Һаҡмар ҙа таҙара... Намыҫ та...Йырҙарҙа йырланған, легендаларҙа данланған, бормаланып аҡҡан Һаҡмар йылғаһы Әбйәлил районының Әхмәт ауылынан башланып, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһе аша аға. Үҙ юлында йөҙҙәрсә ауылды туйындыра, тирә-яҡҡа матурлыҡ тарата, шифалы һыуы менән халыҡты имләй. Көньяҡ Уралдағы иң йәмле йылғаларҙың береһе булған Һаҡмар буйында йәшәүселәр үҙҙәренең тап ошо йылғаны һыулауҙары менән ғорурлана. Һаҡмар буйының матурлығын уның янында үҫкән бөҙрә ҡайындар, илаҡ талдар, мәғрур ҡарағайҙар арттырып ебәрһә, икенсе яҡтан, мул һыулы йылғала һыу өҫтөн тулҡынландырып йөрөгән сабаҡты ла, шырт ҡанатлы алабуғаны ла, ҡапыл ҡарпып, уҡтай елдергән суртанды ғына түгел, батшалар өҫтәлен биҙәр бәрҙе менән бағырҙы ла осратырға мөмкин. Яр буйындағы муйыл, балан емештәрен күпме быуын тәмләп, йылғаның саф һыуында ҡойоноп, рәхәтләнеп һыу инеп үҫкән. Әммә... Үкенескә ҡаршы, был матурлыҡ йылдан-йыл күҙгә күренеп юғала, мул һыулы һаҡмар йылғаһы ҡороуға табан бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 39 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡтылыҡ бөрккән моңло яҙмыш юлынан Оло яҙмышлы кешеләр осрай. Тәү ҡарашҡа, ошо ябай кешеләрҙең күҙендә – уҡып бөтә алмаҫлыҡ тормош хәтирәләре. Йөрәктәргә яҡын, һоҡландырған, күҙҙәргә йәш алдырған, уйландырған яҡты яҙыуҙар... Ә күңелдәрендә – еңеллек. Тормошто яратыуҙанмы, оло йөрәкле, сабыр булыуҙанмы? Белмәйем... Ундайҙарҙың күңеле еңел. Әйтер һүҙҙәрендә, күҙ-ҡараштарында, тиҫтә йылдар төҫө булып һынланған йыйырсыҡлы ҡулдарында ниндәйҙер бер иплелек, нур, еңеллек һиҙелә. Ошо матурлыҡ – күңел еңеллеге – ихласлыҡ, ябай ҡыуаныс, хәтирәләр ебен тағатҡанда сағылған хис-тойғо, хатта бер йылмайыу, ысын күңелдән шатланыу бөйөклөккә тиң. Беҙ бит күп осраҡта матурлыҡты бөйөклөктә, ә бөйөклөктө ҡайҙандыр юғарынан, бейеклектән эҙләйбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 61 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эш – халыҡты борсоған шешСер түгел, һуңғы йылдарҙа эшһеҙлек Рәсәй халҡын борсоған иң мөһим мәсьәләгә әүерелә бара. Эше юҡтың – ашы юҡ, тигәндәй, тормошта эшһеҙ йәшәү мөмкин түгел, ул бигерәк тә ишле ғаиләлеләрҙең бәкәленә һуға. Яңғыҙаҡ нисек тә тамағын туйҙыра, өҫтөн бөтәйтә. Шуғалыр ҙа илебеҙҙә 30 – 40 йәшлек буйҙаҡтар һаны артҡандан-арта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эй әҙәми нәфсе!Элегерәк район гәзиттәрендә, хатта республиканыҡыларҙа ла хеҙмәт алдынғылары, ауыл хужалығы эшсәндәре, игенселәр, малсылар тураһында күп яҙалар ине. Ундай яҙмалар бер ни тиклем ҡалыпланғаныраҡ була, ә инде жанрҙың иң юғары нөктәһе – ниндәйҙер малсының һарыҡ бәрәсе йәки быҙау ҡосаҡлап төшкән фотоһы була торғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 36 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәмселдәрҙең оло еңеүеКүптән түгел Хәйбулла лаптасылары Курск ҡалаһынан тыуған яҡтарына оло еңеү менән ҡайтты: мини-лапта буйынса Рәсәй чемпионатында тренер Азамат Ишемғолов тәрбиәләнеүселәре яҡшы уйын күрһәтте. Рәсәйҙең иң көслө һигеҙ командаһы араһында хәйбуллалар өсөнсө урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, мини-лапта буйынса республика данын Хәйбулла районының ир-егеттәр командаһы яҡлай. Уның тренеры Азамат Рәмил улы әйтеүенсә, Хәйбулла лаптасылары Мәскәү һәм Төмән өлкәһе командалары менән уйнаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман технологияларын ҡулланып... Бөгөн заман технологияларын ҡулланып, уҡыусыларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен артабан үҫтереү маҡсатында нимәләр генә эшләнмәй?! Төбәктә беренселәрҙән булып 3D-техникаһын ҡулланған Инновациялы йәштәр ижады үҙәге асылған. Үҙәк Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында урынлашҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 21 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ышаныслы терәк, ярҙамсылдар Маҡан ауылы фермеры Илдар Иҫәнгилдиндың машина-трактор паркы үҙе бер колхозды хәтерләтә. Кемдер сәскесте ремонтлай, икенселәр трактор менән булыша. 20-нән ашыу техника берәмеге булған фермерға яҙғы сәсеү һәм урып-йыйыу эштәрен атҡарыу ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырмай, сөнки барыһын алдан хәстәрләп, йүнәтеп, әҙерләп ҡуйыуҙы матур ғәҙәткә индергән ул. Шулай уҡ Айтуған менән Айбулат улдарының бергә эшләүе, һәр эште кәңәшләшеп башҡарыуы – эшҡыуар өсөн оло терәк. “Икеһе лә эшкә әрһеҙ, техниканы яҡшы белә, тиҫтерҙәре кеүек “оҙон аҡса” эҙләп ситкә китмәне, ауылда ҡалыуҙарына һөйөнәм. Юлымды дауам итерлек ышаныслы терәктәрем бар”, – ти Илдар Теүәлбай улы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәрендә – дала иркенлеге Аҡ ҡылғанлы далалары, тау-урмандары, уңдырышлы баҫыуҙары, ер аҫты байлыҡтары, ҡунаҡсыл һәм эшһөйәр халҡы менән дан тота Хәйбулла районы. Бында ғына бойҙайҙың иң юғары ҡаты сорты үҫә. Һәр саҡ алға ҡарап йәшәгән төбәктең социаль-иҡтисади хәле өлгө булырлыҡ: төҙөлөш объекттары күпләп сафҡа инә, юлдар төҙөкләндерелә, күперҙәр һалына, шәхси йорттар йылдам ҡалҡа... Был эштәр халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙә алтын етештереү етенсе йыл рәттән күтәрелә. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса ул, 1,2 процентҡа артып, 297,4 тоннаға еткән. Быйыл күрһәткес тәү тапҡыр 304 – 305 тоннаға етеүе ихтимал. Рәсәй алтын сәнәғәтселәре берләшмәһе шундай мәғлүмәт биргән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 54 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәйәси офоҡта Рәсәйгә айырым цивилизация юлын тәҡдим итергә ынтылған көстәр төҫмөрләнә: глобаль либералдар, православие монархистары һәм империя социализмы йәки социализм империяһы яҡлылар. Популяр сәйәсмән, иҡтисад белгесе Михаил Хазиндың “Рәсәйгә 2017 йылға фараз” тип аталған тикшеренеүҙәрендә телгә алыныуынса, тәүге ике төркөмдөң маҡсаты – монархияны тергеҙеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 65 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 Алға
Бит башына