Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?
– Ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам? Беренсенән, бала саҡтан һеңгән ғәҙәт буйынса. Атайым өйөбөҙгә дүрт телдә ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал алдыра торғайны, шуларҙың береһе “Совет Башҡортостаны” ине. Дүрт тигәнгә аптырай ҙа ҡуялар, ул немец телен уҡытҡанлыҡтан, шул телдә лә алып уҡый ине.
Бала саҡта ололар гәзите нимәгә тимәгеҙ, унда беҙҙе ылыҡтырырлыҡ яҙмалар етерлек була торғайны ул. Әлбиттә, рәсмиҙәре, хеҙмәт алдынғылары тураһында мәҡәләләрҙе уҡып тормай инем — күңелһеҙ сөнки. Әммә фотолары күҙгә салына һәм алдынғы булыу шәп нәмә икән тип мейегә лә һалына барған инде, шикһеҙ.
Дүртенсе бит иң ҡыҙығы ине, мотлаҡ шуны уҡыйым. Аҙаҡ китапҡа инеп китер оҙон әҙәби әҫәрҙәр ҙә баҫыла ине бит. Кем алдан өлгөрөрҙән, талаша-талаша уҡый инек әле ул мауыҡтырғыстарын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 25 тапҡыр // Тотош уҡырға