Бер-береһен эҙләй... эш һәм белгесӨфөлә булып үткән “Илдең кеше капиталы: 2030 йылғаса төбәк стратегияһы талаптары” тигән V Төбәк-ара кадрҙар форумы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Ни өсөн был мәсьәлә көнүҙәккә әйләнде? Ошо йүнәлештә заман ниндәй талаптар ҡуя?
Ком: 0 // Уҡынылар: 106 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәгән еребеҙ матур булһын Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһенә ярашлы уҙғарылған “Минең Республикам” тәбиғәтте һаҡлау акцияһында ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 127 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юҡ, хәбәрһеҙ юғалманы улар! Телефон аша еткерелгән хәбәрҙең ҙур акцияға әүерелеүе күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булғандыр, бәлки. Тәҡдим Дондағы Ростов ҡалаһынан килде. Локаль хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яҡташыбыҙ, отставкалағы подполковник, тарихсы һәм яҙыусы Мәхмүт Сәлимов Обливская станцияһындағы хәтер акцияһы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының был төбәктәге ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашыуы, уның ҙур юғалтыуҙары хаҡында һөйләне (“Һуғыш үткән юлдарҙан...”, “Башҡортостан” гәзите, 2016 йыл, 7 декабрь, № 141).
Ком: 0 // Уҡынылар: 156 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшлек бит ул – йүгәнһеҙ атӨфөлә “Студент яҙы-2017” республика юғары уҡыу йорттары студенттарының художество ижад фестиваленең гала-концерты булды. Унда 600-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 117 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡса иҫәп ярата “Бәхет аҡсала түгел” тиһәләр ҙә, ашау, кейенеү һәм башҡаһы унһыҙ ҙа булмай бит әле. Шул уҡ икмәктең хаҡы көн дә борсой. Бер телем дә ҡаба алмаһаң бөгөн, кәйефең ҡырылмаҫ ерҙән ҡырылыр. Был йәһәттән илдә аҡса яғынан хәлдәр нисек икән? Халыҡтың уртаса эш хаҡы, йәшәүе ниндәй кимәлдә? Белгестәр был һорауҙарға статистика мәғлүмәттәре менән яуап биргән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 145 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ыҙғыш алмаһы” кем ҡулында? Һуңғы осорҙа террор хәүефе донъя проблемалары араһында беренсе урынға сыҡты. Яңыраҡ Санкт-Петербургта булған ҡот осҡос хәл быны тағы бер тапҡыр раҫлай. Нилектән ошондай йыртҡыслыҡ күренештәре йышайҙы? Бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең күпләп ҡорбан булыуы ни өсөн террорсыларҙы һис борсомай? Ә ниңә элегерәк улар юҡ ине тиерлек? Нисек быға ҡаршы торорға?
Ком: 0 // Уҡынылар: 131 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рух ҡошо тураһында риүәйәтДонъяла Рух тигән ҡош бар. Башҡа бөтә ҡоштарҙан да айырмалы рәүештә, ул нурҙан ғына тора һәм күҙгә күренмәй. Уны бары күңел менән генә тойоп була.
Ер йөҙөндә йәшәгән һәр бер халыҡтың үҙ Рух ҡошо була. Һәр халыҡ уның менән бергә барлыҡҡа килә. Рух ҡошо халыҡтың улдарының һәм ҡыҙҙарының күңел йылылығынан көс ала. Ә күңел йылылығы халыҡтың үҙ булмышына, моңона, теленә һөйөүенән, бер-береһенә булған күңел тартымынан, киләсәк алдындағы бурыстарына яуаплылыҡ тойғоһонан ярала. Ошо йылылыҡтан көс алған Рух ҡошо иһә халыҡҡа юғарылыҡҡа, оло маҡсат менән йәшәүгә ынтылыш, саялыҡ, ғорурлыҡ, ихтыяр көсө рәүешендә рухи ҡеүәт бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 318 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынамы?Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү фонды (ФОМ) илебеҙ йәштәренең сәйәсәткә мөнәсәбәтен асыҡланы. Баҡһаң, студенттарҙың 45 проценты курсташтары менән сәйәси темаларға йыш һөйләшә икән. Шуның менән бергә, юғары уҡыу йорттарында һайлау алды агитацияһы алып барыуҙы уларҙың күпселеге маҡсатҡа яраҡһыҙ тип иҫәпләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 149 тапҡыр // Тотош уҡырға
Премьера ҡайҙа? Сибайҙа! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры республикала халыҡсан һәм тормошсан сәхнә булараҡ билдәле, шуға күрә Сибай тамашасыһының зауығын ҡәнәғәтләндермәгән, тормоштан йыраҡ торған бер көнлөк әҫәрҙе ҡабул итмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Һуңғы ваҡытта театрға илдәге “ҡулайлаштырыу” еле ҡағылыу сәбәпле, күп тигәндә дүрт йәки саҡ ҡына күберәк актер уйнаған спектаклдәрҙе ҡуйыу модаға керҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 330 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мул уңышҡа өмөтләнһәң, орлоғоңдо ҡайғыртЯҙ — сәсеү эштәре менән бәйле тығыҙ һәм яуаплы миҙгел. Һәр йылда ла иген культуралары, ҡуҙаҡлылар йәки кукуруз сәсеп тотороҡло уңыш алырға мөмкинме? “Ниндәй шарттарҙа?” тигән һорау тыуа. Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ: бөгөн ашлама һәм пестицидтарҙың ҡырҡа ҡиммәтләнеүе бер бәлә булһа, һуңғы ваҡытта климат үҙгәреүҙән һауа температураһының юғары күтәрелеүе – икенсе мәсьәлә. Әлбиттә, был үҙгәреш иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың үҫешенә кире йоғонто яһай. Шулай ҙа килеп тыуған мәсьәләнән сығыу юлдары бар – беҙ үҫемлек үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырырға йә заманса “сыныҡҡан” орлоҡ әҙерләргә бурыслыбыҙ. Күп осраҡта һәм күптәр өсөн икенсеһе уңайлыраҡ булып тойолор. Сәселгән орлоҡ үҫентеләренең, уларҙың тамыр системаһының сифатлы һәм көслө булыуы, орлоҡтоң зарарланмайынса матур итеп һаҡланыуы мул уңышты тәьмин итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 148 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына