Хәлһеҙләнгән һум кемгә ҡулай? Рәсәй һумдарының нығыныуы, был ниндәй генә сәйер парадокс булып күренмәһен, һуңғы айҙарҙа сәйәсмәндәрҙе, иҡтисадсыларҙы һәм эксперттарҙы етди борсолоуға һала. Улар, үҙ мәнфәғәттәренән сығып, бер-береһенә ҡаршы торған ике ҙур төркөмгә бүленеп, Үҙәк банкка, уның етәксеһе Эльвира Нәбиуллинаға баҫымын көсәйткәндән-көсәйтә. Билдәле булыуынса, Үҙәк банк һумдарҙың нығыныуы фонында 24 мартта үҙ ставкаһын 9,75 процентҡа тиклем кәметеп, йыл аҙағына 8,5 процентҡа тиклем төшөрөүҙе планлаштырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 122 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тармаҡта тәртип кәрәк! Кем ҡала буйлап маршрут автобустарында йөрөгәне бар, белә: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уртаса тиҙлек, тәртип һәм хәүефһеҙлек – беҙҙең юлдарға хас түгел ғәмәлдәр. Иртән дә, кис тә туҡталыштарҙа бер үк күренеш: төрлө ҙурлыҡтағы автобустар, мөмкин булған барлыҡ ҡағиҙәләрҙе боҙоп, “юлдан китегеҙ” тип сигнал бирә-бирә, пассажирҙар өсөн көрәшә, ә ҡуҙғалып киткәс, киләһе туҡталышҡа алданыраҡ барып етер өсөн уҙышмаҡтан алға елдерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һабаҡ алынмаған әсе тарихБөйөк Октябрь социалистик революцияһының 100 йыллығын билдәләү мәсьәләһенә бәйле, электрон һәм ваҡытлы матбуғат сараларында төрлө, хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр әйтелә. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Марат Ямалов менән “Башҡортостан” гәзитендәге әңгәмә лә (Рәшит Кәлимуллин, “Уяндымы “ләғнәт ителгән астар һәм ҡолдар донъяһы?”, 2017 йыл,
4 апрель, № 38) бер яҡлы ғына ҡабул ителмәй. Тарих фәндәре докторының совет осоронда белем алып, ҡарашы ла шул нигеҙҙә формалашыуы күҙгә ташланып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы бренд — Әбйәлил балығы Әбйәлил районы республикала Учалы районынан ҡала күлдәр һаны буйынса икенсе урында тора. Бында барлығы 33 эре күл иҫәпләнә, шуға күрә районда балыҡсылыҡ тармағының үҫешеүе мотлаҡ кеүек, әммә район кибеттәрендә тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында тотолған балыҡты көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырмын, тимә. Бынан бер нисә йыл элек районда һөмбаш балығы үрсетеү буйынса завод төҙөләсәге тураһында һүҙ сыҡҡайны, әлегә тиклем был башланғыстың осо-ҡырыйы күренмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 87 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күгәрсендәрҙең маҡсаты – ышаныслы юлдар һалыу Шуныһы ҡыуаныслы: республикабыҙҙың ҡайһы тарафына сәфәр сыҡһаң да, көҙгөләй ялтырап ятҡан юлдарҙан елдерәһең. Баш ҡаланан әллә нисәмә саҡрымдағы теге йәки был төбәккә һис ниндәй мәшәҡәтһеҙ барып етеүгә күнегеп тә барабыҙ. Хәҙер соҡор-саҡырлы юлға зарланыу һүҙҙәрен йышыраҡ ҙур ҡалаларҙа ишетергә тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 83 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Люксембург”тың хикмәте нимәлә? Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы. Йәше лә, ҡарты ла яҙыусы Мөнир Ҡунафин әҫәре буйынса ҡуйылған “Люксембургка барып ҡайтҡансы...” спектакленең премьераһына йыйылған. Күптәре көсөргәнешле эш көнөнән һуң күңелен рухи аҙыҡ менән байыта. Ә кемдәрҙер күтәренке кәйеф, дәрт һәм илһам алырға килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 423 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бар булмышым менән мин илдеке “Бар булмышым менән мин илдеке,
Ил йәшәһә – мин дә ҡалырмын.
Тыуған халҡым, яңы дәүерҙәргә
Һинең менән бергә барырмын...” –

тип 80 йәшенә аяҡ баҫты олуғ аҡһаҡалыбыҙ, күренекле шағир һәм ғалим, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшит Закир улы Шәкүров.
Ком: 0 // Уҡынылар: 124 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урман шаулап үҫә… Йәшәгән мөхитенә ҡарап әҙәм балаһы ла яраҡлаша. Борондан шулай булған. Әйтәйек, урман кешеһенең йәшәйеше даланыҡынан ныҡ айырыла. Бөгөн дә һәр төбәктең үҙ көнитмеше, үҙенә генә хас иҡтисады үҫешкән. Мәҫәлән, ҡариҙелдәр ағасҡа өҫтөнлөк бирә. Шуға ла бында урман сәнәғәте үҫешкән һәм артабан да үҫешәсәгенә шик юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 85 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙБыйыл райондың ауыл хужалығы эшсәндәренә бөтәһе 17 меңгә яҡын гектар майҙанда яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыу бурысы тора. Әле һәр урында ҡыҙыу кампанияға әҙерлек бара, оҫтаханаларҙа техника торошо тикшерелеп, техник күҙәтеү үткәрелә. Сәсеүҙә 50-гә яҡын агрегат ҡатнашып, белгестәр баҫыу эштәрен 10-14 көн эсендә тамамларға иҫәп тотабыҙ, ти, сөнки яғыулыҡ-майлау материалдарын, сифатлы орлоҡто, минераль ашламаларҙы көҙҙән үк хәстәрләп ҡуйғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Барыһы ла халыҡ өсөн Төбәктә социаль өлкәгә ҙур иғтибар бүленә. Дәүләт программаларына ярашлы, айырым категориялағы граждандарға йорттар төҙөлә, мохтаждарға, законға ярашлы, төрлө социаль ярҙамдар күрһәтелә. Мәҫәлән, 2013 йылда Йәштәр биҫтәһендә күп фатирлы йорт сафҡа ингән. Һөҙөмтәлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындары, уҡытыусылар, табиптар һәм йәш ғаиләләр өй туйлаған. Йәмғеһе 21 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылған. Абыҙ ауылында етем балалар өсөн ике фатирлы биш йорт төҙөлгән. 2015 йылда муниципалитетта ун ғаилә (улар араһынан өсәүһе күп балалылар иҫәбендә) “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһы сиктәрендә 10 миллион һумлыҡ субсидия алһа, дүрт ғаилә “Торлаҡ” программаһына ярашлы, 2,5 миллион һумға йорт төҙөү йәки һатып алыу өсөн сертификат алып ҡыуанған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 83 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына