Тыныслыҡ? Хеҙмәт? Май?Ҡасандыр 1 Май байрамы сәйәси тантана ине. “Бөтә донъя пролетарийҙары, берләшегеҙ!” тигән төп оран үҙе үк уның сәйәси нигеҙҙә барлыҡҡа килгәнен күрһәтеп тора. 1886 йылдың 1 майында АҠШ-та Чикаго полицияһы урындағы эшселәрҙең демонстрацияһын баҫтыра, һәм был күп ҡорбанға килтерә. Ошо ваҡиғанан һуң өс йыл үтеүгә, II Интернационалдың Парижда үткән конгресы 1 майҙы Бөтә донъя пролетариатының теләктәшлек көнө тип иғлан итә һәм был датаны социаль талаптар ҡуйған демонстрациялар менән билдәләргә тәҡдим итә. Рәсәйҙә уны беренсе тапҡыр 1890 йылда байрам итәләр. Ә Совет осоронда ул хеҙмәтсәндәрҙең йылына бер тапҡыр киң ҡолас менән үткәрелгән дөйөм тантанаһына әйләнә. Нисек баһаларға бөгөн был байрамды? Уның әһәмиәте бармы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?– “Башҡортостан” гәзите минең иң яҡын дуҫтарымдың береһе тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Уның йөҙө миңә бала саҡтан таныш. Өйөбөҙгә “Совет Башҡортостаны” килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайныҡ. Хәҙер инде “Башҡортостан” исемен йөрөткән дуҫымды әле лә һағынып ҡаршылайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 451 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йомарт дуҫ– Егеттәр, әйҙәгеҙ, сәйләп алайыҡ!
Кәңәшмәнән сығып та өлгөрмәнек, Мөхәмәт үҙенә әйҙүкләне. Хәйер, шулай тип саҡырмаһа ла, эште иң тәүҙә уның бүлмәһенән башлайбыҙ. Был – беҙҙең яҙылмаған ҡанун. Баш мөхәррирҙең “хәҙер үк”, “ошо арала” тип өтөп-ҡырып барған һүҙҙәре кәңәшмәнән сыҡҡанда уҡ ишектең теге яғында тороп ҡала...
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң-иңдәр билдәләндеӨфөлә IХ “Театр яҙы” республика фестивалендә еңеүселәр асыҡланды. Сараны ябыу тантанаһы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 446 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Вафат булған ҡатын-ҡыҙҙар рухына аят уҡығанда йә хәйер биргәндә ҡайһы бер муллалар мәрхүмәнең әсәһенең исемен ҡушып, мәҫәлән, “Ғилмияза мәрхүмә ҡыҙы Әминә рухына” тип, ә икенселәре мәрхүмәнең атаһының исемен әйтеп, йәғни “Йәнғәле мәрхүм ҡыҙы Әминә мәрхүмә рухына” тип аят уҡый. Сауабы насип булһын тип өмөтләнеп аят уҡытҡас, нисек әйтһәң дөрөҫ була, хәҙрәт?
В. САДИҠОВ.
Өфө ҡалаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 568 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормош йәме хеҙмәттәЕребеҙҙә барлыҡ тереклекте уятып, тирә-йүнгә йән индереп йәнә яҙ килде. 1 Май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы – көтөп алған байрамдарыбыҙҙың береһе. Ислам динендә лә хеҙмәт мөһим урында тора.
Ислам – хеҙмәт дине. “Эшләгеҙ, башҡарған изге ғәмәлдәрегеҙгә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәт бирер”, – тиелгән “Ҡөрьән”дә. Мәҫәлән, иген сәсһәң, уны үҫтерер, бер бойҙайҙы меңләтә арттырып бирер. Тырышып мал-тыуар ҡарайһың икән, уны ла ишәйтер һ.б.
Ком: 0 // Уҡынылар: 504 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бөтөнлөктө тойоп йәшәйек”Тормош ҙур тиҙлек менән алға елеүгә ҡарамаҫтан, туҡтап тын алырға форсат табабыҙ, донъя, көнкүреш, йәшәйеш хаҡында уйҙарға биреләбеҙ. Ғөмүмән, фәлсәфә ҡылыу – халҡыбыҙға хас күркәм сифат. Бөгөнгө әңгәмәсем Сәриә ИШЕМҒОЛОВА ла, ниндәй генә теманы алма, үҙенең тәрән, тапҡыр фекере менән таң ҡалдыра торған башҡорт ҡатыны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ – Ватан ҡарт һәм Ил ҡарсыҡ балалары Ватан һәм Ил культурологик феномендары төрки халыҡтары мәҙәниәтендә, әҙәбиәттә, айырыуса мәғариф, тәрбиә эшендә ифрат ҙур урын биләй. Был ике мөһим төшөнсә башҡорт халҡында, барлыҡ төркиҙәрҙәге кеүек, әлегәсә тере әйләнештә ҡулланылһа ла, эпик ҡомартҡыларҙа, халыҡ ижадында һаҡланмаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 417 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижади конкурстар ижади шәхес тәрбиәләйме?Һуңғы ваҡытта мәктәптәрҙә төрлө йүнәлештәге конкурстар шул тиклем күбәйҙе. Айырыуса интернет-конкурстар киң таралды. Береһендә ҡатнашып өлгөрмәйһең, икенсеһе башлана... Улар араһында ижади конкурстар ҙа етәрлек. Бер һүҙ менән әйткәндә, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу өсөн бөтә ыңғай шарттар бар кеүек...
Ком: 0 // Уҡынылар: 538 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берлинды ла алдыҡ беҙ...Германияның Берлин ҡалаһында Викимедианың сираттағы конференцияһы булды. Төбәк бүлексәләре, тематик йәмғиәттәр, ҡулланыусылар төркөмдәре, Викимедиа фонды һәм уның бүлексәләре вәкилдәре йыйылған сарала Башҡорт Википедияһынан ике ирекмән – З. Әйле менән Visem ҡатнашты. Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына З. Әйленең сара тураһындағы тәьҫораттарын тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 981 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эйе, мин бар булмышым менән үҙемдең халҡыма, тыуған илемә бурыслымын. Йәшерәк саҡта, бындай юғары әхлаҡи фекер һалынған һүҙҙәрҙе ҙур, мәртәбәле йыйындарҙа ғына һөйләйҙәрҙер, тип уйлай инем. Йылдар үтеү менән, әлеге түләнеп бөтмәй торған бурыстың һәр кемдең аңында булырға тейештер, тигән фекергә килдем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 335 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙйыллыҡҡа нисек әҙерләнәбеҙ?Уҙған аҙнала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте. Сарала Мәскәүҙәге “Яҡташтар” йәмғиәте етәксеһе, Башҡортостан Республикаһынан Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зинуров, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шағирә Йомабикә Ильясова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һәм башҡалар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 343 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙҙән тора заман. Беҙ төҙөгән заман бит ул беҙҙән төҙөлә” Салауат районы – башҡорттар өсөн изге урынға әйләнгән төйәк. Был күренешкә тап ошо ерҙә тыуған Байыҡ Айҙар сәсән, Салауат Юлаев, Рәми Ғарипов кеүек шәхестәрҙең ҡаһарманлығы, халыҡ өсөн йәнен фиҙа ҡылыуы сәбәпсе, тиһәм, моғайын да, берәү ҙә ҡаршы төшмәҫ. Ҡоролтай кеүек йәмәғәт ойошмаһының да асылы ана шуға ҡайтып ҡала – унда тап милләтем, халҡым өсөн Аллаһ Тәғәлә риза булыр эштәр башҡарыу, заманыбыҙ ҡуйған мәсьәләләргә бөгөн хәл итеү юлдарын эҙләү тора. Мотлаҡ һәр урында яр һалып йөрөү түгел, урындарҙа йәштәр, балалар өсөн даими тәрбиәүи саралар ойоштороу, йәш быуын менән уларға ҡыҙыҡлы телдә һөйләшкәндә лә этник теманы күтәрә белеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 468 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт ҡоролтайҙары кәңәш ҡорҙоОшо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Нефтекама ҡала хакимиәте, Төньяҡ төбәк-ара башҡорт ҡоролтайҙары берләшмәһе ҡоролтай рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары өсөн махсус семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Унда Дүртөйлө, Илеш, Краснокама, Тәтешле, Яңауыл райондарынан, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларынан, Пермь крайынан вәкилдәр саҡырылғайны. Йыйылышты Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев алып барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 427 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ваҡыт үҙенең дуҫ-иштәре менән әңгәмә ҡороп ултырғанда Ғүмәр ибн Әл- Хаттаб:
– Мөмкинлегегеҙ булһа, Аллаһтан һеҙ нимә һорар инегеҙ? – тип ҡыҙыҡһына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 303 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24 Алға
Бит башына