“Халыҡтың тын алышын тойоп эшләүгә бер ни етмәй”Дәүләт етәкселеге власты халыҡҡа яҡынайтыуҙың төрлө юлын эҙләй. Телевидение аша аралашыу — иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та тура эфирҙы йыш ҡуллана. Үткән аҙнаның кесе йомаһында ла республиканың төп телеканалы аша өс сәғәткә яҡын Башҡортостан һәм баш ҡала халҡы менән аралашты ул. Быйыл һорауҙар күп каналлы телефон, электрон хат, социаль селтәрҙәр аша, WhatsApp, Viber, Telegram мессенджерҙары буйынса ҡабул ителде. Шулай уҡ Башҡортостандың 23 районында күсмә телевизион майҙансыҡ эшләне, төбәктәрҙә йәшәгәндәр улар аша ла үҙ мөрәжәғәттәрен еткерҙе. Халыҡ һорауҙарын тура эфир ваҡытында ла бирә алды. Барлығы 12 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 155 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы рәйесе Татьяна Голикова, 2016 йыл һөҙөмтәләрен барлап, Федерация субъекттарының дәүләткә дөйөм бурысының һуңғы биш йылда 2,5 тапҡырға артып, 2,32 триллион долларға етеүе тураһында белдерҙе. Яңы финанс йылы башына Рәсәй бюджетынан дотация алған (реципиент) төбәктәр һаны күбәйеп, “донорҙар” 11 генә ҡалған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем ул Илдархан Мутин?Февраль революцияһынан һуң күп тә үтмәй Башҡорт милли хәрәкәте идеялы һәм сәйәси ағым булараҡ туплана. Ул Рәсәйҙе федералләштереүҙе һәм уның составында автономиялы башҡорт республикаһын төҙөүҙе яҡлай. Милли хәрәкәттә тәүге көндәрҙән үк Мутиндар ғаиләһе вәкилдәре әүҙем ҡатнаша. 1917 йылдың майында Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолман съезынан һуң башҡорт делегаттары Ырымбурҙа йыйылып, ваҡытлы етәксе орган – Башҡорт өлкә бюроһын ойоштора. Уларҙың был аҙымын Ҡазан буржуазияһы етәкселегендәге “татар милләте” өсөн генә милли-мәҙәни автономия тураһындағы мәсьәләне күтәргән ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренә ризаһыҙлыҡ белдереүе менән аңлатырға кәрәк. Башҡорттар, бүтән төрки халыҡтар кеүек үк, милли-территориаль автономия яҡлы була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бейер өсөн тыуған ул!Бер аҙ алға эйелә биреп, дала юлынан бер ҡыҙ йүгерә... Ҡайҙа ашыға ул? Ниндәй хафаға ҡалған үҫмер? Артынан елдергән мотоцикл тауышына боролоп та ҡарамай, һаман алға юртыуын белә... Тик мотоцикл янына килеп туҡтағас ҡына, рулдәге кешенең атаһы икәнлеген абайланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 235 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Күршемдең ихатаһында төн буйы прожектор янып тора – тимәк, электр уты өсөн ул түләмәй. Тик күрше-күләнде ошаҡлау уңайһыҙ бит әле”. Бер ағай яңыраҡ шулай тип әйткәйне. Күрәһең, бындай күренеш һәр урында күҙәтелә, шуға күрә депутаттарҙың электр энергияһын урлаған өсөн ҡаты яуаплылыҡҡа тарттырырға тәҡдим итеүҙәре ғәжәп түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 115 тапҡыр // Тотош уҡырға
Минең полициям мине һаҡлайЙыл башында дәүләт власы органдарының һәр тармағы үҙенең үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай. Был Эске эштәр министрлығына ла ҡағыла. Енәйәтселек кәмейме, әллә артамы? Ошо үҙгәрештәрҙең сәбәбе нимәлә? Полиция хеҙмәткәрҙәренә ихтирам һәм уларҙың эшенә баһа ниндәй кимәлдә? Ҡануниәт һағында торғандарҙың үҙҙәренең хәле нисек?
Ком: 0 // Уҡынылар: 71 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөтә Рәсәй “ш” хәрефен эҙләй Күптән түгел Таможня союзының автоһәүәҫкәрҙәр өсөн мөһим булған Техник регламенты ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә лә үҙгәреш индерелде. Быйыл 4 апрелдән ғәмәлгә ашырылған был талаптарҙы үтәмәгән өсөн ошо көндәрҙә Өфөлә дәүләт автоинспекторҙарының шоферҙарға бер-бер артлы штраф сәпәүен йыш күрергә тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 99 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы яңыраҡ урындағы үҙидара тураһындағы ҡануниәткә үҙгәреш индергән закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Ул төбәк властарына ауыл һәм ҡасабаларҙы, муниципаль райондарҙы тарҡатырға, артабан ҡала округтарына ҡушырға рөхсәт итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 73 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мигранттар: “плюс” түгел, ә “минус” Быйыл VIII Гайдар форумында вице-премьер Ольга Голодец, миграция мәсьәләләренә ҡағылып, ҡәтғи рәүештә:
– Рәсәй Федерацияһында бөгөн ете миллион самаһы түбән квалификациялы хеҙмәт мигранты иҫәпләнә, һәм был хәл бик етди социаль ҡыйынлыҡтарға килтерә. Уларҙың эшмәкәрлеге ил иҡтисадына “плюс”тарға ҡарағанда күберәк “минус”тар өҫтәй. Әлеге миграция сәйәсәте юғары етештереүсәнлекле яңы эш урындары асыуҙы тотҡарлай, сөнки эш биреүселәр арзан эш көсөнә – мигранттарға иҫәп тота. Шуға күрә ул түбән етештереүсәнлекле һәм арзан эш көсөнән асыҡтан-асыҡ баш тартыу талап ителә, – тип белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 113 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ҡатлылыҡ бәләһе Республика Хөкүмәтендә граждандарҙың аҡсаһын йәлеп итеп финансланған торлаҡ йорттар төҙөлөшөн тамамлау мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрелде. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов билдәләүенсә, был категорияға ҡараған 23 объект файҙаланыуға тапшырылмаған, уларҙы финанслауға өс меңдән ашыу граждан өлөшләтә ҡатнашыусы сифатында йәлеп ителгән. Араларында күп аҡсаһын юғалтҡан, торлаҡһыҙ ҡалғандар байтаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 72 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына