Мәмбәт мәсете ниҙәр кисергән?Иң боронғоларҙың береһе ул тыуған яғым Хәйбулла районының Мәмбәт ауылындағы иман йорто. Уны “Иҫәнғол мәсете” тип тә йөрөтәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 70 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәкте өтөр ҡуҙЙылдар аҡҡан һайын үткән юлыбыҙға ҡат-ҡат әйләнеп ҡарайбыҙ. Тарих – күңелде өтөп торған ҡуҙ. Уны хәтерҙә тотмаһаҡ, алға китеп булмай. Бына әле мин тағы артҡа боролоп ҡарайым, халҡымдың үткән тормошона үҙемдең күҙлектән тағы бер тапҡыр баһалама яһайым. Яҙмамда бер аяғы менән туҡһанда торған аҡһаҡал Әбделәхәт Шиһап улы Этҡоловтың һөйләгәндәренә таянып яҙған тарихты тәҡдим итәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аттар ауҙы гөрһөлдәп, ә беҙ, малайҙар, түҙҙек!…Домофон төймәләрен йыйып та өлгөрмәнек, 4-се ҡатта йәшәгән хужа ҡунаҡтарын ҡаршыларға үҙе килеп сыҡты. “Әйҙәгеҙ, уландар”, – тип өндәшһә лә, дөрөҫөн әйткәндә, “Беҙ осрашасаҡ кеше ошомо икән ни?” тигән икеләнеү тыуҙы күңелдә. Нисек кенә булмаһын, Мозаир Мортаза улына һис тә 86 йәш бирерлек түгел. Артынан йүгерә-йүгерә баҫҡыстан күтәрелгәндә: “Егеттәрҙән бер ҙә ҡалышмайһығыҙ, бабай”, — тигәс, ул йылмайып ҡына ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 70 тапҡыр // Тотош уҡырға
Серҙәрен асты бауырһаҡАлдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районында тәүге тапҡыр “Бауырһаҡ” байрамы үтте. Үҙебеҙҙең милли брендты булдырыу йәһәтенән әлеге сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 65 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәжәрә – йәшәү тамырыҠариҙел ерендә X республика шәжәрә байрамы үтте. Уҙған йылдарҙан айырмалы, быйыл балалар араһында ла нәҫел ағасын төҙөү конкурсы ойошторолдо. Бығаса әлеге байрам Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Көйөргәҙе, Дүртөйлө райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәйне.
Ҡариҙелдәге осрашыу ҙа бик бай һәм йөкмәткеле булды. Ул район һабантуйы менән тап килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 65 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңел аҙығын йәлләмәйек– Аҡ тирәк, күк тирәк, беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
– Беҙгә анау оҙон сәсле ҡыҙ кәрәк!
– Алып ҡарағыҙ, улай булғас, килен итеп!
– Һай, йүгер-йүгер!
Ком: 0 // Уҡынылар: 68 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ “Бөйөк бер моң биләй күңелемде”Гәзитем “Башҡортостан”

Атай-әсәйем эштәләр,
Ә мин өйҙә бер үҙем.
Өҫтәлдә ятҡан гәзиттән
Алмайым бер ҙә күҙем.

Унда рәт-рәт теҙелешкән
Шиғыр юлына бағам.
Таныш хәрефтәрҙе табып,
Береһен береһенә тағам.

Вәт мөғжизә! Яһала һүҙ,
Яңғыратып моңло өн.
Үҙем уҡып ятлағанға
Шиғырлы итте был көн.

Шиғырлы итте, аңлатты
Туған телемдең бәҫен,
Ҡоролмалар үҙгәрһә лә,
Гәзитем үҙгәрмәҫен.

Миңә бары өс йәш ине —
Ғүмерҙәр ҡайҙа осҡан?
Донъя имен.
Беҙ бергәбеҙ,
Гәзитем “Башҡортостан”!

Ике донъя

Яҡынбыҙ ҙа, йыраҡбыҙ ҙа –
Ғүмер буйы сиселер сер...
Беҙ икебеҙ – ике донъя:
Беребеҙ – Күк, беребеҙ – Ер.

Ниңә моңлана һуң йәндәр
Саҡырғанда яҙын кәкүк?
Беҙ икебеҙ – ике донъя:
Беребеҙ – Ер, беребеҙ – Күк.

Күкрәп үҫер Моң ағасы,
Донъялары бер тоташыр:
Тамырҙары – тәрән Ерҙә,
Ә сатыры Күккә ашыр!
Ком: 0 // Уҡынылар: 299 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ күреүе — оло бәхетБәғеркәйем, бик ныҡ ҡарап,
Күҙҙәремде күҙләмә:
Минең күҙҙәр — төпһөҙ даръя,
Уларҙан сер эҙләмә!


Бала саҡта ишеткән ошо йырҙың һүҙҙәрен тиҙ генә ятлап алдым, үҙ алдыма һәр ваҡыт йырлап йөрөй торғайным, әммә, ни өсөндөр, уның мәғәнәһенә иғтибар итмәгәнмен. Тормош тәжрибәһенең байый барыуы, матур тәбиғәт ҡосағында йәшәү был хаҡта уйланырға мәжбүр итте. Бигерәк тә баш ҡаланың Пушкин урамындағы ғилми-тикшеренеү институтына барыу, табиптарҙың ошо “төпһөҙ даръя”ның серҙәрен өйрәнеп, кешеләргә күҙҙәренең нурын ҡайтанан бүләк итеп, яҡты донъя менән һоҡланып йәшәргә мөмкинлек биреүе менән хайран ҡалдырҙы, һоҡландырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 92 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йөҙ йәшкә етһәм дә, бизнес менән шөғөлләнәм әле”Ошо көндәрҙә Тәүәкән ауылында йәшәгән тыл ветераны Шәрифә Ҡаразбаева 100 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ауылдаштары йөҙйәшәр инәйҙе өлкән йәштә булғаны ғына түгел, кешелеклелек, кеселеклелек сифаттары өсөн дә хөрмәт итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 82 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡартайырға ваҡыт юҡ– Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы, яҡ­таш­тарығыҙ һеҙҙе күркәм юби­лейығыҙ менән ысын кү­­ңел­дән ҡотлай һәм артабан да шулай рухлы тормошта янып йәшәүегеҙҙе теләй.
– Рәхмәт! Мине шулай онотмай бәйләнешкә сығыуығыҙға бик шатмын. Бында ла, Мәскәүҙә, урын­дағы башҡорттар ҡоролтайы ағзалары байрамым менән ихлас ҡотланы. Хөрмәт күрһәтеп, ҡурай уйнап ҡаршы алыуҙарына күңе­лем тулып, хатта ҡыуанысымдан илап ебәрҙем, ҡурай моңона сабый сағымдан уҡ ғашиҡмын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына


wordpress webshop