Беҙ юғары мөмкинлектәр заманында йәшәйбеҙ. Кемдер эш юҡ тип зарланһа, бәғзеләр йыбырлап йөрөп юҡтан ғына уныһын-быныһын булдырып, һатыу итә. Сереп байып китмәгәндә лә, бөгөнгөнө, хатта иртәгәне тәьмин итерлек мөмкинлектәре бар. Шундай эшлекле кешеләрҙе күрһәтеү, яңы ғына тотонған саҡтағы хаталар, уларҙы булдырмау саралары һәм башҡалар тураһында һөйләшеп алырға булдыҡ, сөнки был – бөтәһе өсөн дә көнүҙәк мәсьәлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 228 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ихтирам билдәһе
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА:

– Ысынлап та, бөгөн йәмғиәттә башҡорт телен уҡытыу йәһәтенән халыҡта төрлө фекер йөрөй. Кемдәрҙер ҡаршы, икенселәр быны урынлы һанай. Дөрөҫөн әйткәндә, күп телдәрҙе белеү, шулай уҡ башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү уҡыусыларға, бигерәк тә башҡорт милләтенән булмаған балаларға бик ыңғай йоғонто яһай. Күп телдәрҙе белеү ҡыҙ һәм малайҙарҙың зиһенен нығыта, донъяға ҡарашын киңәйтә. Шул уҡ ваҡытта әгәр ҙә иптәштәрең менән уларҙың телендә аҙ булһа ла аралаша алаһың икән, тәү сиратта был иғтибар һәм ихтирам күрһәтеүгә тиң.
Башҡортостан – башҡорт милләтенең тыуған төйәге, уның даирәһе. Ошо илдә, ошо республикала башҡорт теле һаҡланырға, үҫешергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 353 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күркәмлек билдәһе – күлдәкБер йыл элек гардеробымдағы салбарҙарҙың һуңғыһын ситкә алып ҡуйҙым. Кеймәйем, теләмәйем, кәрәкмәй... Матур, нәзәкәтле күлдәктәрҙән дә күркәмерәк кейем бармы ҡатын-ҡыҙ өсөн?! Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк тигән әйтеме лә бар халыҡтың. Ысынлап та, матур кейем, күлдәк-итәктәр йөҙҙө генә түгел, күңелде, уйҙарҙы ла күркәмләндерә. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҙем өсөн яһаған һығымталарым, бәлки, һеҙгә лә уйланырға урын ҡалдырыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 267 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эше лә, ашы ла барРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов Күмертау һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына, Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре барышында сәнәғәт, социаль һәм инфраструктура объекттарында булды, ураҡ барышы менән танышты.
Күмертау ҡалаһында ул авиация предприятиеһының 55 йыллығына арналған “Вертолет” авиация техникаһы паркын асыу тантанаһында сығыш яһаны, халыҡты — Ҡала көнө, авиаторҙарҙы һәм тармаҡ хеҙмәткәр­ҙәрен һөнәри байрам — Рәсәйҙең һауа флоты көнө менән ҡотланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 385 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктары” республика фестивале үтте. Уны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика Хәрби дан музейы һәм Өфө пехота полкы ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 223 тапҡыр // Тотош уҡырға
4 сентябрҙән Башҡортостанда “Социаль туризмды үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы сертификаттар тапшырыла башлай. Республикабыҙҙағы пенсионерҙар һәм инвалидтар туристик юллама хаҡының бер өлөшөн ҡаплауға иҫәп тота ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 184 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙҙа – донъя йәмеТөрлө йәмәғәт сараларында, байрамдарҙа матур һәм нәзәкәтле итеп кейенгән ағинәйгә иғтибар итмәйенсә мөмкин түгел. Еңел баҫып, килешле итеп бейеүе лә ихлас йылмайып ипле генә һүҙ ҡушыуы ла, өҫтөндәге боронғо һаҡал менән ҡашмауы ла берҙәй күркәмләндерә уның йөҙөн. Ҡыҙ бала – илгә биҙәк, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер, моғайын. Милли күркәмлек өлгөһө Альбина апай Исхаҡова менән Башҡорт халыҡ ижады үҙәгендәге “Селтәр” студияһында таныштыҡ. Һигеҙенсе тиҫтәһе менән барыуына ҡарамаҫтан, үҙ йәшен биреп булмай уға. Кеселекле, дәртле булыуы, ҡул эштәренә маһирлығы менән һоҡландыра ул күптәрҙе, уй-фекерҙәрен уртаҡлашып, аҡыллы кәңәштәрен бирергә лә әҙер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 347 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сентябрҙә башланасаҡ яңы концерт миҙгеленә Башҡортостандың район, ҡалаларында яңыртылған мәҙәниәт йорттары ишектәрен асасаҡ. Әле “Урындағы мәҙәниәт йорто” Бөтә Рәсәй проектының һуңғы этабы башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 180 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика кардиология үҙәге хирургтары йөрәккә уникаль операция яһаны. 54 йәшлек пациентҡа үҙ тәне туҡымаларынан яһалған яңы аорта клапаны ҡуйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 211 тапҡыр // Тотош уҡырға
Учалы районының Учалы ауылында 139 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 186 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъя малын алып китеп булмайКүршемдең ихатаһында һирәк күренеүе күңелдә шик уятты. Ғәжәпләнерлек тә шул! Ни тиһәң дә, элек эштән ҡайтыу менән төҙөлөп бөтмәгән мунсаһы янында тумыртҡа шикелле туҡылдығы сыға торғайны. Бүрәнә әрсей, таҡта йыша, бағана ултырта, ҡыҫҡаһы, күҙ бәйләнгәнсе донъя мәшәҡәттәренә күмелә ине. Бигүк иркен булмаған майҙанда атлап түгел, ә йүгереп йөрөгәне хәтеремдә. Бынан тыш, ике эштә тир түгә. Афариндан башҡа һүҙ юҡ! Ҡасан өлгөрәлер барыһына ла, аптырарһың! Әллә тағы ла берәй эшкә урынлашҡанмы? Баҡтиһәң, бер ҙә генә улай түгел икән шул, Сабит ҡаты ауырып киткән. Берҙән-бер көн “Ашығыс ярҙам” килгәненә, өҫтәүенә носилкаға һалып алып сыҡҡандарына үҙем шаһит булдым. Кәләше өҙгөләнеп бер булды. Халыҡ телендә әйткәнсә, уның ире төн йоҡолары һәм ял иҫәбенә аҡса эшләргә тырышҡан. Дүрт баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк тә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 223 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул ваҡытта хужалыҡ эштәренең гөрләп торған сағы ине. Ауылдың барлыҡ халҡы йә баҫыуҙа, йә һөтсөлөк фермаһында. Шулай бер ваҡыт фермала йөрөгән Юныс Сафин исемле йәш кенә ауылдашыбыҙ ем яра торған ҡоролмаға эләккән. Бер туҡтауһыҙ өйрөлөп торған электр ҡоролмаһы йәш кәүҙәне аямаған. Умыртҡа һөйәге ныҡ ҡына һынып ҡазаланған. Көтөлмәгән был хәлгә барыһы ла ҡойолоп төштө. Бик ауыр хәлдәге егетте “Ашығыс ярҙам” машинаһына урынлаштырып, ул ҡуҙғалып киткәс, һуңғы юлға оҙатҡандай тороп ҡалғайны ауыл халҡы...
Ә ул иҫән ҡалды. Был хәл мөғжизә тип ҡабул ителде. Ҡатмарлы операциянан һуң бик оҙаҡ ҡына Сибай дауаханаһының травматология бүлегендә ятып, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтты ауылдашыбыҙ. Әле ҡатыны менән Байыш ауылында ғүмер итә, бер ҡыҙ үҫтерәләр.
Юныс Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған табибы, юғары категориялы травматолог-ортопед Ирнат Ибраһи­мов­тың ҡулына эләккән икән. Был турала яңыраҡ ҡына белдем. Нисәмә йыл үткән, ә хирург Ибраһи­мов был операция тураһында кисәгеләй хәтерләй. Пациентының исем-шәрифен, хатта ҡайһы ауылдан икәнен дә онотмаған. Табип хәтерләүенсә, шул кистә уның эш көнө еңелдән булмаған. Сираттағы ашығыс операция бер ҙә булмағанса иң ҡатмарлыһы булып иҫендә ҡалған. “Үлем менән айҡашҡан йәп-йәш егеттең ғүмере өсөн көрәш оҙаҡ барҙы”, – ти ул. Был мәлдә күңелендә нимәләр кисергәнен Ирнат Шәйхи улы үҙе генә беләлер. Инде ошоға тиклем күпме операциялар эшләнгән, күпме кеше ғүмере ҡотҡарылған. Доктор Ибраһимовтың ҡулынан кемдәр генә үтмәгән: юл фажиғәһенә эләккәндәр, эскеселәр, һуғыш суҡмарҙары... Береһен дә айырып ҡарау юҡ, уның өсөн пациенттар ғына бар һәм барыһын да аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Доктор хәҙер хаҡлы ялда. Уның бай тормошон тағы бер тапҡыр байҡауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 159 тапҡыр // Тотош уҡырға
Келәм “арыҫланы”Башҡортостандың иң көслө көрәшселәренең береһе, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы Рөстәм Арыҫланов Американың Лос-Анджелес ҡалаһында үткән ХVII Бөтә донъя полицейскийҙар һәм янғын һүндереүселәр уйындарында ике алтын миҙал яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 210 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Хәйерле юл, юлаевсылар!” Яҡташ хоккейсыларға шулай тибеҙ, сөнки бөгөн улар сираттағы миҙгелде аса. Өфөгә тәүге уйынға Владивостоктан “Адмирал” килде.
Ком: 1 // Уҡынылар: 211 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәйер хәйерле булһын Һуңғы ваҡытта хәйриә фондтарына ярҙам итеүселәр һаны кәмегән. Сәбәбен белгестәр теүәл генә аңлата алмай: бәлки, иҡтисади көрсөк үҙенекен итәлер, тиҙәр. Әллә кеше изгелек ҡылырға ашҡынып башлағанмы, йәки хәйриә өсөн тип аҡса йыйған енәйәтселәр күңелде ҡайтарамы? Мохтаждарға ярҙам күрһәткән ысын хәйриә фондтарын ялғанынан нисек айырырға, алдаҡсылар ҡулына эләкмәүҙән нисек һаҡланырға?
Ком: 0 // Уҡынылар: 165 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 26 Алға
Бит башына