Ҡырыҫ матурлыҡ бында

Йыр

Ямғыр – барабансы ул,
Еүеш ҡыйыҡҡа һуға,
Ел һыбыҙғы уйнатып,
Япраҡтарҙы осора.

Бейек саған – дирижер
Ботаҡтарын бәүелтә.
Һеҙ ҙә, әйҙә, йырлағыҙ
Ел, ямғыр менән бергә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 314 тапҡыр // Тотош уҡырға