Ишембай районы китапханаһында “Феникс” әҙәби берекмәһе ағзаһы Лидия Сәфәрғолованың “Тау” исемле китабының исем туйы булды. Хәйер, һуңғы йылдарҙа быға оҡшаш саралар район һайын ойошторолоп тора, шуға күрә улар хаҡындағы хәбәр менән бер кемде лә аптыратып булмайҙыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 117 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңауылдар яңыса эшләйХеҙмәт һөйгән ауыл кешеһенә йылдың һәр миҙгеле үҙенең мәшәҡәттәрен тыуҙырып ҡына тора, әммә ысын ер хужаһы бер ваҡытта ла һуҡранмай: ҡыштан да, яҙҙан да, йәйҙән дә бәрәкәт алып йәшәй. Республикабыҙҙың бер яҡ сигендә урынлашҡан Яңауыл районында йәшәгәндәр ҙә быйылғы көйһөҙ тәбиғәт шарттарына һис бирешмәй, һәр аяҙ көндө файҙалы итеп үткәреп ҡалырға тырыша. Шундай уңғандар иҫәбендә райондың алдынғы хужалығы – “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас беленер Башҡортостан тәбиғәте бай, әммә ул да бөтмәҫтәй түгел
Ғүмереңдең ахыры яҡыная килә, уның бәғзе мәлдәре, ҡапыл ғына тоҡанған шәм һымаҡ, хәтер төпкөлдәрендә яҡтырып, күңелеңде берсә болоҡһотоп, берсә хисләндереп ала икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 189 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма!.. Талҡаҫ күле. Ҡангилде тауы. Өс ҡарағай итәге. Байрамса биҙәлгән
21 тирмә. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, республиканың, Рәсәйҙең төрлө киңлектәренән, хатта Ҡаҙағстандан
тархан Иҫән батырҙың быуындары – иҫәндәр – ҡайтып төштө. Йөҙҙәрендә берсә шатлыҡ нурҙары балҡыған, берсә күҙ йәштәренә мансылған ауылдаштар нәҫел тамырҙарын
барланы,
ҡан-ҡәрҙәштәрен теүәлләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 175 тапҡыр // Тотош уҡырға
“…Әммә йыр юлында ғүмер буйы Фәҡәт үҙем булып ҡалырмын” Мин уны ижад донъяһынан тыш күҙ алдыма килтерә алмайым. Һәр көнө, һәр сәғәте, тормошоноң һәр мәле һәм бөтә ғүмере тулыһынса шиғриәткә арналды. Уны иң ныҡ шатландырғаны, ҡанатландырғаны ла, иң ныҡ борсоғаны, һыҙландырғаны ла әҙәбиәт булды. Ижад тип янып йәшәүселәр күп, әммә үҙем белгән ҡәләмдәштәрем араһынан Абдулхаҡ ағай Игебаев һымаҡ шиғриәт өсөн мөкиббән китеп йәшәгән, һәр һүҙенән, хәрәкәтенән рух бөркөлөп торған башҡа шәхесте атауы ҡыйын. Абдулхаҡ Игебаев менән аралашып йәшәгән һәр кем быны раҫлар.
Ҡайһы бер шағирҙар көндәлек тормошта кисергәндәрен ҡапыл ғына белгертеп, тышҡа сығарып бармай. Ә был осраҡта хәл башҡасараҡ. Хәким Ғиләжев яҙғанса: “Абдулхаҡ Игебаевта ысын шағирҙарға хас һәйбәт сифат бар: уның эсендәге тышында, икенсе төрлө әйтһәк, шағир шәхесе менән уның шиғриәте араһында бөтөнлөк йәшәй”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 282 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәшел ҡалҡан” һағында – Ә беҙҙә бит бишенсе быуын урмансы тәрбиәләнә, – тине ҙур ғорурлыҡ менән Баймаҡ урман хужалығы директоры Данил Мазһаров. – Юлыҡ участкаһы мастеры Дамир Байсыуаҡов атаһы Ғәбдрәсүл һәм ҡартатаһы Борхан Байсыуаҡовтарҙың юлын һайлаған. Былтыр ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” булып танылды. Улы Динар Байсыуаҡов Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, бөгөн Баймаҡ дәүләт ҡаҙна учреждениеһында урманды файҙаланыу буйынса инженер булып эшләй. Кинйәһе Айтуған әле Йомаш ауылында VII класта белем ала. Урындағы “Урман мәктәбе”нең иң әүҙем ағзаһы. Шулай итеп, Байсыуаҡовтарҙың ошо өлкәләге дөйөм хеҙмәт стажы 81 йыл тәшкил итә! Шундай ғаилә династияһы менән нисек ғорурланмайһың! Бар тормошон әлеге тармаҡҡа бәйләп, уның яҙмышы өсөн янып-көйөп эшләгәндәрҙең фиҙакәр хеҙмәте урманды һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерә лә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 232 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙәм эштә – бәрәкәт Баш ҡаланың Шота Руставели менән Адмирал Макаров урамдары араһында урман бар. Унда тәбиғәт ҡомартҡыһы һаналған Непейцов дендропаркы урынлашҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 214 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыр-толпарым

Яҡын дуҫтарымды һыйларға
Умарталар тулы балым юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 227 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оло юлға һуҡмаҡ һала Уҡытыусы – абруйлы, мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки шәхес тәрбиәләү — үтә яуаплы бурыс. Педагог белем дә бирә, йәшәргә лә өйрәтә. Шуғалыр ҙа уның яҡты образы гелән күңел түрендә йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 431 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшһеҙ ҡалыу хәүефе янаһа

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында 2017 йылда төбәктәге хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү йәһәтенән өҫтәмә саралар раҫланды. Программа проекты Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан эшләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 138 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына