Тел – ул халҡыбыҙҙың иң ҙур байлығы. Меңәр йылдар арауығында тулыланып, бөгөнгәсә йәшәп килгән телебеҙҙә милли аңыбыҙҙың һәм халыҡтың тормош тәжрибәһенең алтын бөртөктәреләй байлыҡтары тупланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 376 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт ҡымыҙы – АнглиялаЯңыраҡ, йәғни “Комсомольская правда” гәзитенең быйылғы 17 март һанында, башҡорт балының исеме менән башҡа ерҙәрҙә бал етештереүселәр үҙҙәренекен арзаныраҡ хаҡҡа һата икән, тигән мәғлүмәт баҫылғайны. Эйе, беҙҙең бал үҙенең сифаты яғынан юғарыраҡ тора шул. Быға тәбиғәтебеҙ ҙә ярҙам итәлер… Ошо мәҡәлә менән танышҡандан һуң башҡорт ҡымыҙына ҡағылышлы тарихи мәғлүмәттәр хаҡында бәйән итмәксе булдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 377 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ирәмәлдең күп ҡырлы аҫыл ташы
Ҡасан беҙ һинең менән тәү тапҡыр осрашҡайныҡ әле? Теп-теүәл 53 йыл элек, Башҡорт дәүләт университетының дөйөм ятағы артындағы ыҡсым ғына баҡсалыҡта. Беҙ, бер төркөм абитуриент, башҡорт әҙәбиәтенән буласаҡ һынауға әҙерләнәбеҙ. Кемдер һорауҙарҙы уҡый, икенселәр яуап бирә. Әлбиттә, башҡалар белмәгән һорауҙарҙың күпселегенә төҫкә шундай һылыу, осҡон сәсеп торған ҙур һоро күҙле, сәстәрен ике толом итеп үреп төшөргән батыр ҡыҙ яуап бирә. Яуап биреп кенә ҡалмай, үҙ фекерен әйтеп, аңлатмалар биреп ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 313 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорттарҙа “Уҡып мулла булаһыңмы” тигән әйтем бар. Ҡәрҙәш азербайжан халҡында иһә белем алырға тырышыусыларға “Уҡып Мулла Пәнаһ булмаҫһың” тип әйтәләр. Был һүҙҙәрҙең өс быуатлыҡ тарихы бар. Ул бик бай мәҙәниәтле Азербайжандың милли шағиры Мулла Пәнаһ Ваҡифҡа бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 716 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағиҙел һылыуының йөрәк һүҙе
Башҡорт театрының шишмә башында торған данлы исемдәрҙе иҫкә алғанда улар юлын дауам иткәндәр хаҡында ла беҙ ҙур ғорурлыҡ һәм ихтирам менән һөйләйбеҙ, сөнки әлеге быуын – театрҙың бөгөнгөһөн бар ҡылған, замана менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшкән, рухи тормошобоҙҙо байытҡан талант эйәләре. Шуларҙың береһе – Илһөйәр Ғәзетдинова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 268 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сыңлап осҡан уҡтың ауазында
Быуаттарҙы йырып, боронғонан
Мәргән уҡсы сыҡты атылып.
Әйтерһең дә, йәйә керешендә
Заман ғәме тора тартылып.
Ком: 0 // Уҡынылар: 311 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин ни өсөн “Башҡортостан” гәзитен алдырам?
Ринат КАМАЛ,
яҙыусы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты:
– Беҙ кескәйҙән “Башҡорт­остан пионеры” гәзитен уҡып үҫтек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 264 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нисек сектаның ҡорбаны булмаҫҡа?
Һуңғы арала Башҡортостанда төрлө секталарҙың эшмәкәрлеге әүҙемләшә башланы. Яңыраҡ сайентологтар тарафынан үткәрелгән сара тураһында билдәле булғас, йәмәғәтселек тарафынан ҙур ризаһыҙлыҡ белдерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 374 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихи хәҡиҡәт хаҡына хеҙмәт итте Яңыраҡ Өфөлә “Асфандияров Анвар Закирович” тигән библиографик белешмә донъя күрҙе. Төҙөүсеһе – халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының береһе, мәшһүр ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың ҡатыны Клара апай. Йыйынтыҡта фән әһеленең тормош юлы һәм эшмәкәрлеге, өйрәнгән башҡорт ауылдары, төп ғилми хеҙмәттәре, уның хаҡында яҙылған мәҡәләләр исемлеге тупланған. Баш һүҙҙе тарихсы Булат Аҙнабаев, Рәмил Рәхимов, мәғариф ветераны Марат Хафизов яҙған. Олуғ шәхесебеҙҙе иҫкә алып, мәҡәләләрҙең береһен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 347 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелек һәм тыныслыҡ идеяларына таянып Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстанға эш сәфәре барышында республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов “Алтай цивилизацияһы һәм Алтай телдәре ғаиләһенең туғандаш халыҡтары” Халыҡ-ара форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 509 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 30 Алға
Бит башына