Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы Документҡа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 68-се статьяһына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телен һаҡлап ҡалыуға тиң хоҡуҡты гарантиялаған 54-се статьяһын тормошҡа ашырыу, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, башҡорт телен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен өйрәнеү системаһының һөҙөмтәлелеген һәм уны файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдимдәрен ҡарау йомғаҡтары буйынса ошо өлкәләге кадрҙар һәм методик ҡеүәтте үҫтереү шарттарын камиллаштырыу маҡсатында ҡул ҡуйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 380 тапҡыр // Тотош уҡырға
Моңдарыңдан һине танырмын, башҡортомдоң һәр бер балаһы!Отпуск ваҡытында иң йыш һөйләшкән кешем, моғайын, Гөлфиә булғандыр. Әле ул Хәйбуллала, әле Ырымбурҙа, ә үҙенең янып торған йөрәге тулы сәм, ғәм, ихласлыҡ. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә күреп торабыҙ, ул һәр ваҡыт кешеләр араһында сығыш яһай, йырлай, моң өләшә, яңы йырҙар ижад итә. Күргән, кисергәндәре эсенә һыймай йыр булып урғыла төҫлө Гөлфиәнең, шуға ла эшкә сыҡҡас та уның менән әңгәмә ҡороп, уй-ниәте хаҡында замандаштарыбыҙға еткерербеҙ, тигәйнем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 377 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙыл келәмдә – БабичКүренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич ролен уйнаған актер Илгиз Таһиров Екатеринбургта “Уралкинофест” кинофестивалендә ҡыҙыл келәмдән үтте. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың юлы ағалы-энеле Люмьер һәйкәленән башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 112 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бейеү йондоҙо тамашасыларын йыяМәшһүр бейеүсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге премиялар лауреаты Рәшиҙә Туйсина ҙур юбилейын билдәләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 119 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нидерландта башҡорт яугиренә һәйкәл асылаНидерландта башҡорт яугиренә һәйкәл асыу тантанаһы сентябрҙән 2018 йылдың ғинуарына күсерелде. Һәйкәл Европаны Наполеон ғәскәрҙәренән азат итеүселәргә бағышлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 272 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аяҙ көндөң минуты ҡәҙерлеБарыһын да кадрҙар хәл итә. Был кемдеңдер юғары трибунанан әйтелгән фекере лә, лозунгка әйләнгән һүҙ теҙмәһе лә түгел. Был — тормоштоң асылы. Заман менән бергә атламаһаң, киләсәккә нигеҙҙе бөгөн һалмаһаң, иртәгә ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡалғаныңды көт тә тор. Һис сер түгел, ауыл хужалығында кадрҙар мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Алда әйтелгәнсә, заман да үҙгәрә. Заманса техника ла яңыра бара. Белемле генә түгел, ерҙе яратҡан, йылыһын тойған йәштәр кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 173 тапҡыр // Тотош уҡырға
ӘСИРЛЕК

Фашистарҙың Дахау концлагеры…
Ун туғыҙын тултырған атай.
Бәхет көткән хыял донъяһынан
Үлем һуҡмағына ул атлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 136 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Балаларҙы милли традицияларҙа тәрбиәләү – киләсәктең нигеҙе” тигән темаға арналды балалар баҡсаларының милли башҡорт төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәрҙең һәм милли балалар баҡсалары етәкселәренең ҡала кәңәшмәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 99 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ә мин Барселонаға киттем, һөйөклөм!..”Илфат менән Сәлимә бынан бер нисә йыл элек университетта уҡыған саҡта осрашып таныша. Эх, ул һағынып һөйләргә генә ҡалған студент йылдары!.. Сәлимә – ифрат та нескә күңелле, сибәр, ябай ауыл ҡыҙы, ә Илфат үҙенең мөләйем төҫ-ҡиәфәте менән барлыҡ ҡыҙҙарҙың да йөрәген яндырған, ыҫпай, ҡыйыу, хатта бер аҙ тәкәббер ҙә булған ҡала егете ине. Тулҡынланып торған ҡоңғорт сәстәренең, муйылдай сөм-ҡара күҙҙәренең сихри матурлығына хайран ҡалып, яғымлы, серле ҡарашына һоҡланып, уға бер күреүҙән үлеп ғашиҡ булғайны Сәлимә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 269 тапҡыр // Тотош уҡырға
20 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эксперт-контроль идаралығы начальнигы С.К. Путенихин граждандарҙы ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 58 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына