереклектең йәшәү сығанағы. Тирә-яҡ мөхиттең экологик именлеген тәьмин итеүҙә һыу сығанаҡтарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Шуға ла һыу байлығын һаҡлау һәм уның тәбиғи сафлығын тәьмин итеү, рациональ файҙаланыу, был маҡсатта заманса объекттар төҙөү – көнүҙәк бурыс. “Дүртөйлөводоканал” муниципаль унитар предприятиеһының эшмәкәрлеге ошо мөһим бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән. Әйткәндәй, Дүртөйлө йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында, экологик саф төбәктә урынлашҡан. Шуға ла бындағы ер аҫты һыу сығанаҡтары экологик сафлығы, һыуҙың ғәжәйеп тәмле булыуы менән айырылып тора. Ул сифаты буйынса санитар ҡағиҙәләргә ярашлы, гигиена талаптарына тулыһынса яуап бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 63 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тимер ат”ың ватылһа, йүнәтерҙәр“Автостат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа илдә автомобилдәр һаны бик йылдам арта. Үҙ сиратында “тимер ат”тарҙы йүнәтеүселәр ҙә күбәйә. Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылындағы “Автодеталь” махсуслашҡан магазины ла бына оҙаҡ йылдар инде еңел автомобилдәргә запас частар һатыу менән ныҡлап шөғөлләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 74 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҫыуға сығырға әҙербеҙме?Бөгөн республика ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек киң ҡолас менән бара. Иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр ауыл эшсәндәре техника торошон тикшерә, ремонт талап иткәндәренә алмаш частар хәстәрләп, әҙерлек һыҙығына баҫтыра. Бынан тыш һәр ерҙә малсылар ҡышлатыу миҙгелен уңышлы тамамлау бурысы менән дә йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 59 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия (артабан – Комиссия) 31 майға тиклем премияға дәғүә итеү өсөн эштәр ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 63 тапҡыр // Тотош уҡырға
Их, тығындар, тығындар...– Эшкә һуңланыҡ, ике сәғәт ултырҙыҡ...
– Ауылдан сәғәт ярымда килеп етһәк, Өфөгә шул сама инә алмай хитлан­дыҡ. Ташбаҡа кеүек шы­уыш­тыҡ...
Эйе, һуңғы йылдарҙа баш ҡалала иртәле-кисле юлдағы мәхшәр оло бәләгә әүерелде. Кемдер тығынға эләкмәйем тип өйөнән ваҡытынан алда сығып китә, сабыйын иртәрәк булһа ла мәктәпкә илтергә тырыша. Йәнә йәшерен-батырын түгел: ауылдарҙа эш урындары етмәү сәбәпле яҡын-тирә райондарҙа йәшәгән кешеләрҙең шаҡтайы хәҙер иртән Өфөгә ашыға, көсөргәнеште арттыра. Шул сәбәпле, эш урынына һуңлап, күңелһеҙ хәлдәргә дусар булғандар аҙмы!
Ком: 0 // Уҡынылар: 53 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә 1 сентябргә тиклем IV “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына