Күңелдәрҙән китмәй  Еңеү яҙы9 майҙа Өфөләге Еңеү паркында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 152 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңғанлыҡ менән алдыраларСаҡмағош районының сәсеүҙе тәүгеләрҙән башлауына, урып йыйыуҙы беренселәрҙән булып тамамлауына күнегеп тә бөтөлгән инде. Быға һис тә ғәжәпләнәһе түгел – төбәктең агросәнәғәт комплексы республикала иң ҡеүәтлеләрҙән һанала, уның ауыл хужалығы предприятиелары финанс-иҡтисади мөмкинлектәре буйынса етештереүҙе рентабелле итеү, социаль-көнкүреш мәсьәләләрен уңышлы хәл итеү һәләтенә эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шағир бишегендә бәүелгәндәСовет осороноң төрлө мәлдәре булған, әммә әҙәбиәт аша халыҡтар бер-береһенә яҡынайған, ижади мөмкинлектәре артҡан, һалынған рухи күперҙәрҙә яҙыусылар ғына түгел, төбәктәрҙең халҡы ла дуҫлыҡ әләмдәре күтәргән. Әҙәбиәт дәүләттең идеологияһына хеҙмәт иткән, халыҡтар дуҫлығын пропагандалаған. Бына ошолар хаҡында уйландым мин апрель аҙағында, бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тыуған көнөндә уҙған саралар ваҡытында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Магнит башҡорттары әбйәлилдәрҙе арбаны Әбйәлил район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев шылтыратһа, былар тағы ниҙер эшләргә йыйына, тип уйлауым раҫҡа сыға. Был юлы ла тиккә шылтыратмаған Ансар Ғаттар улы: “Магнитогорск металлургия комбинатына экскурсияға барабыҙ, унда йәшәгән милләттәштәр менән осрашабыҙ, килегеҙ!” – тигән һүҙҙәрен кире ҡағырға батырсылыҡ итмәнем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 148 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эштәре ырамлыРайон хужалыҡтарының бер ҡасан да эшһеҙ торғаны юҡ: яҙғы сәсеү тамамланыу менән техника ремонтлана, ҡышты иҫән-һау үткәргәс, йәнә ең һыҙғанып баҫыуға сығалар. Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводына беҙ барғанда эштәр гөрләй ине – хужалыҡ яҙғы сәсеүгә әҙерләнә, ашламалар барлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 85 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр эшкә өлгөрәТормошто һөйгән, ауырлыҡтарға бирешмәй, һаман алға ынтылған кешеләр мине һоҡландыра. Үҙҙәренең уңғанлығы, ныҡлығы менән улар башҡаларға ла көс-дәрт өҫтәй, йәшәүгә ышаныс уята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 101 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етемлекте күрһәтмәһен Хоҙай Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесын уҡымаған кеше һирәктер. Сибай ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡыусылары ла авторҙың әҫәрҙәре менән яҡшы таныш. Ҡалабыҙҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры авторҙың “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәре буйынса әҙерләнгән спектакль ҡуясағын ишеткәс, барыһы ла ихлас күңелдән шатланды. Спектаклде ҡарарға Балалар ижады йортона беҙҙең мәктәптән генә лә йөҙҙән ашыу уҡыусы барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 133 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәнҡитте айыра белБыл донъяла үҙен идеаль кеше тип һанаған, бер кәмселегем дә юҡ тип уйлаған кешеләр унда-бында осрап торһа ла, күпселегебеҙ үҙенең теге йәки был етешһеҙлеген белә, тоя һәм, башҡаларға ҡысҡырып йөрөмәһә лә, күңелендә генә булһа ла таный. Кемдер ялҡауыраҡ, эште бик әкрен башҡара, өсөнсөләр иғтибарһыҙлығынан зыян күрә, бәғзеләр мөһим эштәрҙе онотоп ҡаҡшай. Кәмселектәребеҙ тураһында эстән генә үҙебеҙ алдында яуап тотҡан осраҡта ла, кемдеңдер ошо турала әйтеүе (бигерәк тә башҡа кешеләр алдында) күпселегебеҙ тарафынан аптырау, үпкәләү һәм протест тойғоһо уята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 120 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Сыйырсыҡ дауылы булып, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ осоп китте. Киләһе йыл да моңло тауыштарын, балаларын сығарғас, ҡарға булып ҡарҡылдап ҡурсыуҙарын ишетергә, күрергә насип булһын!” – тип яҙып ҡуйғанмын 2013 йылда. Ә бына былтыр һәм быйыл сыйырсыҡ килмәне лә ҡуйҙы... Күршеләрҙекенә лә ояламаны... Ни булғандыр...
Ком: 0 // Уҡынылар: 93 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар техник станцияһы Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһенә әҙерләнә Балалар техник станцияһының агро-биологик бүлеге өс йылдан бирле эшләп килә. Уның ҡарамағында тәжрибә баҫыуы бар. Бында орлоҡтан үҫкән 7 мең төп самаһы һәм ботаҡтарҙан үрсетелгән 200 мең төп алмағас үҫә. Быйыл яҙ 1 мең төп лимон, байтаҡ һанда апельсин ултыртылған. 1500 төп виноград яҡшы уҡ ҙур булып үҫкән. Станцияның теплицаһында ҡырағай виноград, йылы яҡтарҙа торған үҫемлектәрҙән пальма, кактус, туя, мимоза һәм лимон, апельсин ултыртылған. Ҡыяр өлгөргән дә инде. Парникта байтаҡ һанда сөгөлдөр, ҡыяр, апельсин, лимон, төрлө төҫлө сәскәләрҙең рассадаларын үҫтергәндәр. Оҙаҡламай уларҙы күсереп ултыртасаҡтар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 86 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына