Волга – ЯнцзыБөгөн Өфөлә “Волга – Янцзы” форматындағы берлектәге эш төркөмө рәйестәштәренең сираттағы осрашыуы булды. Рәсәй яғынан унда Волга буйы федераль округы төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәбеҫтә һурпаһы ялҡытты, бишбармаҡ ашағы килә Әйтегеҙ әле, кемегеҙҙең ире, туғаны, танышы, күршеһе, ауылдашы сит яҡтарға китеп эшләмәй? Беҙҙең халыҡ аяҡ баҫмаған ер юҡ бөгөн: Силәбе, Екатеринбург, Мәскәү, Приморье, тотош Себер... Ауыр йөгөн артмаҡлап юлға сыға ла һағындырып ҡына ҡайтып инә. Хас та осар ҡош инде бына. Элек ата-бабалары һөргөнгә китһә, хәҙер үҙ теләге менән алыҫтарға юллана, сөнки үҙ төйәгендә эш юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 99 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағыла ла халыҡ ағыла... “Ватандаш” журналында журналист Миләүшә Годбодь яҙған “Байкал йыраҡ түгел” тигән юлъяҙманы уҡып, төрлө уйҙарға бирелдем. “Югорскиҙың ҡала булып китеүендә минең бер туған Мәрйәм апайым менән Марс еҙнәмдең дә өлөшө бар, – тип яҙа автор. – Улар икеһе лә Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң Югорск ҡалаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бөгөн дә Когалым, Яңы Уренгой, Нефтеюганск ҡалаларында эшләгән байтаҡ туғандарым бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? Ғаиләнән, телдән, милли матбуғаттан!
2017 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро бара. Бөгөн сағыштырыу өсөн беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләрен бирәбеҙ. Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары — Ишембай, Баймаҡ, Илеш, Дүртөйлө, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Шишмә, Салауат райондары — йылдағыса юғары күрһәткестәре менән һөйөндөрә. Афарин!
Ком: 0 // Уҡынылар: 101 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡорт театрына фиҙа йәнем...”Театр – ул көҙгө түгел, ә ҙурайтып күрһәтә торған быяла, тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, әйләнә-тирәләге тормошто тап шул театр икеләтә ҙурайтып, ҡабартып, аңыбыҙ, йөрәгебеҙгә һеңерлек итеп күрһәтмәйме ни?! Был йәһәттән нисәмә йыл тотороҡло эшләп килгән башҡорт театрҙары һәм дә уның ҡабатланмаҫ сағыу артистары менән бәхетле беҙҙең халҡыбыҙ. Ә бит булған шундай заманалар, башҡорт театр сәнғәтен бөтә ил белгән, уның һәләтле артистарын тотош донъя яратҡан... Хәйер, бөгөн дә сәнғәт ғибәҙәтханаларыбыҙ һәм улар аша халыҡҡа матурлыҡты, яҡтылыҡты, дөрөҫлөктө, ғөмүмән, йәшәйеште еткергән артистарыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ. Заманында йәш артистар тулҡын-тулҡын булып килгән бит театрға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡара ҡайын ҡайғы төҫөмө? Башҡорт халҡын милләт булараҡ барлыҡҡа килтергән һәр ырыуҙың йәшәгән урынына ғына хас тәғәйен ағасы, ҡошо, тамғаһы, яу ораны, изге тәбиғәт ҡомартҡылары булыуы тураһында мәғлүмәттәр быуаттар аша быуындан быуынға тапшырылып килгән һәм юғалтмай һаҡланған. Ырыу атрибуттарын тикшереү һәм тергеҙеү буйынса фәнни хеҙмәттәр яҙған ғалимдарыбыҙ Раил Кузеев, Рим Янғужин башҡорт халҡына баһалап бөткөһөҙ хазина булырлыҡ алтын ҡомартҡы ҡалдырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙ ҡәҙерен тойоп Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар – бөгөнгө башҡорт шиғриәте кимәлен билдәләгән шәхестәрҙең береһе. Уның “Бөркөттәр төйәге”, “Шоңҡар сөйәм”, “Заман заңы”, “Асманға ашыу”, “Ғүмер һәм дәүер” кеүек китаптарын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итһә, оло быуын әҙиптәре юғары баһаһын биреп, матбуғатта сығыш яһаны. “Ауыҙ тултырып әйтергә була: Хәсән Назар – кешеләрҙе шиғырлы итер өсөн, тимәк, иманлы итер өсөн килгәндәрҙең береһе”, – тип яҙғайны заманында Башҡортостандың халыҡ шағиры
Назар Нәжми.
Ком: 0 // Уҡынылар: 73 тапҡыр // Тотош уҡырға
Театрҙың беренсе башҡорт рәссамыБынан бер нисә йыл элек кенә Түбә руднигында бик ҡыҙыҡ бер слесарь-монтерҙы күрергә мөмкин ине. Ул үҙенең сменаһын тултырып ҡайта ла клубҡа йүгерә, унда ял итер өсөн генә бармай, стена газетаһын эшләй, лозунгтар яҙа, клубты биҙәй. Хатта уның менән генә ҡәнәғәтләнмәй, һынлы сәнғәт түңәрәге ойоштора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар барҙа мәктәптәр ябылмаҫ Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендәге реформаларға күнегеп тә киттек буғай. Үҙгәрештәргә, мәктәптәге ҡулайлаштырыуға уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә өйрәнде. Иң мөһиме – уҡыусыларҙың белем сифатын яҡшыртыуға, уларҙы киләсәктә лайыҡлы алмашсы итеп тәрбиәләүгә бөгөн һәр белем усағы үҙ өлөшөн индерә. Был тәңгәлдә Әбйәлил районында хәлдәр нисек? Уҡытыу системаһы ниндәй юҫыҡта үҫешә? Уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың кәйефе нисек? Ниндәй уңыштары һәм проблемалары бар? Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Вәлит ЗӘЙНУЛЛИНға ошо һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт дәүләт университетында “Рәсәй халыҡтары филологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” тигән темаға Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы булды. Халыҡ-ара сарала ғалимдар, аспиранттар, магистранттар һәм студенттар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына