Текетектең диңгеҙгә сәйәхәте Һөйөклө балалар! Текетектең урманға сәйәхәтен, ундағы мажараларын, нисек мәктәпкә китеүен “Бүрене еңгән бәрәс” әкиәтендә һөйләгәйнем инде.
Кәзә малайы Текетек шуҡ булһа ла, тик “бишле” билдәләренә генә уҡый, китап ярата, тиҙерәк, күберәк белем алырға тырыша. Ил гиҙергә әүәҫлеген күрҙек, тик уҡыу ваҡытында юлға сығып китә алмай бит инде. Бигерәк тә диңгеҙҙе күргеһе килә малайҙың, сөнки улар йәшәгән йорт хужаһының улы – Диңгеҙсе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 95 тапҡыр // Тотош уҡырға
27 мартта, Халыҡ-ара театр көнөндә, Рәсәйҙең иң ҙур театрҙары “Театр. Go” федераль акцияһында ҡатнаша. Бөтә ил буйынса тамашасылар тәүлек әйләнәһенә спектаклдәргә 25-90 процентлыҡ ташлама менән электрон билет алыу мөмкинлегенә эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙың баш ҡалаһында Өфө менән Сочи араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 80 тапҡыр // Тотош уҡырға
Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында Башҡортостанда “Планетабыҙ берәү генә!” экологик видеороликтар конкурсы ойошторола.
Проектта ҡатнашыуға 14 йәштән өлкәнерәк кешеләр саҡырыла. Һәр кеше йәки коллектив бәйгегә иң күбе ике видеоролик тәҡдим итә ала. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сюжет оҙайлылығы дүрт минуттан артмаҫҡа тейеш. Кеҫә телефондарына һәм һанлы видеокамераларға төшөрөлгән роликтар ҙа ҡабул ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 114 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары Константин Толкачев федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Унда ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан журналистар өсөн үткәреләсәк конкурс хаҡында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 86 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең Хәрби-сәнәғәт комиссияһы Башҡортостандың мобилизация ҡеүәтен юғары баһаланы. Ошо көндәрҙә ил Хөкүмәте төбәктәрҙең мобилизация әҙерлеге буйынса эшкә йомғаҡ яһаны. Республикабыҙ күрһәткестәре Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 72 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сүпләмәгеҙ: умырзая һуҙа һабағын... Ҡарҙар ирей, һыу таша... Тиҙҙән ер ҙә ҡарҙан әрселер. Тик тәүге үләндәр, умырзаялар морон төртөр алдынан ҡыш буйы ҡар аҫтында күренмәй ятҡан сүп-сар ҡалҡасаҡ. Таҙалыҡ ҡайҙан башлана һуң? Беҙҙең үҙебеҙҙән түгелме? Текә-текә сит ил машиналарының ишеге асылып, юл ситенә сүп тултырылған тоҡтар ташланғанын йыш күҙәтәбеҙ. Тик туҡтатып һүҙ әйтергә ҡыймайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә битарафтар һаны артҡандан-арта...
Ком: 0 // Уҡынылар: 229 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыу баҫыуы ихтимал Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 80 меңдән ашыу кеше йәшәгән 258 биләмәне һыу баҫыуы ихтимал.
Уйһыу урындарҙа, йылға ярын­да һыу һаҡлағыстар эргә­һендә урынлашҡан йорттарға айырыуса ҙур хәүеф янай. Әлегә тиклем ярҙарынан сыҡмаған йылғаларҙың да ташыуы бар. Шуға күрә һыу ятҡылыҡтары янында йәшәгәндәргә айырыуса уяу булырға кәңәш ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 167 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт балын ҡытайҙар ҙа етештерәме?Хәҙер “башҡорт балы” тигән бөтә донъяға билдәле исемде файҙаланып төрлө шикле ризыҡ етештереүселәр күбәйә башланы. Күптән түгел, мәҫәлән, “Башкирский мёд” яуаплылығы сикләнгән ширҡәт булыуы асыҡланды. Уның юридик адресы тип Өфө ҡалаһының Индустриаль шоссе урамындағы 37-се йорт күрһәтелгән, ғәмәлдә был урында ошондай ойошма булмай сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 123 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәмәғәт, “аутсорсинг” тигән ҡолаҡҡа бик үк ятып бөтмәгән һүҙгә, ҡыйын булһа ла, өйрәнә тороғоҙ, сөнки бынан һуң мәктәпкәсә тиклемге йәки мәктәп йәшендәге балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләргә йәмғиәтебеҙҙә барлыҡҡа килгән яңы күренеш менән туранан-тура осрашырға, уның үҙенсәлектәренә төшөнөргә тура киләсәк. Унан тыш, балалар баҡсаһындағы түләүҙәрҙең артыуына ҡағылышлы паникаға бирелергә лә ашыҡмағыҙ – иҫәпләү һәм ташламалар биреү тәртибен раҫлаусы документтар ҡабул ителеү менән, барыһы ла яйға һалынасаҡ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 117 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 35 Алға
Бит башына