Тиктормаҫ, шаян малайҙан – тел тип янған уҙаманғаса Тормошта шулай ҙа була: ҡайһы бер кешенең ғүмер буйына юғары вазифалар биләп тә, халҡы өсөн башҡарған эше бармаҡ менән генә һанарлыҡ булыуы мөмкин. Ә бына егерме йыл Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары булып эшләгән Миңдебай Бәхтиәр улының файҙалы эштәре хаҡында әллә күпме һөйләргә мөмкин: тәжрибәле педагог ике тиҫтә йыл эсендә республика мәғарифына байтаҡ яңылыҡ индерҙе, уҡытыусылар өсөн методик әсбаптар һәм ҡулланмалар яҙҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 264 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тимер ирей ҡулындаТап шулай тип әйтә уның хаҡында ауылдаштары. Ысынлап та, Хөрмәт Баймөхәмәтов бала саҡтан тимер эшенә маһир. Уның үҙ ҡулдары менән эшләгән бесән сапҡыс, йыйғыс, өйгөс ҡоролмалары барыһын да хайран итә. Бала саҡтан атайһыҙ ҡалған егеткә хужалыҡтағы барлыҡ эште башҡарырға тура килә. Ҡайһы саҡта йәйәүләп, бәғзе осраҡта кемдеңдер арбаһында бесәнгә барған саҡтарында, ҡышҡа етәрлек утын әҙерләгән ваҡытта Хөрмәттең тик бер хыялы ғына була: “Тиҙерәк ҙурайып, трактор һатып алып, уның ярҙамында бесән эшләргә”. Һуҡырҙың теләгәне – ике күҙ, тигәндәй, бөгөн геройымдың хыялдарының барыһы ла тормошҡа ашҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көл-күмергә ҡалырҙай мәлдә лә йылмайып, йырлап йәшәй...Туғыҙ ҡатлы йортта яңы фатир алып йәшәй башлаған ғына сағыбыҙ. Бер көн ҡапыл ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Асһам, почта таратыусы баҫып тора.
– Был йортта бер һеҙ генә “Башҡортостан” гәзитен алдыраһығыҙ, милләттәштәремде күреп сығырға булдым әле, – тине ул, ихлас йылмайып...
Ком: 0 // Уҡынылар: 265 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өршәк буйҡайҙары гөрләр мәл етәЯҙғы сәсеүгә әҙерлек Ауырғазы районында тулы ҡеүәтендә бара. Ауыл эшсәндәренә быйыл 64 мең гектарға яҡын майҙанда баҫыу эштәрен атҡарыу бурысы ҡуйылған. Игенселәрҙең күңеле тыныс, сөнки минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн препараттар, яғыулыҡ алдан әҙерләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 307 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем ҡурайына бейей Украина?Украинала дөрләгән ялҡын нисек тоҡанып киткәнен барығыҙ ҙа хәтерләйҙер, моғайын. 2014 йылдың апрелендә президент Януковичты ҡолатып, был вазифаны башҡарыуҙы үҙ иңенә йөкмәгән Александр Турчинов, көрсөккә ҡаршы көрәш штабы булдырып, “ҡулына ҡорал алғандарҙы” юҡ итергә вәғәҙә бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 299 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атайҙар юлынанОшо көндәрҙә Волгоград ҡалаһында ХХV Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Унда Башҡортостандан ике кеше, 95-се дүрт орденлы Полтава дивизияһы яугирҙәренең улдары – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының республика советы президиумы ағзаһы Энгель Зәйнетдинов һәм Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев саҡырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 222 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән әсе йәш тамаБөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығына арнап, Өфө ҡалаһында “Георгий таҫмаһы” тигән акция башланды. 22 апрелдән алып ирекмәндәр таҫмаларҙы халыҡҡа тарата башланы. Акция сиктәрендә концерт программалары, театрлаштырылған тамашалар, күргәҙмәләр тәҡдим ителә. Быйыл 9 майға тиклем 20 мең таҫма таратыу ҡаралған. Былтыр иһә баш ҡалабыҙҙа ғына 30 меңдән ашыу таҫма өләшелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 310 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт аттары буласаҡРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбе өлкәһенә эш сәфәре барышында ҡайһы бер сәнәғәт һәм инфраструктура объекттарында булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 369 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юл инспекторҙары Өфө водителенең бер тапҡыр ҙа тәртип боҙмауын асыҡланы. Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов оло йәштәге автоһәүәҫкәрҙең өйөнә үҙе килде. Рекордтың ысынбарлыҡҡа тап килеүен раҫлау өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре тәртип боҙоуҙар базаһын тағы ла бер ҡат тикшереп сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 216 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баш ҡалабыҙҙа Шиғриәт урамы барлыҡҡа киләсәк. Ул Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында урынлашасаҡ. Урамдың оҙонлоғо – 1,3 саҡрым. Ул Есенин урамына параллель килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 240 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 36 Алға
Бит башына