Ҡулдарына күҙ теймәһенФәниә Сыңғыҙова баҡсасылыҡ менән үҙе килен булып төшкәндән алып мауыға. Уның йортоноң ҡапҡаһын асып ингәс тә сәскәләр иленә эләгәһең. Артабан бер-бер артлы теҙелеп киткән түтәлдәрҙә кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтәнең бер нисә төрө, помидор, баклажан, һуған, салат япраҡтары урын алған. Баҡсаның бер яҡ ситендәге теплицала ҡыяр, борос үҫентеләре теҙелгән. Уңған баҡсасының өҫтәлендә күптән инде өлгөргән ҡыяр ята.
Ком: 0 // Уҡынылар: 363 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡырғыҙстан ерендә “Азамат”ты уйнайҙар... Беҙҙе был төбәк менән “Манас” һәм “Урал батыр” эпостары, милли музыка ҡоралдары, кейемдәр, тел, хатта ғөрөф-ғәҙәттәрҙең оҡшашлығы ғына берләштермәй. Заманында бер дәүләт ҡанаты аҫтында йәшәгән Ҡырғыҙстан менән иҡтисади, социаль-мәҙәни, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, инвестиция йүнәлештәрендә лә маҡтанырлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ бихисап. Айырыуса бөгөн, Көнбайыштан иҫкән санкция елдәренә ҡаршы торғанда, беҙ яуапты Көнсығыштан эҙләйбеҙ һәм... табабыҙ. Шуға республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстанға эш сәфәре лә ана шул башланғыстарҙың уңышлы дауамы, тотороҡло хеҙмәттәшлеккә тағы бер ышаныслы аҙым булараҡ ҡабул ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 705 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн 2018 йылға күргәҙмә-йәрминкә һәм конгресс саралары планы раҫланды. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығындағы матбуғат хеҙмәтенән ошо турала хәбәр иттеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 394 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаланы маҡта ла, ауылда тор Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда “Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларына һәм ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫешенә дәүләт ярҙамы” III Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә Рәсәйҙең 60-ҡа яҡын төбәгенән 400-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Улар тәүге көндә Илеш, Дүртөйлө, Бүздәк райондары ауылдары менән танышһа, иртәгәһенә Өфөлә Конгресс-холда ойошторолған пленар ултырышта ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше программаһын тикшерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 255 тапҡыр // Тотош уҡырға
Закондарҙа – тормош һулышы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың быйылғы яҙғы сессияһының һуңғы ултырышы булып уҙыуы һәм уның Рәйесе Константин Толкачевтың парламент эшмәкәрлегенең йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы ойоштороуы тураһында ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде. Республикабыҙҙың ҡануниәт системаһы ошо осорҙа ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе, ниндәй көнүҙәк проблемаларҙы хәл итте, матбуғат конференцияһына йыйылған хәбәрселәрҙе нимәләр борсой? Парламент етәксеһе ошо һорауҙарға яуап бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 398 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Саҙалыла бәрҙе мәскәүләп...” “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә булһа ла эләгә” тигәндәй, Ейәнсура районында Иҫәнғолдо үтеп барғанда, юл ситендәге тәғәмханала тамаҡ ялғау ниәтенән ялға туҡтаныҡ. Көн бер аҙ болоҡһоп, ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, хужа кеше Нәжип Юлдашбаев алсаҡ, асыҡ сырай менән ҡаршы алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 540 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Республикала йорт һалыу өсөн ағас ҡырҡырға рөхсәт итеү ҡағи­ҙәләре үҙгәргән тип ишеттем. Уның тәртибе ниндәй, бүрәнәлек урман ҡырҡыу өсөн ҡайҙа мөрә­жәғәт итергә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 351 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эсмәйенсә ял итеү һәйбәтерәкРәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Сәләмәт тормош булдырыу стратегияһы” тигән мөһим документҡа иҫерткес эсемлектәрҙе ял көндәрендә һатыуҙы тыйыуҙы ла индерергә уйлай. Был ҡағиҙә нимә бирәсәк һәм, иң мөһиме, йоғонтоһо булырмы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 369 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың июль ултырышында түбәндәге закон про­ект­тарын беренсе һәм икенсе уҡыуҙа ҡараны. Ентеклерәк әҙер­ләү һәм мөмкин тиклем ками­лыраҡ итеү өсөн улар артабан өсөнсө уҡыуҙа ла ҡараласаҡ, шул арауыҡта уларға үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 383 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда төбәк иҡтисадының үҙәген бөгөнгө көндә нефть тармағы тәшкил итеүе, уға әлегә етди альтернатива булмауы бәхәсһеҙ, әммә совет осоронда ҡеүәтле оборона сәнәғәте комплексы (ОПК) предприятиелары ла республика үҫешенә ифрат ҙур өлөш индереүе билдәле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 389 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт йортонда торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм тергеҙеү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, профиль министрлыҡтары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, муниципалитет етәкселәре һәм төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 328 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәрҙең эшкә урынлашыуына мониторинг һөҙөмтәләрен иғлан итте. Был эш 2015 йылдан башлап алып барыла һәм йыл һайын миллиондан ашыу белгес буйынса мәғлүмәт туп­лана. Быйылғы мониторинг уҡыу йорттарын 2015 йылда тамамлап, 2016 йылда эшләгән 1 миллион 267 мең кешене тикшереү һығымталарын тәҡдим итә. Башҡортостан буйынса 23 299 йәш яҡташыбыҙ тикшерелгән. Уларҙың 78 проценты, рәсми рәүештә эшкә урынлашып, айына уртаса 28 062 һум эш хаҡы алған. Республиканан ситкә киткән 6384 белгестең эш хаҡы уртаса 35 566 һум тәшкил итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 255 тапҡыр // Тотош уҡырға
Финанс министры Антон Силуанов 30 июндә Резерв фондын Милли етешлек фонды менән берләштереү тураһында белдерҙе. Аналитиктар был хәлде Резерв фондының бөтөүенә, Милли етешлек фондын әүҙем ҡуллана башлауға тиңләне. Министр А. Силуанов аңлатыуынса, был берләшеү фондтарҙы йылдам рәүештә бюджет дефицитын ҡаплауға йүнәлтеүҙе күпкә еңеләйтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 217 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмерЙәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Ғәлиәхмәт ауылы төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе яҡташтарын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы. Яҙмыш еле кешене ҡайҙа ғына ташлаһа ла, йөрөгән юлдары ҡайҙа ғына илтһә лә, уның өсөн тыуған ауылы, ғәзиз төйәге, тәү башлап тәпәй баҫҡан ере иң яҡыны булып ҡала. Әйткәндәй, ауылға нигеҙ һалыныуға быйыл 90 йыл тула.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етмеш ете йәшлек умартасы Зәйтүнә Әминева, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөн ташламай. Ҡасандыр ҡортсолоҡҡа осраҡлы килеп юлыҡһа ла, ғүмер буйы шуға тоғро ҡалып, күңеленә ҡыуаныс алып, кәсебен улдарына тапшырһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 427 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына


giapponesesushi.com | visit blog