“Йыр аша халҡымды танытам”Республикала тырыш, уңған хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү, уларҙың тырыш хеҙмәтен баһалау матур йолаға әүерелде. Ошо көндәрҙә сәнәғәт, дәүләт хеҙмәте, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, матбуғат, һаулыҡ һаҡлау, транспорт һәм башҡа өлкәләрҙә эшләгән 57 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡтарҙың Туҡ буйына сәфәре Күптән түгел Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын киң билдәләне. Район үҙәге Плешаново ауылында ошо уңайҙан байрам саралары уҙҙы. Унда Баймаҡ район Советы секретары Р. Ишбулатов менән район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Р. Ишембәтов етәкселегендәге беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 88 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәңге тере “Локомотив”Бөгөн хоккей – иң популяр спорт төрҙәренең береһе. Бәлки, шуға ла “Йәшлек” гәзитендә эшләгән йылдарҙа уйынсылар, матчтар тураһында йыш яҙырға насип булды. Денис Афиногенов, Руслан Нуретдинов, Рөстәм Камалетдинов, Ринат Хәсәнов кеүек оҫталар менән әңгәмә ҡоролдо. “Салауат Юлаев” хоккей командаһының элекке уйынсыһы Андрей Василевский ике улын ул йылдарҙа хоккейға йөрөтә генә ине әле. Ул малайҙар менән булған тәүге әңгәмә лә йәштәр баҫмаһында сыҡты. Тренер Сергей Николаев заманында “Салауат Юлаев”тың ҡапҡа һаҡсыһы булған Константин Симчукты бер үҙе “ярты команда” ти торғайнылар. Уның менән һөйләшеү ҙә ныҡ хәтергә һеңеп ҡалды. “Салауат Юлаев”тың кемлеген беләһеңме?” тигән һорауға ул: “Тарас Бульба үҙ халҡы өсөн кем булһа, Салауат Юлаев та башҡорттар өсөн шундай уҡ ҡаһарман!” – тип яуаплағайны. Быны ишетеүе бик күңелле булды, сөнки бынан 10-15 йылдар самаһы элек спортсыларҙың, хоккейға балаларын йөрөткән ҡайһы бер ата-әсәләрҙең дә Салауат Юлаевтың кемлеген белеп бөтмәүен яҙғайнылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 73 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәниә сәскәләреМәскәү һабантуйҙары элек Измайлов паркында үтә торғайны. Сикһеҙ ҙур майҙанда башҡорттар менән татарҙар ғына түгел, баш ҡалабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт кешеләре байрам ҡороп, рәхәтләнеп күңел аса ине…
Ком: 0 // Уҡынылар: 87 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы туған телде өйрәнеү мәсьәләһе буйынса “ҡыҙыу элемтә” ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 48 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡот­лай­быҙ!Хеҙмәттәшебеҙ Әҡлимә Рәхмәт ҡыҙы ҒИЗЗӘТУ­Л­ЛИНА үҙенең матур ғүмер байрамын – 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны ошо байрамы менән ихлас күңелдән ҡот­лай­быҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли кейемдәрҙә – милли асылРәсәйҙә Беренсе этнография күргәҙмәһен үткәреүгә быйыл 150 йыл тулды. Уны ойоштороу тураһында ҡарар 1864 йылда ҡабул ителә, әҙерләнеүгә генә ике йылдан ашыу ваҡыт китә. Ул осорҙа күргәҙмәгә экспонаттар йыйыу өсөн тотош ил буйынса урында комитеттар төҙөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 95 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсән хан иленә сәйәхәтБыйыл Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалар һәм әҙәбиәт бүлектәре хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Тәтешле районында археографик экспедицияла булды. Институт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Светлана Айрат ҡыҙы Искәндәрова етәкселегендәге ошо бүлек хеҙмәткәрҙәренең Рәсәй гуманитар фәндәр фонды менән Башҡортостан Хөкүмәтенең “Көньяҡ Уралдың ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған бәйет һәм мөнәжәттәре: тикшеренеүҙәр һәм материалдар” тигән грантына лайыҡ булыуы сәйәхәтте ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 221 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылы яҡта йәшәүе рәхәтме?Ғүмер йылғаһы тиҙ аға – Абхазияла һуңғы тапҡыр булғаныма ла 26 йыл үтеп киткән икән. Һәм бына мин тағы ошо республиканың иң бейек урындарының береһендә – Рица күле янында баҫып торам. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә был төбәк үҙгәргән дә кеүек, шул уҡ та һымаҡ... Нисек йәшәй бөгөн абхаздар? Уларҙың тормош кимәлен беҙҙеке менән сағыштырып буламы? Климат һәм географик үҙенсәлектәр баҙар иҡтисадында ниндәй әһәмиәткә эйә? Аҙ һанлы, ләкин ғорур был милләт кешеләре араһында йөрөгәндә ирекһеҙҙән Башҡортостан да иҫкә төшмәй ҡалмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 54 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ҡаланың бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды менән берлектә “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре” тигән бушлай курс ойоштора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына