“Был тауҙар торған сағында”...Йәй ҙә үтте. Мәҙәниәт, әҙәбиәт, нәшриәт донъяһында бәләкәй ҙә, ҙур ҙа бер күренеш күҙгә салынды. Ул — туғандаш балҡар халҡының талантлы улы Ҡайсын Кулиевтың шиғырҙар йыйынтығын башҡорт телендә баҫтырып сығарыу. Ус төбөнә һыйырлыҡ кескәй генә китап “Яралы таш” тип аталған. Ҡайсын Кулиевҡа РСФСР дәүләт премияһын алып килгән “Раненый камень”дың бер өлөш шиғырҙарының башҡортсаһы. Уларҙы беҙҙең телебеҙгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми тәржемә иткән. Балҡарҙарҙың олуғ улы Ҡайсын ағаның исем-дәрәжәләрен атап торманым. Ә Назар Нәжмиҙең халыҡ шағиры икәнлеген әйтеүем Ҡайсын Кулиевтың үҙ халҡын йөрөткән ҡайнар йөрәгенә, шиғриәтенә, моңона, һыҙланыу-шатлыҡтарына, дәрәжә-мәртәбәһенә, тыйнаҡлыҡ-ғорурлығына башҡорт халҡының ниндәй танылған күренекле шәхесе, әҙибе мөрәжәғәт иткәнен күрһәтер өсөн. Ләззәтләнеп был кескәй китапты ҡарап сыҡтым. Ҡайсын ағаның тыуыуына быйыл 100 йыл булғаны ла хәтергә килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 114 тапҡыр // Тотош уҡырға
Европаның Америка алдында теҙләнгәнеКөнбайыштың геосәйәси һәм цивилизациялы йәмәғәтселеге үҙенең халыҡ-ара системалағы урынына ҡабаттан баһа биреү йәһәтенән ҡатмарлы осор кисерә. Һәйбәт көн итер өсөн Көнбайыштың ҡеүәте барлығын-бар ул, ләкин бүтәндәргә һабаҡ бирерлек, нисек йәшәүҙе аңлатырлыҡ дарманы юҡ инде. Ошо күҙлектән ҡарағанда, цивилизациялы экспансияның ынтылышлығы юғалтылған, өҫтөнлөк үҙен яҡлауға йүнәлтелә, донъяның геосәйәси картаһын һыҙып ултыртыу онотолған. Көнбайыш ҡиммәттәренең көрсөгө шарттарында ошо йәмғиәттең тормош ысынбарлығы менән бәхәскә инеү имтиханын кисерә алыу-алмауы хаҡында уйланыу мөһим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 92 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡырағай”ҙың сираттағы уңышы “Ҡырағай” фильмы ХIII Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале призына лайыҡ булды. Режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның ҡыҫҡа метражлы был картинаһы “Йәш Рәсәй” номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Был номинацияла йәш режиссерҙарҙың һигеҙ кинотаҫмаһы көс һынашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 60 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Өфөләге бер нисә сауҙа үҙәгенән халыҡты эвакуацияланылар. Сәбәбе – билдәһеҙ кешенең ошо объекттарҙа бомба һалыныуы тураһында телефондан шылтыратыуы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 51 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бурысың бармы? Пристав килә!Республикала приставтар хеҙмәте ҡаҙнаға һалым буйынса 1,3 миллион һумлыҡ бурысты ҡайтарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 55 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәңәшле халыҡ еңелмәҫӘүәлдән беҙҙең халыҡ иң мөһим донъяуи мәсьәләләрҙе йыйынға саҡырып, фекер алышып, күмәкләп хәл итер булған. Бындай сараларҙа ауыл аҡһаҡалдары һүҙ тотҡан, йәш уҙамандарҙың һүҙен тыңлаған һәм, уртаҡ һөҙөмтәгә килеп, артабан хәл итеү юлдарын асыҡлағас ҡына эшкә тотонор булған. Улар “кәңәшле халыҡ еңелмәҫ” тигән әйтемгә таянып донъя көткән, илде, йортто таратыуға юл ҡуймаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Уйнаһын ғына гармуным, Тынмаһын ҡурай моңо!”Сибай концерт-театр берекмәһе йәйге оҙайлы ялдан һуң эшен яңынан тергеҙҙе. Кемдәрҙер ауылға – ата-әсәләре, туғандары янына ҡайтып, икенселәр республикабыҙҙың һәм күрше өлкәләрҙең ял йорттарында ял итеп, сәйәхәттәр ҡылып, бәғзеләре диңгеҙ буйҙарында, шифаханаларҙа тәндәренә шифа, күңелдәренә дауа тапҡан артистар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр дәрт һәм илһам менән ығы-зығылы көндәлек мәшәҡәттәргә тотондо. Бер айға тын ҡалған филармония һәм “Сулпан” балалар театры хәҙер көноҙоно шау-гөр килеп тора – ижади коллективтар яңы программалар өҫтөндә эшләй, репетициялар үткәрә, яңы ижад миҙгелен асыу тантанаһына әҙерләнә, республика район-ҡалалары, күрше өлкәләр буйлап гастролдәргә йыйына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 285 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер тамсыһы һин дә донъяның...Римма Рәмил ҡыҙы Учалы районының Наурыҙ ауылында тыуған. Шунда уҡ урта белем алғас, БДПИ-ның тәбиғи география факультетын тамамлай һәм 1992 – 2001 йылдарҙа һөнәре буйынса балаларға белем бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 879 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәйҙе бушҡа үткәрмәгәс...Баҡалы районында әлеге ваҡытта иген культуралары 11,5 мең гектарҙа һуғылған.
Гектар ҡеүәте – 23 центнер. Ырҙынға 15 тонна иген оҙатылған.
Хужалыҡтар өсөн иң мөһим һаналған ғәмәл – ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү эше тамамланған тиһәң дә, хата булмаҫ. Ни генә тимә, сифатлы мал аҙығын туплауҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, сөнки ҡыш мул һөт һауып алам тиһәң, бесәндең һәйбәт булыуы шарт.
Ком: 0 // Уҡынылар: 96 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғри телле халҡым күңелеХалҡыбыҙҙың “ҡош теле” тип аталған кинәйәле, йәшерен теле булған. Хәтәр ваҡыттарҙа йыш ҡына уны ҡулланғандар. Башҡа милләт кешеһе быны аңлай алмаған. Арала уны белгән аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр булған. Башҡалар алдында ап-асыҡ һөйләшеп, йәшерен бойороҡ алып торған улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 91 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына