Ял итә беләбеҙме? Хәүефһеҙлек нимәгә бәйле? Тәү сиратта ул һәр кемдең аңында булырға тейештер. Әгәр бала саҡтан “Ярамай!” тигән тыйыу һеңдерелмәһә, кешелә ҡурҡыу, үҙеңде һәм яҡындарыңды ҡурсалау, хәүефһеҙлек сараларын үтәү тойғоһо булмайҙыр, ахыры. Әле генә өс көн ял иттек, алда беҙҙе тағы ла оҙайлы байрам көтә. Тик тәүге ял көндәренән һуң Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығы, ЮХХДИ идаралығынан килгән мәғлүмәттәрҙән сәстәр үрә тора. Әйтерһең, һуғыш яланынан ағыла был хәбәрҙәр. Уларҙы уҡығандан һуң “Ял итә беләбеҙме, йәмәғәт?” тигән урынлы һорау тыуа...
Ком: 0 // Уҡынылар: 94 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙҙең йәштәргә эшһеҙлек янамай” Хәйбулла районы – тау сәнәғәте әүҙем үҫеш алған төбәктәрҙең береһе. Бында “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Башҡортостан шахта проходкалау идаралығының “Юбилейный” ятҡылығы урынлашҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 56 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәләүездәр сәсеүгә төштөМәләүез районы ауыл эшсәндәре ҙур әүҙемлек менән яҙғы баҫыу эштәренә төштө. Салауат исемендәге колхоз, “Ашҡаҙар”, “Трудовик” һәм “Иҙел” хужалыҡтары орлоҡ ағыулауҙы тамамлап, әле дым ҡаплауға, күп йыллыҡ үләндәр һәм ужым культуралары баҫыуҙарын минераль ашлама менән туҡландырыуға тотондо. Төбәккә ашлама ҡайтарыу әле дауам итә, бөгөнгә ике меңдән ашыу тонна тупланған да инде. Район ауыл хужалығы идаралығы белгестәре белдереүенсә, сифатлы орлоҡ тейешле күләмдә хәстәрләнгән, уға ҡытлыҡ булмаясаҡ.
Алдынғыларҙан һаналған “Ашҡаҙар” хужалығы ла, көндәрҙең матур тороуынан файҙаланып, тәүгеләрҙән булып һабанға төшкән. Бөгөн игенселәр күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлама менән туҡландырыу эшен алып бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өмөт менән йәшәлгән ғүмерЙәш ярымдан үкһеҙ етем ҡалып, кеше тупһаларында, иҙәндә быҙау бәйләй торған мөйөштәрендә септә түшәп, шуны ябынып ятып, 9 йәшкә еткәнмен. Аҙаҡ Үрген етем балалар йортонан ҡунаҡҡа ҡайтҡан малайҙарға эйәреп, ике көндә 120 саҡрымды үтеп, Ейәнсура районының Үрген ауылына барып еттем. Ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан тигән тормошта йәшәй башланым, беренсе класҡа уҡырға ла барҙым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яһиллыҡҡа ынтылған быуын үҫһә...Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең был донъянан китеүенә 1400 йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, ғалимдар әле булһа уның эскелекте юҡ итеүе менән ҡыҙыҡһына. Һуң, нисек мөмкин һуң улай – бер заман халҡың тотһон да, ти, айныҡ йәшәй башлаһын?.. Бер ҡараһаң, йәмғиәтебеҙҙә ошо боҙоҡлоҡҡа ҡаршы ниндәй генә көрәш алып барылмай, әммә барыһы ла хыял булып ҡала бирә. Әле бер урында, әле икенсеһендә халыҡтың шешә төбөнә төшкән ерҙән тура теге донъяға олағыуы дауам итә. Сират иһә өҙөлөргә лә уйламай...
Ком: 0 // Уҡынылар: 72 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйнаһын ғына ҡурайымБесән мәле. Был миҙгелдә Белорет яҡтарының хозурлығын әйтеп аңлатҡыһыҙ. Тик Рәмил генә ошо күркәмлеккә һоҡланыр хәлдә түгел. Үлтереп теше һыҙлай уның. Әсәһенең ҡапыл ғына дауаханаға алып барыр әмәле юҡ. Бесәнде йәһәтерәк өҙөргә кәрәк. Бөткөһөҙ донъя мәшәҡәтен үҙҙәре генә тарта шул. Атайҙары мәрхүм булғанда алты баланың иң кескәйе Рәмил бер йәштә генә тороп ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 112 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткәнебеҙҙе юғалтыу хәүефе янамай Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тигән бер аҡыл эйәһе. Эйе, беҙҙең был йәһәттән ғорурланырға хаҡыбыҙ бар кеүек. Ә шулай ҙа тарихыбыҙҙы сағылдырған ҡомартҡыларыбыҙға бөгөн юғалыу хәүефе янамаймы? Уларҙы киләсәк быуынға еткереү өсөн ниндәй аҙымдар яһала? Ҡануниәтебеҙҙә был йәһәттән ниндәй саралар ҡаралған? Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе,
Ком: 0 // Уҡынылар: 178 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Киндервиль” кескәйҙәрҙе көтәРеспубликала балаларҙың һәләтен төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Әлбиттә, ҡалала йәшәгән ғаиләләргә бәләкәстәрен төрлө үҙәктәргә йәки клубтарға алып барыу мөмкинлеге бар. Күптән түгел бындай үҙәк Ауырғазы районында ла асылды. Талбазы ауылының “Киндервиль” балалар клубы етәксеһе Гөлназ ӘҘИЙӘНОВА менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман технологияларына йөҙ тотоп Теүәл ярты быуат элек тәүге нефть скважиналары эргәһендә үҫеп сыҡҡан йәш Ишембай ҡалаһының нефть-газ сығарыу идаралығының электр участкаһы базаһында үҙаллы электр селтәрҙәре контораһы ойошторола. Предприятиеға егерме меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡаланы электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү, селтәрҙәрҙе ремонтлау һәм электр энергияһын ҡулланыуҙың иҫәбен алып барыу бурысы йөкмәтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 53 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дарыу арзаная, сирләү ҙә еңеләйерме? 1 майҙан Рәсәйҙең Һалым кодексына төҙәтмәләр инде, улар дарыу баҙарына ла ҡағыла: Евразия иҡтисади зонаһы сиктәрендә етештерелгән һәм һатылған дарыу өсөн махсус һалым режимы индерелә. Был хәлдең беҙгә файҙаһы булырмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына