Ҡунаҡ булғанда өйҙә, үҙең ултырма түрҙәЕвропаның тиҫтәләгән илдәренең береһенән иң оло хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡатын-ҡыҙ Рәсәй буйлап ҙур сәйәхәткә йыйына икән. Шул уҡ ваҡытта Америка Ҡушма Штаттарынан бер егет шул уҡ ниәт менән Рәсәй визаһын юллап йөрөй, ти. Ниндәйҙер оло йәштәге япон пары ла, ниһайәт, донъялағы иң ҙур илгә сәфәр ҡылырға әҙерләнә. Һәм бындайҙар йөҙҙәрсә, меңдәрсә, йөҙ меңдәрсә... Уларҙың бөтәһен дә ябай ғына бер әйбер берләштерә – китап магазины. Сәйерме? Эйе, ысынында китап магазины. Юлға йыйынған һәр сәйәхәтсе, бигерәк тә сит илдәрҙә, тыуған төйәген ҡалдырып ситкә сығырҙан алда тәү сиратта юл йөрөү буйынса белешмә һатып ала. Ундағы мәғлүмәт юл кешеһенә бик ҡулайлы, сөнки ят ерҙә ҡайҙа туҡтарға, нисек туҡланырға һәм нимәгә иғтибар итергә тигән мәғлүмәт сәфәрҙе еңеләйтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 443 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юрматылар, “Аҡтайлаҡ!”Ораны – “Аҡтайлаҡ!”, тамғаһы – һәнәк, ағасы – аҡ өйәңке, ҡошо иһә әтәлге булған ниндәй ырыуҙы беләһегеҙ? Ошо билдәләргә тағы “Батыры – Ҡараһаҡал, ғалимы – Әхмәтзәки Вәлиди” тигәнде лә өҫтәһәк? Әлбиттә, атыбыҙ ҙа, затыбыҙ ҙа, ырыуыбыҙ ҙа – Юрматы беҙҙең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 119 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өлгөрөп ҡалығыҙ! “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы 11-енән 21 майға тиклем Рәсәй почтаһының рәсми каталогына ингән республика, район, ҡала баҫмаларына яҙылыуға 10 процент ташлама яһай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 90 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?Яңыраҡ “Ғаиләлә бәхетһеҙлекте һәм социаль етемлекте иҫкәртеү мәсьәләләрен хәл итеүҙә ғаилә тормошо һәм яуаплы ата-әсәлек мәҙәниәтен булдырыу” тигән семинар булды. Сарала Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика социаль приюты етәкселеге ҡатмарлы көнкүреш шарттарында ҡалған ғаиләләр менән осрашты, уларға ярҙам итеү алымдарын барланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 99 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүҙәнә лә ҡысҡыра:“быт-был-дыҡ...”Төбәк хужалыҡтары өсөн яҙғы сәсеүҙең үҙенсәлеге шунда: баҫыуҙарҙа күп кенә яңы һәм заманса техника эшләй, һуңғы йылдарҙа машина паркы байтаҡ ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы менән байыған. Шөкөр, был юҫыҡта эш әле лә дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 81 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Гоголь геройы”Айһылыу әхирәтемдә икәүҙән-икәү сөкөрләшеп сәй эсеп ултырғанда, 35 йәштәр самаһындағы ҡатын килеп керҙе. Класташымдың күршеһе икән.
– Район үҙәгенә бараһы йомошом бар – ҡәйнәм сирләп китте, дарыу-маҙар алып ҡайтырға кәрәк, һыйырым быҙауларға тора, зинһар, ҡараштырып тороғоҙ, ирем эштә, – тип бер тынала хәбәрен һөйләп, ашығып сығып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 191 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атай йорто фатихаһыЙәмле Асылыкүл буйҙары... Көмөшләнеп емелдәгән һыу өҫтө. Күлдең тирә-яғында аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән тау битләүҙәре. Халҡыбыҙ яҙмышына төшкән күп ваҡиғаларҙың шаһиты булған күл буйында өйкөм-өйкөм ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, емеш-еләккә йомарт туғайлыҡтар. Ниндәй күркәм күренеш! Ирекһеҙҙән ошо ерҙә тыуған “Заятүләк менән Һыуһылыу”эпосы, унда барған ваҡиғалар иҫкә төшә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Советтар Союзының ҡымыҙ санаторийҙары үҙҙәренең аҙ ғына йәшәү ваҡыттары эсендә ҙур уңыштарға өлгәштеләр һәм туберкулезға ҡаршы көрәштә ҙур роль уйнай торған дауалау учреждение-ларына әйләнделәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә күренекле башҡорт яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны” повесын уҡып сығыу бәхете тәтене. Әҫәр тәү сиратта бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булыуы менән арбаны. Уны “серле повесть” тип тә йөрөтөргә мөмкин. Был ижад емешенең башынан аҙағынаса серҙәр йәшеренгән. Ул йомғаҡ кеүек яйлап һүтелеп бөтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 127 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдус Илишевты ҠОТЛАЙБЫҘ!Яҡын Көнсығыштағы Катар илендә Рәсәй дипломаты булып эшләгән Илдус Ғөбәйҙулла улы Илишев үҙенең күркәм юбилейын – 60 йәшен билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 117 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына


secured loan rates | remortgage conveyancing cost