Тәбиғәттең үҙе кеүек рәссам булһаң...Һынлы сәнғәт донъяһы, һәр сәнғәт төрө кеүек үк, бер ҡараһаң, шундай ябай һәм тәрән кисерештәр сағылдыра, һис көтөлмәгән фекерҙәр уята. Икенсенән, ул асылмаған сер төҫлө. Бигерәк тә бөгөн. Һынлы сәнғәт донъяһында әллә нисәмә төрлө йүнәлеш, һис көтөлмәгән табыштар, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер картиналарға күҙ һалһаң, туҙҙырылған донъялыҡты хәтерләткәндәй. Был нимә һуң? Рәссамдарҙың кәйефе сағылышымы? Әллә ысынбарлығыбыҙ шулай буталсыҡмы? Әллә кешеләр мөмкин тиклем аңламаҫлыҡ нәмәләр һынландырып, бөйөклөктө раҫларға тырышыумы? Хәйер, ниндәй генә ҡатмарлы һүрәттәр сәнғәт донъяһын баҫып бармаһын, кешеләр барыбер ҙә “ябайлыҡта – бөйөклөк” тигән әйтемгә тоғро ҡалып, картиналарҙан матурлыҡты, ысын оҫталыҡты сағылдырған теүәллекте, гармонияны эҙләй. Зауыҡ төшөнсәһе лә бик сағыштырмаса нәмә бит: хатта профессионалдар араһында ла йыш ҡына бәхәстәр сығып тора, әммә шуныһы көн кеүек асыҡ: сәнғәт ул фән түгел, унда ребус сисергә кәрәкмәй, киреһенсә, ҡараның, тыңланың, уҡының – ул һине үҙенең эске энергетикаһы менән ялмап ала!
Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Рәшит Хәбировтың картиналары менән Интернет селтәрендә таныштым. Дөрөҫөрәге, мин уларҙы һүрәт тип уйламаным, ә фотолар икән тинем, сөнки тормошта нисек бар, кеше нисек күрә, тойомлай, ана шул рәүешле һынландырылған рәсемдәр тормоштоң аныҡ күсермәһе ине. Бер ҡараһаң, бер ниндәй ауырлығы ла юҡ – тот та барыһын да нисек бар, шулай һүрәтлә. Шул уҡ ваҡытта нисек өлгәшкән һуң автор бындай гармонияға? Башҡорт мөхитен, башҡорт тарихын һүрәтләгән Рәшит ХӘБИРОВ менән яҡындан танышыу теләге ана шунан яралды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 209 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙыусылар союзында – яңы етәксеБашҡортостан Яҙыусылар союзының сираттан тыш съезында ижади берлектең яңы етәксеһе һайланды. Күпселек тауыш менән был вазифа филология фәндәре кандидаты, ғалим, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Зәки Әлибаевҡа йөкмәтелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 169 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт йыры Норвегияла яңғыраясаҡ“Заман” этно-проекты, Европалағы утыҙҙан ашыу илдән конкуренттарын артта ҡалдырып, “Liet international” халыҡ-ара музыкаль конкурсының һигеҙ финалсыһы иҫәбенә инде. Сара апрель уртаһында Норвегияның Кеутукейну ҡалаһында үтәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 118 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Халыҡ-ара шашка федерацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, апрель айында донъя рейтингын республикабыҙ шашкасылары етәкләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 290 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡырымдың Белогорск районында ҡаҙыу эштәре алып барған Башҡортостан эҙәрмәндәре йәнселгән баш һөйәктәренә тап булған. Ошо көндәрҙә улар Васильков үҙәнендәге ҡәберҙе ҡаҙа башланы. Уны эҙәрмәндәр әүәлерәк тапҡайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 185 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәҡдимдәр ҡабул ителәБашҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының вәкәләттәр ваҡыты тамамланыуға бәйле һәм “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 22, 23-сө статьяларына, Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 21, 22-се статьяларына ярашлы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған 12 ағза иҫәбендә яңы составтағы Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы төҙөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 180 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙҙар таға биҙәүес…Өфө модельеры Саимә Хәсәнова милли башҡорт кейеме йолаларына нигеҙләнгән этник биҙәүестәр эшләй. Коллекцияның бер өлөшө баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған “Өфө-Ладья” күргәҙмә-фестивалендә күрһәтелде. Проектты май айында дауам итеү күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 186 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Мусин Мишкә районы хакимиәте башлығы итеп ҡайтанан һайланды. Муниципаль район Советы үҙенең ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итте. Яңы хакимиәт башлығы был вазифаны 2020 йылдың сентябренә тиклем биләйәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 167 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика халҡын “Тоталь диктант”та әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл Башҡортостанда “Реаль эштәр” проектын тормошҡа ашырыуға төбәк ҡаҙнаһынан 152,8 миллион һум йүнәлтеү ҡарала. Проектты тормошҡа ашырыу йомғаҡтары һәм 2017 йылға пландар буйынса үткәрелгән матбуғат конференцияһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе Рузалия Хисмәтуллина ошо турала белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 192 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына