“Тимер ат”ың ватылһа, йүнәтерҙәр“Автостат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа илдә автомобилдәр һаны бик йылдам арта. Үҙ сиратында “тимер ат”тарҙы йүнәтеүселәр ҙә күбәйә. Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылындағы “Автодеталь” махсуслашҡан магазины ла бына оҙаҡ йылдар инде еңел автомобилдәргә запас частар һатыу менән ныҡлап шөғөлләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҫыуға сығырға әҙербеҙме?Бөгөн республика ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек киң ҡолас менән бара. Иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр ауыл эшсәндәре техника торошон тикшерә, ремонт талап иткәндәренә алмаш частар хәстәрләп, әҙерлек һыҙығына баҫтыра. Бынан тыш һәр ерҙә малсылар ҡышлатыу миҙгелен уңышлы тамамлау бурысы менән дә йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 179 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия (артабан – Комиссия) 31 майға тиклем премияға дәғүә итеү өсөн эштәр ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 194 тапҡыр // Тотош уҡырға
Их, тығындар, тығындар...– Эшкә һуңланыҡ, ике сәғәт ултырҙыҡ...
– Ауылдан сәғәт ярымда килеп етһәк, Өфөгә шул сама инә алмай хитлан­дыҡ. Ташбаҡа кеүек шы­уыш­тыҡ...
Эйе, һуңғы йылдарҙа баш ҡалала иртәле-кисле юлдағы мәхшәр оло бәләгә әүерелде. Кемдер тығынға эләкмәйем тип өйөнән ваҡытынан алда сығып китә, сабыйын иртәрәк булһа ла мәктәпкә илтергә тырыша. Йәнә йәшерен-батырын түгел: ауылдарҙа эш урындары етмәү сәбәпле яҡын-тирә райондарҙа йәшәгән кешеләрҙең шаҡтайы хәҙер иртән Өфөгә ашыға, көсөргәнеште арттыра. Шул сәбәпле, эш урынына һуңлап, күңелһеҙ хәлдәргә дусар булғандар аҙмы!
Ком: 0 // Уҡынылар: 207 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә 1 сентябргә тиклем IV “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивалендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 147 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтовтың ейәне Башҡортостан хаҡында фильм төшөрәсәк. Фәрхәт Әхмәтов — композитор Морат Әхмәтовтың улы, бала сағынан Лос-Анжелеста (АҠШ) йәшәй, Мәҙәниәт университетында сәнғәт тарихынан уҡыта. Ул Өфөгә — олатаһы менән атаһының тыуған яғына буласаҡ проекты өсөн мәғлүмәт тупларға килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 183 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алдап торалар – алданып торабыҙБыл хаҡта күпме генә иҫкәртмәһендәр, йәмғиәттә кеше алдап аҡса эшләүселәр булған һәм буласаҡ, сөнки һәр ваҡыт бер мутлашыусыға ике ышаныусы табылып тора, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бәғзеләр ҡапҡанға еңел аҡса көҫәп ҡапһа, икенселәре күрәләтә “минең менән бер нәмә лә булмай ул” тигән нигеҙһеҙ инаныу аша эләгә. Ҡайһы берәүҙәр нәфсеһен тыя алмай, “күршем отҡан бит, минең ни ерем кәм” тигән ышаныс менән шикле хәлдәргә тарый.
Ком: 0 // Уҡынылар: 153 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нормаһыҙ эшкә – яңыса ял нормалары

Батырға ла был кәрәк...Эштән ҡара кис еткәнсе ҡайта алмайһығыҙмы? Юғары күрһәткестәр һәм камил һөҙөмтә талап иткән етәкселек ял көндәрендә лә эшләргә мәжбүр итәме? Нормаһыҙ эш көнө бар хәлегеҙҙе, ваҡытығыҙҙы аламы? Улайһа, Рәсәй Дәүләт Думаһында ошо көндәрҙә ҡараласаҡ яңы закон проекты тап шул категорияға ҡараған граждандарҙың мәнфәғәтен яҡлаясаҡ, Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индерелгән осраҡта, тейештән артыҡ эшләгәндәрҙең яҙмышы ыңғай үҙгәрештәр кисерәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 103 тапҡыр // Тотош уҡырға
йәки Ниңә ҡайһы берәүҙәр балаларын үҙаллы уҡытырға тырыша?

Мәктәпкә әйләнгән өйЙоҡонан иртә тороп, мәктәпкә ашығыу, дәрестә уҡытыусының һәр һүҙен иғтибарлы тыңлап ултырырға мәжбүр булыу, баһа алыу өсөн һабаҡташтарың менән сәмләнеп ярышыу, өлкән кластағылар һәм һуғыш суҡмарҙары алдында үҙеңде яҡларға өйрәнеү... Ҡайһы бер ата-әсәләр, насар эҙемтәләргә килтереүенән хәүефләнеп, балаларын бындай тормош шарттарынан араларға тырыша һәм хоумскулинг тигән заманса ысулды һайлай. Ябай ғына итеп әйткәндә, өйҙә белем алыу инде ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 164 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ана, Шәрәй мулла килә!...Ҡаланың “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы” туҡталышы. Башҡортса һөйләшкәстәр, ике ханымдың диалогына ҡолаҡ һалдым. Шул саҡ апайҙарҙың береһе көтмәгәндә: “Ана, Шәрәй мулла килә”, – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Ирекһеҙҙән ул ымлаған яҡҡа күҙ һалдым: ысынлап та, Шәрәй мулла килә ине. Дөрөҫөрәге, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһындағы Шәрәй мулла образын башҡарған актер, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы Марат Зөбәйеров.
Актерҙарҙы шулай уйнаған ролдәре менән таныу, минеңсә, ҙур баһалыр ул. Сәхнәләге образдар беҙҙе һоҡландыра, ғашиҡ итә, тетрәндерә, уйландыра, тәрбиәләй бит. Улар иҫтә ҡалырға тейеш тә! Ниндәй кимәлдә, кем сүрәтендә – быныһы инде актерҙан тора, уның һәләтенә бәйле. Оҫта итеп башҡарылған роль актерҙың йөҙө, манералары менән күңелдә һаҡланыуына һис тә аптырайһы түгел. Иҫтә ҡалырлыҡ ролдәре хаҡында, һынландырған образдары тураһында Мараттың үҙе менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 306 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 35 Алға
Бит башына