Камчатка крайының “Дуҫлыҡ” ижтимағи ойошмаһы Новый ҡасабаһында башҡорттар һәм татарҙар өсөн ҙур байрам яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 53 тапҡыр // Тотош уҡырға
Пермдә Кама ярында 29 июлдә ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, әүҙем йәмәғәтсе Радик Ғарипов ойошторған “Сал Урал” этно-инструменталь проектының ҙур концерты үтте. Концертты “Ләйлә” этник бейеү студияһы ҡыҙҙарының сығышы биҙәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 13 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ырымбур өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте көндәре быйыл 12 августа Гай районының Вишневое ауылы янында үтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 20 тапҡыр // Тотош уҡырға
Силәбе йәштәре иттифағы 2 августан 6-һына тиклем өлкә буйлап фольклор экспедицияға сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 14 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ араһында “Нимә сыҡһа, шул баймаҡтарҙан сыға!” тигән киң таралған әйтемде бөгөн саҡ ҡына үҙгәртеп “Нимә сыҡһа, шул Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренән сыға!” тиергә лә мөмкин. Сөнки ошо ирекле Интернет, энциклопедияны тулыландырыу буйынса ал-ял белмәй, йөҙөп йөрөп эшләгәндәр яңынан-яңы ҡыҙыҡлы проекттар уйлап табып, уны шунда уҡ тормошҡа ашыра башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 31 тапҡыр // Тотош уҡырға
Моң йәшәтә беҙҙе,Моң йәшәртәМоң йәшәтә беҙҙе,Моң йәшәртәМоң

Талғын ғына моң ағыла...
Сәңгелдәктәй йөрәк бәүелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 51 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йырсының һүрәттәре — музейҙаЛегендар йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың һүрәттәре Михаил Нестеров исемендәге Художество музейында һаҡланасаҡ. Авторҙың картиналарын рәсми рәүештә музейға тапшырыу тантанаһы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Мираҫ” – дуҫлыҡ илсеһе12 – 22 августа Венгрияла XXII “Summerfest” халыҡ-ара фестивале була. Ул ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу­сылар советының (CIOFF) саралар календарына индерелгән. Фестивалдә Өфө ҡалаһының “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбле Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың традицион мәҙәниәте менән таныштырасаҡ. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто был абруйлы бурысты тап Өфө артистарына йөкмәтергә ҡарар итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фонтанда бейей ете ҡыҙ...Танылған башҡорт композиторы Рим Хәсәнов Өфө үҙәгендәге иң күркәм урындарҙың береһенә – “Ете ҡыҙ” фонтанына арнап йыр яҙҙы. Әйткәндәй, Ф. Ғәскәров исемендәге ансамблдең башҡорт халыҡ риүәйәтенә нигеҙләнгән бейеүенә арналған “йырсы” фонтан 2015 йылда асылғайны. Рим Хәсәнов иһә йырын бер ай элек кенә ижад итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 31 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ерҙән алыҫта ла рухтары ныҡ Күптән түгел Анапа ҡалаһына юл төшөп, был яҡтарҙа йәшәгән яҡташтар менән осрашып-танышыу форсаты тейҙе. Бер нисә көн дауамында милләттәштәр менән әүҙем аралаштыҡ. Уларҙың һәр береһе, бала һәм йәшлек йылдарын хәтерләп, үҙ Уралын онотмауын, төрлө матбуғат саралары аша Башҡортостандағы хәлдәр менән хәбәрҙар булыуын, тыуған төйәктең һәр уңышы менән хаҡлы ғорурланыуын бәйән итте. Һүҙҙәрендә ара-тирә һағыш сатҡылары сағылһа ла, дөйөм алғанда, бер кем дә яҙмышына зарланманы. Киреһенсә, һәр яңы танышым үҙенең башҡортлоғо менән ныҡлы ғорурланыуын, халҡыбыҙға хас милли рухтың үҙендә етерлек булыуын күрһәтте. Түбәндәге юлдар сит яҡтарҙа бер ҙә юғалып ҡалмаған, йәмғиәттә ныҡлы урын алып йәшәгән, күптәр һоҡланырлыҡ эштәр менән мәшғүл булған рухлы башҡорттар хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 50 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына