О внесении изменений в отдельные законодательные акты Республики Башкортостан в сфере местного самоуправления в целях противодействия коррупции

Принят Государственным Собранием – Курултаем Республики Башкортостан 6 июля 2017 года.
Ком: 0 // Уҡынылар: 132 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА,
әҙибә һәм журналист:


– Бер быуатлыҡ тарих. Ни­ҙәр генә булмаған шул дә­үерҙә! “Башҡортостан” гәзи­те респуб­ликабыҙ тормошон йөҙ йыл буйына яҡтыртып, тарих йылъяҙ­маһын алып бара. Халҡыбыҙ йәшә­йе­шенең бөтә өлкәһе лә – иҡтисад, йәмғиәт, сәйәсәт, мәҙәниәт, спорт – барыһы ла теркәлә. Тарихи һыны­лыштар, ваҡиғалар сағы­­лыш таба.
Колхозлашыу осоронда, Бө­йөк Ватан һуғышы йылдарын­да, үҫеш биш йыл­лыҡ­тарында республика нисек йәшәгән – былар хаҡында гә­зит биттә­рендә бай мәғ­лүмәт табырға мөмкин. Бө­гөнгө уҡыу­сылар үткәндәр тура­һын­да “Башҡорт­остан”да би­рел­гән, элек ба­ҫыл­ған хә­бәр­ҙәр, мәҡәләләр аша танышып бара. Йылдар үтеү ме­нән бөгөнгөләр ҙә тарихта ҡала­саҡ. Уларҙы киләсәк быуын шулай уҡ ҡыҙыҡһынып уҡыр.
Матбуғат – үткер ҡорал, пропагандист, әңгәмәләш, тәж­рибә уртаҡлашыусы, бе­лем биреүсе, кәңәшсе, ихлас дуҫ, фекерҙәш... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙ
Яман һүҙ яман уйҙан ярала.

Рәшит ШӘКҮР.

***
Татһыҙ ризыҡтан йылы һүҙ яҡшы.
Айһыҙ төн – энә күргән күҙ яҡшы.

Сәрүәр ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА.

***
Һүҙ – кеше ләхете,
Һүҙ – кеше бәхете,
Һүҙ – кеше тәхете.
Бөтәһе лә
Ниндәй ауыҙҙан һүҙ
Сығыуға ҡарай.

Динә ТАЛХИНА.

Ком: 0 // Уҡынылар: 99 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маҡсат һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Берҙәм дәүләт имтихандарына етди әҙерләнгән уҡыусылар яҡшы баһаға лайыҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған уҡыусылар менән осрашты. Ул, сығарылыш уҡыусыларын мәктәпте тамамлауҙары менән ҡотлап, юғары баһаға лайыҡ булған балаларҙың ата-әсәләренә, республика мәктәптәренең уҡытыусылар коллективтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 87 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда ерҙең маҡсатҡа ярашлы тәғәйенләнеүен, рөхсәтһеҙ төҙөлгән объекттарҙы, уларға теркәлмәгән хоҡуҡтарҙы асыҡлау маҡсатында ер участкаларын һәм капиталь төҙөлөш объекттарын инвентаризациялау буйынса күләмле эш башҡарыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 111 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙҙәр кешеләр менән йәшәй

– Бөгөн нисәнсе уҡыу көнө әле?
– Дүртенсе. – Ағайҙың ҡатыны тиҙ яуап бирҙе.
Байтаҡ йәштәге кешеләр инде улар. Икәүләп кенә донъя көтәләр, балалары күптән айырым оя ҡорған. Мәктәп менән бәйләнештәре әллә ни булмаһа ла, аҙна көндәрен шулай боронғоса, уҡыуға бәйләп, атайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 107 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшлегеңдең ҡәҙерен белБашҡортостан мосолмандарының Диниә назаратындағы Йәштәр бүлеге һәм Хәйбулла районы хакимиәте төбәк халҡы өсөн “Хуш, Рамаҙан!” тигән матур осрашыу үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 92 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәзиттең 69-сы һанында Б. Йосопованың “Рәнйемәһен йән эйәһе” исемле хикәйәһенән өҙөктө уҡып сыҡҡас, битараф булып ҡала алманым. Йома һанының “Иман” битенә урынлаштырылғас, автор күтәргән мәсьәләнең туранан-тура динебеҙгә ҡағылышлы булыуы һәр кемгә асыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 108 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ирем минең әсәй-атайыма ҡарата бөтөнләй тиерлек иғтибарһыҙ. Күп осраҡта беҙҙең ғаилә байрамдарынан ситтә ҡалыуҙы хуп күрә, яҡындарым­дың хәле менән ҡыҙыҡһынмай...
Л. БАЙЫМОВА.
Мәләүез районы.


Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһ, Ал­лаһ Тәғәлә тарафынан яратылған атабыҙ Әҙәм менән инәбеҙ Һауа баш­лаған юл – һөйөү нигеҙендә балалар үҫтереү – тормо­шобоҙҙоң төп мәғәнәһенә әүерелгән. “Никах, ғаилә ҡороу – сөннәтем, унан ситкә киткәндәр минең өммәттән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 106 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәктә – дәрт, күҙҙә – осҡонКүптән түгел республикала инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса чемпионат тамамланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 186 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына


billige fly