Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ойошторолған Мәғариф буйынса ҡала август кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар башта “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркына “сәйәхәт ҡылды”, шулай уҡ “Өфө ҡалаһының тәрбиәүи киңлектәре” тигән бай йөкмәткеле күргәҙмә менән танышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 214 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сермәндәге завод үҫеш юлындаКүп ерҙәрҙә иҡтисади ауырлыҡтар арҡаһында предприятиелар ябылып, эш урындары ҡыҫҡартылып ятҡан заманда, 2014 йылда Азат Риф улы Вилдановтың Белорет районының Сермән ауылында Урал спорт инвентары заводына нигеҙ һалыуы ошо төбәк тормошонда ҙур ваҡиға булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 452 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белореттың майы ла, ҡорото ла тәмлеБелорет — урман-тауҙар иле, шуға ла ауыл хужалығын үҫтереү ауыр тиһәләр ҙә, гигант фермалары булмаған төбәктә ярты быуаттан ашыу тарихы булған Белорет май-сыр һәм консерва заводы уңышлы эшләп килә. Эйе, уңышлы тип бик ҡыйыу әйтә алабыҙ, сөнки ниндәй заман һәм иҡтисади ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, ул тотороҡло үҫеш юлында. Бөгөн предприятиела 160-тан ашыу кеше эшләй һәм 60-тан ашыу һөт ризыҡтары етештереү ҡеүәтенә эйә. Һуңғы йылдарҙа комбинатта ҡорамалдар ҙа яңыртылған. Әлеге ваҡытта предприятиеның ҡеүәте ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 164 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр милек теркәү үтергә тейешЯбай заманда йәшәмәйбеҙ, илдә ҡануниәт камиллаша, һәм беҙ ҙә уның талаптарын теүәл үтәргә бурыслыбыҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, һуңғы йылдарҙа ер әйләнешен көйләгән ҡануниәттә лә ярайһы уҡ үҙгәрештәр күҙәтелә. Ябай кеше түгел, хатта йәштәр ҙә уның айышына төшөнөп етмәй, бәлки, теләмәйҙер ҙә. Әммә күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барыу һәм теүәл үтәү үҙеңде юридик яҡтан яҡлауға булышлыҡ иткәнен һәр кем аңларға тейеш.
Ком: 1 // Уҡынылар: 309 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылғаларҙың хозурлығы барБашҡортостан – саф һыулы йылғалар төбәге. Уларҙың күбеһе ял итеү, һыу инеү, ағып төшөү өсөн ҡулай, шуға күрә күптәр мөмкинлек тыуыу менән тәбиғәт ҡосағына, йылға буйына ашыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 169 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәйес Батталов 1960 йылда Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылында тыуған. Буранғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Юғары белемле – Стәрлетамаҡ педагогия институтында, Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Бер нисә йыл тыуған районында башҡорт теле менән әҙәбиәтенән һәм тарихтан уҡыта. Магнитогорск ҡалаһында төрлө эш башҡара. Шиғырҙары республика һәм район матбуғаты биттәрендә, “Әбйәлил – ул беҙҙең һөйгән ил”, “Ҡуңыр буға” балҡышы” антологияларында донъя күргән. Әле Асҡар ауылында йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Терелткән дә, үлтергән дә...
Терелткән дә, үлтергән дә...Һүҙҙең оло көскә эйә булыуы һәр беребеҙгә мәғлүм. Доға-имләүҙәрҙең кеше күңелен дауалауы, ә яман һүҙҙең, киреһенсә, сиргә дусар итеүе хаҡында ла ишеткәнебеҙ бар. Нимә ул һүҙ? Яҡшы йәки яман һүҙ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 220 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҡсала йорт төҙөһәңУҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында ҡала янында гөрләп торған баҡса участкалары, дачалар тормошо һүнеп ҡалды. Күптәр бына тигән йорттары булған баҡсаһын ташлап ҡуйҙы. Йәнә, ни генә тимә, заман, быуын үҙгәрә. Башлыса ауылдан килеп, тормошон ерһеҙ күҙ алдына килтерә алмаған быуын өлкәнәйгәс, йәш быуынға ерҙә соҡоноу буш шөғөл кеүек тойолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 147 тапҡыр // Тотош уҡырға
Европа йыһан агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15-30 метрлыҡ астероид быйыл 12 октябрҙә Ергә бик ныҡ яҡынлашасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 116 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар баҡсаһына түләү күләме әүәлгесә ҡала. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы йыл һайын мәктәпкәсә белем биреү программаһын тормошҡа ашырған дәүләт һәм муниципаль мәғариф ойошмаларында баланы ҡараған өсөн ата-әсәнән түләтелгән хаҡтың уртаса күләмен билдәләү тураһында бойороҡ сығара. 2017 йылда был хаҡ 1530 һум күләмендә билдәләнде
Ком: 0 // Уҡынылар: 92 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 39 Алға
Бит башына