Ҡубып килдек кубок күрергәСалауат Юлаев майҙанында футбол буйынса донъя чемпионаты Кубогын (FIFA) өфөләр ҡайнар сәләмләне. Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ерле халыҡтар телдәренә иғтибар артаБерләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2019 йылды Халыҡ-ара ерле халыҡтарҙың телдәре йылы тип иғлан итте. Бының маҡсаты – телдәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 64 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора Туған тел бөгөн йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Уны көйләү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.
“Башинформ” агентлығында Указды бойомға ашырыу буйынса матбуғат конференцияһы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 82 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡор йыя табындарҒафури районының Красноусол ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан легендар батырҙар – “Төньяҡ амурҙары”ның данлыҡлы исемдәрен яҡлап, Ватан һуғышының 205 йыллығы айҡанлы “Төньяҡ амурҙары”на мемориалын асыу тантанаһы һәм “Күрпәс бей” исемендәге уҡ атыу турниры буласаҡ. Мәртәбәле сара Ғафури районы хакимиәте, Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби әҙерлек республика үҙәге, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлеге һәм “Мәргән уҡсы” ойошмаһы менән берлектә уҙғарыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 95 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аэропорттың офоҡтары киңәйәРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан авиаташыуҙарҙы үҫтереүҙең төп йүнәлештәре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ҙур Рәсәй авиакомпаниялары етәкселәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Рәсәйҙә милләттәрҙе бер ҡасан да сортҡа айырманылар”Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтары этностарының һәм конфессияларының үҙ-ара мөнәсәбәтенең тарихи тәжрибәһе – республикалағы милләт-ара мөнәсәбәттең факторы һәм артабанғы үҫештең ыңғай векторы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтеүе тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Был ҡатмарлы һәм сетерекле тема сәйәсмәндәрҙең дә, ғалимдарҙың да, дәүләт һәм йәмәғәтселек эшмәкәрҙәренең дә иғтибар үҙәгенә торған һайын йышыраҡ үтеп инә бара. Ни өсөн?
Ком: 0 // Уҡынылар: 129 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан активистары “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһының тормошҡа ашырылыуын баһаланы. Эксперт кәңәшмәһендә йәмәғәт ойошмалары, башҡарма власть органдары, Өфө хакимиәте һәм депутаттар корпусы вәкилдәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 64 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһамлы ижад үрҙәреАлтмышынсы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенә ҙур бер төркөм йәштәр килде. Айырыуса көслө, үҙаллы һәм үҙенсәлекле төркөм ине ул. Иң мөһиме, кемдәндер шәфҡәт көтөп, кемдеңдер ярҙам ҡулы һуҙыуына ымһынып йөрөүсе түгел, бәлки тормошта һәм ижадта үҙенең хәләл көсө менән һәр төрлө тотҡарлыҡтарға ҡаршы тороп, хыял һәм маҡсатҡа тоғро булып юл ярып барҙы беҙҙең быуын йәштәре. Ошо быуындың сафында талантлы һәм егәрле йәштәшебеҙ Вафа Әхмәҙиев баштан уҡ үҙенең бик күп күркәм сифаттары менән айырылып торҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 77 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡартлыҡтың да үҙ йәме бар... Йәшәүҙән йәм таба тиҙәр, ғәҙәттә, уның кеүектәр хаҡында. Йәшәүҙән генә түгел, хеҙмәттән йәм, тәм табып ғүмер иткән, тип өҫтәр инек беҙ Ҡаран ауылында ғүмер итеүсе Ғәлиә апай Дилмөхәмәтова тураһында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 59 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмерҙе юҡҡа ғына аҡҡан һыу менән тиңләмәйҙәр: бер генә көндө лә, бер генә минутты ла, хатта секундты ла туҡтатыу мөмкин түгел... Миллиондарса кешеләр тарафынан дүрт күҙ менән тигәндәй көтөп алынған Бөйөк Еңеү таңы ла беҙҙән алыҫайғандан-алыҫая бара. Был шатлыҡлы осорҙа тыуғандарға инде – 72, ә шул көндө үҙ ҡаны, үҙ ғүмере менән яҡынайтҡандарға кәмендә 90 йәш! Тиҙҙән билдәләнәсәк Оло йәштәгеләр көнөндә ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы тағы иҫкә төшөрөргә, йәштәргә өлгө булырлыҡ фәһемле яҙмыштар хаҡында бәйән итергә булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 55 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына


wordpress hjemmeside