Ниндәй көйһөҙ май булды һуң... Ниһайәт, яҙҙы май байрамында ҡыуандырған ҡояш менән оҙатып ебәрәбеҙ тиһәк тә, булмаҫ, ахыры. Килер көндәрҙә аяҙлы-болотло һауа торошон фаразлай синоптиктар: майҙың икенсе яртыһы тотошлайы менән ямғырлы булмаҡсы. Был аҙнаның аҙағында тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Ай аҙағынаса һауа температураһы көндөҙ уртаса 15-17 градус йылы, төндә ярайһы уҡ һалҡын – 5-10 градус кимәлендә һаҡланасаҡ. Баҡса, ер эштәрен башҡарып өлгөрмәгәндәргә һанаулы ғына аяҙлы-болотло көндәрҙә таҙартыуҙы, сәсеүҙе тамамларға мөмкинлек булыр, тип ышанайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 169 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көслө ҡурҡыныс түгел, үсле ҡурҡыныс Ер шарындағы кешелек донъяһы бер урындан ғына идара ителәме, әллә тормошобоҙға йоғонто яһарлыҡ көстәр унда ғына түгел, бәлки байтаҡ тарафтарҙа булырға тейешме? Ғөмүмән, бер полярлы, күп полярлы донъя тураһында фекер алышыуҙар хәҙерге осор сәйәсмәндәренең, үҙен сәйәсәт йәһәтенән белгес тип иҫәпләгән байтаҡ ағай-эненең яратҡан темаһына әүерелде. Әйткәндәй, сәйәсәт, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр белгестәренең харап күбәйеп китеүе — үҙе бер феномен, һәм был күренеш нимә менән аңлатыла?
Ком: 0 // Уҡынылар: 107 тапҡыр // Тотош уҡырға
Вил ӨМӨТБАЕВ, техник фәндәр докторы, профессор:
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?
Ком: 0 // Уҡынылар: 107 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда “Музейҙар төнө-2017” халыҡ-ара акцияһы 20 майҙа киске сәғәт 6-нан төнгө 12-гә тиклем үтәсәк. Республикабыҙ музейҙары был акцияла етенсе йыл рәттән ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 229 тапҡыр // Тотош уҡырға
75 йәшем тулыу, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелеү айҡанлы ғүмер һәм ижад байрамы ҡыуаныстарын кисереү насип булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 149 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа балта сапмайыҡМиллион ярымлыҡ башҡорт булғанда, телгә хәүеф янаймы? Әйҙәгеҙ, ошо мәсьәләне төрлө яҡлап тикшереп ҡарайыҡ. Иң башта телдең үҫешен билдәләгән төп факторҙарға иғтибар итәйек әле: ошо телдә белем биреү, гәзит-журналдар сығарыу, радио, телевидение тапшырыуҙарын ойоштороу, милли мәҙәниәттең йәшәүе. Улар иҫәбенә шулай уҡ телдең таралыу, ҡулланыу даирәһе лә инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 147 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Һуңғы ваҡытта ауырлыҡтар бер-бер артлы килеп тора. Күңелем шуға тыныс түгел. Муллаға барғайным, “Юлың бикле”, – тине. Һеҙ ошоға нисек ҡарайһығыҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Таңһылыу ВӘКИЛОВА.
Ком: 0 // Уҡынылар: 136 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәм балаһына ғилем бирелгәнИслам динендә мәғрифәткә ифрат ҙур урын бирелә. “Ҡөрьән”дәге иң тәүге аят-кәримәнең “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәлә исеменән уҡы” тип башланыуы, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бик күп хәҙисе аша ғилемгә әйҙәүе лә – быға ныҡлы дәлил.
Ком: 0 // Уҡынылар: 95 тапҡыр // Тотош уҡырға
“МИН ДӘ ХӘРБИ ОФИЦЕР БУЛАМ!” …Ишембай районының Көҙән ауылында була был хәл. Бишенсе класты тамамлағанда Фәрит мәктәптән ҡайтҡас та өй эштәрен тиҙ генә башҡара ла уйнарға сығып йүгерә. Сыға ла… туҡтап ҡала: урамдан бер һалдат килә икән. Аяҡтарына ялт итеп торған хром итектәр, өҫтөнә йәшел гимнастерка кейгән оҙон буйлы, киң яурынлы ағайға ул урынынан да ҡуҙғалмай һоҡланып ҡарап тора. Малайҙың иғтибарын бигерәк тә һалдат ағайҙың күкрәгендәге ҡояшҡа ялтырап торған, атлағанда сыңлап ҡуйған миҙалдары йәлеп итә. Шул саҡ уның күңелендә бер хыял бөрөләнә – үҫкәс, мотлаҡ хәрби кеше булырға!
Ком: 0 // Уҡынылар: 107 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рух һәм йәшәү ҡото хаҡындаҠатын-ҡыҙ... Биләүҙән ҡыҙҙар әсәй булып уйнай, әсәй булып йәшәй, әсәй булараҡ, яҡындары өсөн өҙөлөп, яҡты донъя менән хушлаша. Ошо изге бурысын атҡарғанда улар төрлө бәхетһеҙлектәргә лә, тормош һынауҙарына ла дусар була. Кемдәрҙер, ауырлыҡтарҙы һелкеп ташлап, яңынан баш ҡалҡыта, ә бәғзеләр уның аҫтында баҫылып, кешелек рәүешен юғалта...
Ком: 0 // Уҡынылар: 193 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына


non-profit jobs | home improvement loan