Ҡурған башҡорттарын барып күрҙек, Тарихтарға бөгөнгөнөң ғәмен үрҙекЮҡҡа ғына ерле мөхтәриәт хаҡында хыялланмаған бит Башҡорт автономияһы башында торған ғалим, ойоштороусы З. Вәлиди. Башҡорттарҙың боронғо дәүерҙәрҙән үҙ ерендә хужа булырға тейешлеген тәрән аңлап, ошо фактты аҙаҡ Иван Грозный тарафынан грамоталар менән раҫлап ҡуйыуын билдәләп, дәүләт ҡороп йәшәүгә хоҡуҡтарын таныуҙарын теләгән. Ошо хаҡта Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторған сәфәр барышында бер нисә тапҡыр иҫкә алынды. Нисек был хаҡта уйламайһың инде, нимә генә тимә, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендәге, Пермь крайындағы милләттәштәребеҙ күршелә генә йәшәһә, Ҡурған өлкәһенә барып етер өсөн йәнә лә Силәбе аша үтергә кәрәк. Ни генә тимә, был яҡ башҡорттары элек-электән үҙ традицияларын тотҡан, хатта милли кейемдәрҙең үҙенсәлеген һаҡлаған. Заманында тап ошо төбәктә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәктәрен, селтәрҙәрен, ҡашмауҙарын тергеҙеп йөрөнөләр әле ул. Телгә оҫта, йор һөйләшле милләттәштәребеҙҙең “Сафыя, ҡарале” тип аталған таҡмағын хәҙер кем генә башҡармай икән? Моңло тауышлы йырсы Фәрүәз Урманшиндың үҙ заманында репертуарын байытҡан был Ҡурған таҡмағы табындарҙың, мәжлестәрҙең түренән төшкәне юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 259 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Биғылый”ҙың исем туйыӘхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Спартак Ильясовтың “Биғылый” китабының исем туйы уҙҙы. Сарала роман, уның яҙылыу тарихы тураһында һөйләшеү булды. Шулай уҡ әҙиптең дуҫтары, ҡәләмдәштәре иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Был йәһәттән әҙиптең ҡасандыр бер бәләкәй генә “ихтилал” ойоштороуы, әлеге мәлдә ниндәй әҫәр өҫтөндә эшләүе лә бәйән ителде. Осрашыуҙа яҙыусының дуҫтары, ҡәләмдәштәре, ғалимдар һәм студенттар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 165 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өлкән быуындың ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡМәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейында Башҡортостан Республикаһының төбәк йәмәғәт ойошмаһы — “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” социаль үҙәге тыңлаусыларының ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо. Унда музей хеҙмәткәрҙәре, ҡунаҡтар, Коммунистик урамдың 39-сы йортонда урынлашҡан Халыҡ университеты директоры Рафиҡ Ғилмийәр улы Хәйҙәров, уҡытыусылар, төрлө клуб етәкселәре һәм уларҙа шөғөлләнгән пенсионерҙар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 239 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атанан күреп уҡ юнған...Халҡыбыҙҙың борон-борондан балалар тәрбиәләүҙә үҙ алымдары булған. Әкиәттәрҙә лә, йомаҡтарҙа ла, һүҙ араһында кинәйәләп әйткән мәҡәл-әйтемдәрҙә лә, телмәрҙе үҫтерер тиҙәйткес-һынашмаҡтарҙа ла, уйындарҙа ла тәрән халыҡ аҡылы сағыла. Уҡ атыу ҙа балаларҙың сослоғон, етеҙлеген, тилберлеген һынаусы, ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләүсе, ғөмүмән, рухи һәм физик тәрбиә биреүсе сараларҙың береһе. Хәрәкәтсән уйындар уйнап, көрәшеп-көрмәкләшеп, уҡ атып, балалыҡтан үтеп, көслө, рухлы, даланлы йәштәр булып етешкән улар. Унан ары уҡ атыу шөғөлө көндәлек тормошта ла мөһим роль уйнаған. Бөгөн иһә башҡорттарҙың ғына түгел, күп халыҡтарҙың милли шөғөлө булған уҡ атыу спорт төрө итеп раҫланған йәки милли уйындар булараҡ тергеҙелә килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 286 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҫманың март һанына күҙәтеү

“Ватандаш” журналының март һанында тарихи материалдар төп урынды алып тора, сөнки тарихи ерлек ҙур: 1919 йылдың мартында Башҡортостан РСФСР составында барлыҡҡа килгән беренсе республика була. Ошо уңайҙан баҫма Башҡортостан дәүләт китап палатаһы директоры Азат Ярмуллиндың “Килешеү мөнәсәбәттәренең беренсе тәжрибәһе” исемле мәҡәләһе менән асыла. Унда Башҡортостан милли дәүләтселегенең формалашыу этаптары сағылдырыла. Мәҡәлә Сталиндың Башҡорт автономияһын таныу тураһында телеграммаһы, Әхмәтзәки Вәлиди төҙөгән Башҡортостан автономияһы картаһы һәм башҡа тарихи документтарҙың һүрәттәре менән байытыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тирмән оно туҡлыҡлыРеспублика баҫыуҙарында йылдан-йыл иген үҫтереү ҡеүәтле бара: бураларға әллә күпме тонна ашлыҡ тапшырабыҙ, шул уҡ ваҡытта ситтә етештерелгән ондо һатып алабыҙ. Һуңғы ваҡытта бер генә ойошманың йәки фермерҙың үҙ игенен тирмәндә тарттырып, шуны эшселәренә һатҡаны хаҡында ишеткәнебеҙ ҙә, гәзит биттәрендә уҡығаныбыҙ ҙа юҡ. Ә бына “Урал аръяғы Агро” МТС-ының Әбйәлил филиалының Ишҡол бүлексәһендә, ышанаһығыҙмы-юҡмы, тирмән эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 196 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көнбайыш Европа санкцияларына эләккән ҡайһы бер байҙарҙың хәлдәренә инеп, уларҙы һалымдан азат итергә уйлайҙар. Был хаҡта Дәүләт Думаһы закон проекты әҙерләгән дә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 202 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең балетРеволюциянан алда Башҡортостан батша колонияларынан иң артта ҡалғаны һәм иң иҙелгәндәренең береһе ине. Үҙ хакимлеген һаҡлар өсөн капитализм төрлө милләт хеҙмәтсәндәрен бер-береһенә дошманлаштырып, дин ағыуы менән ағыулап бөттө, уларға экономик һәм культура яғынан үҫергә ирек бирмәне. Шул рәүештә башҡорт хеҙмәтсәндәре лә Октябрь революцияһын хатта үҙ әҙәби теленән дә мәхрүм хәлдә ҡаршы алды, ә башҡа культуралар, бигерәк тә музыка, сәнғәт тураһында һөйләп тә торорға түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Инновациялы үҫеште һайлайбыҙ
Бай тарихлы һәм тәжрибәле “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте – республикабыҙҙа юл һалыу, ҡоролмалар төҙөү, уларҙы тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү эштәрен башҡарған иң ҙур предприятиеларҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 202 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сабыр бул, Санкт-Петербург...Был Путинға, уның командаһына ҡаршы асыҡтан-асыҡ янау булдымы, әллә Рәсәйҙең сәйәси идеологияһына протест билдәһеме... Юҡ, был вәхшилек, ғөмүмән, аңлы кешелеккә һәм бер ғәйепһеҙ ябай граждандарға ҡаршы ҡылынған ғәмәл. Айырыуса аяныс, улар араһында өс бала ла бар. 3 апрель... Санкт-Петербург...
Ком: 0 // Уҡынылар: 190 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына