“Киләсәгем яҡты булһын тип, Тамырымды доға менән һуғарам!”[b]Бик үҙенсәлекле бөгөнгө әңгәмәсем. Ни өсөн тиһегеҙме? Әллә нимәләр хаҡында китап яҙырға, уйлап сығарып ижад итергә була, ә бына ошо тормошта йәшәгән изгеләр тураһында китап яҙырға йөрьәт итеү һәр кемдең ҡулынан килә торған, күңеле халәтен асҡан ғәмәл түгел.
Бала саҡтан һәр беребеҙ ишетеп үҫтек әүлиәләр, изгеләр, уларҙың ҡәберҙәре хаҡында. Әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында ул хаҡта һөйләү ҙә, һөйләшеү ҙә тыйыла ине, сөнки рәсми власть тарафынан дин тыйылған йылдарҙа тәрбиәләндек беҙ. Хәйер, Аллаға шөкөр, ауылдарҙа барыбер муллалар булды, бәндәләрҙең өс туйы ғәмәлдәре атҡарыла килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында республика Йәмәғәт палатаһының ун ағзаһы раҫланды. Парламентҡа йәмғеһе 73 кандидат тәҡдим ителгәйне. Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты уларҙың ҡануниәт менән ҡуйылған талаптарға яуап биреү-бирмәүен тикшерҙе. Һөҙөмтәлә 12 дәғүәсенең ошо талаптарға яуап бирмәүе танылды. Кандидаттар исемлегендә 61 кеше ҡалды. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә ун кеше Йәмәғәт палатаһы ағзаһы тип раҫланды.
– Йәмәғәт палатаһы – мөһим ресурс. Ул граждандар йәмғиәтен ойоштороуҙа төп урындарҙың береһен биләй, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. – Конкурстың ҙур булыуы ҡыуандырҙы. 10 урынға 73 кеше дәғүә итте. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә раҫланған 10 кешенең барыһы ла – тормоштоң төрлө өлкәләрендә халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлау йәһәтенән мөһим социаль бурыс башҡарған танылған шәхестәр. Йәмәғәт палатаһының яңы һайланған составы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итербеҙ, берлектәге эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге артыр, тип ышанабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 387 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғлүмәтле булыу отошло Стәрлетамаҡ үҫешә. Яңынан-яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар төҙөлә. Мәҫәлән, күптән түгел ҡаланың яңы биҫтәһендә күп ҡатлы йорттар барлыҡҡа килде, уларҙан йыраҡ түгел 1000 урынлыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы ишектәрен асты, “Ашығыс ярҙам” ярҙамсы станцияһы һәм янғын һүндереү часы эшләй башланы, сауҙа йорттары ҡалҡты. Төрлө программалар, инвестициялар ярҙамында төҙөлөш гөрләй. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: муниципалитеттың киңәйеүенә ҡарамаҫтан, уның бөхтәлеге, таҙалығы инде нисәмә йыл матур йола булып һаҡланып килә. Күптән түгел Мәскәүҙә “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы (ауылы)” конкурсы йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡтың 100 мең һәм унан да күберәк кеше йәшәгән ҡалалар араһында II урынды алыуы – быға асыҡ дәлил. Тәүге баҫҡыстарҙағы позицияларын стәрлетамаҡтар инде бер нисә йыл бирмәй килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 128 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 апрелдән 2017 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының төп этабы башланды. “Туған баҫмаңа яҙыл” марафоны бөтә республика буйынса уҙғарыла. Баҫмаға яҙылып, ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 123 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухиәт ҡанаттары талмаһынХәйбулла районының мәҙәниәт учреждениеларында былтыр ғына ла 17 мең 551 сара үткәрелгән. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләре – оҫта ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға республика ҡурайсылар конкурсын, төбәк-ара “Бөйөк дала” башҡорт рок фестивален һәм һәр ауылда үткән брендлы байрамдарҙы индерергә мөмкин. Әле район мәҙәниәт учреждениеларында 405 үҙешмәкәр халыҡ ижады түңәрәге эшләй, район мәҙәниәт йорто, 48 ауыл клубы, 28 китапхана, ике балалар сәнғәт мәктәбе бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 258 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әрметтән дә чемпиондар сыҡмаҫ тимә Башҡортостан халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Шуға республикала ауыл ерлегенә иғтибарҙы арттырыу зарур. Был тәңгәлдә төбәктә эшләп килгән проект-программалар күңелде тынысландыра, ер кешеләрендә өмөт уята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 333 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беренсе түгел, ә бер сменалы мәктәптә уҡыу отошло “Улым биш йыл буйы икенсе сменала уҡып яфа сикте, уның ыҙалағанын күрһәгеҙ икән. Ислам – тәбиғәте менән “һабантурғай”, кис сәғәт нисәлә йоҡларға ятыуына ҡарамаҫтан, бик иртә уяна. Әлбиттә, дәресен әҙерләүгә лә, йорттағы бүтән төрлө эштәрҙе башҡарырға ла ваҡытын еткерә. Әммә сәғәт 1-ҙән һуң мәктәпкә бармау өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер ине. Икенсе сменалағы уҡыуҙы баламдың ихтыяр көсөнә ҡаршы килеү тип ҡабул иттем. Әле лә, ҡайһы бер мәктәптәрҙә уҡытыу төштән һуң да бара икән тип ишетелеп ҡала. Уны бер сменала ғына ойошторорға булмаймы?” – тип яҙа хат авторы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 172 тапҡыр // Тотош уҡырға
Совет осоронда һәр ғаилә ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал алдырҙы. Почта хеҙмәткәре иртәнге таңдан почта йәшнигенә кәмендә 5-10-ар дана гәзит-журнал ҡалдырҙы. Уҡыусылар мотлаҡ “Башҡортостан пионеры”, “Пионер”, “Юный натуралист” алдырһа, өлкәндәр “Башҡортостан” гәзитенә, район матбуғатына яҙылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 131 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сит ерҙәрҙә солтан булғансы... “Кил беҙҙең яҡтарға, солтан булырһың!” – тип саҡырһын ине берәйһе. Солтан тәхете, әлбиттә, беҙҙең кеүек ҡараһөйәктәргә тәтемәҫ, тик, шулай ҙа, етеш, уңайлы тормош шарттары вәғәҙәләгән тәҡдимдән кем баш тартыр? Был фани донъяла һәр әҙәм балаһы Ҡояш аҫтында йылынырлыҡ урын эҙләй. Беҙ ҙә үҙ төйәгебеҙҙәге ҡояштан ала алмаған йылылыҡты алыҫ Себер тарафтарында билдән көрт йырып, һалҡынға, ауырлыҡҡа бирешмәйенсә нефть скважиналарынан эҙләргә мәжбүрбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 195 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыш балалары – тарих яралары — Ниңә һуғыш ваҡытында торф сығарыуҙа эшләгәндәрҙе бер ҙә кинола күрһәтмәйҙәр икән? Шул хаҡта Путиндың үҙенә хат яҙырҙай булам хатта, — тип башланы һүҙен Илеш районының Үрге Маншыр ауылында йәшәгән 91 йәшлек Ғәзимә Сөләймәнова инәй, тылдағы хеҙмәте тураһында һөйләүен үтенеүемә яуап итеп.
— Ауылдан егерме кеше киттек. Мәжбүр итеп ебәрҙеләр. Бармаһаң, силсәүиткә ябып ҡуялар. Ун ете көн барҙыҡ поезда. Товарный вагонда ятабыҙ. Кеше күп. Йәркәйҙән Солтан Ғәҙелов тигән ағай вербовщик ине. Сухой паек тип 2,5 перәник менән яртышар һабын таратып сыҡты. Кешеләр аслыҡтан шешенде. Мин бойҙай ярмаһы алғайным. Туҡтап торған арала шунан аш бешереп ашаныҡ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 208 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына


https://appdeveloperbrisbane101.wordpress.com/