Намыҫлы хеҙмәтегеҙгә рәхмәтХөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре, педагогия хеҙмәте ветерандары!
Һеҙҙе Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Ком: 0 // Уҡынылар: 55 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илгә ҡайтты “Төньяҡ амурҙары”Был көндөң шатлығын иртәнән үк быҫҡып яуған ямғыр ҙа кәметә алманы. Тантанаға килгән һәр кемдең йөҙө ҡояштай балҡый ине. Бының бер ҙур сәбәбе бар – башҡорт халҡының ҡыйыу улдары “Төньяҡ амурҙары”ның 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышындағы бөйөк еңеүенә арналған мемориал баҡса һәм һәйкәл асыу тантанаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 65 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ете ҡат үлсәп,  бер тапҡыр бүлергәБашҡортостандың 2018 йылғы ҡаҙнаһында социаль өлкәгә 100 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу күҙаллана. Ошо турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламенты Президиумының ултырышынан һуң белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 49 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан үҙенең данлы улдары – Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән
34 адмиралы менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана. Улар араһында яҡташыбыҙ, Ҡара диңгеҙ флоты командующийының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Александр Пенкин да бар. Күптән түгел ул Өфөлә булып китте.
Уның ваҡиғаларға бай, көсөргәнешле тормошон тулыһынса һүрәтләй алмағанға күрә, Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ флоты контр-адмиралы үткән данлы юлдың төп дәүерҙәрен генә сағылдырырға булдыҡ. Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәстәрленең эше көйлөТотош бер дәүләттең бәләкәй генә үҙаллы хужалығы ише көн иткән райондарҙағы халыҡтың йәшәү кимәле, көнитмеш ерҙәренең төҙөклөгө тотош ил кимәлендә сағылыш таба. Ҡалтасы районы ла – Рәсәйҙең иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән төбәктәрҙең береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 53 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡанаттарын кирә аэропорт28 сентябрҙә “Өфө” халыҡ-ара аэропортында киң күләмле яңыртыу эштәре тамамланды. 2014 йылдан алып барылған был эштәргә “Рәсәй Федерацияһында транспорт системаһын үҫтереү” маҡсатлы программаһы бюджет линияһы буйынса 7 миллиард һум бүленде. Һөҙөмтәлә Өфө ҡалаһы Рәсәй региондары араһында тәүгеләрҙән булып ИКАО (Халыҡ-ара граждандар авиацияһы ойошмаһы) стандарттарына тулыһынса тап килгән заманса аэропортҡа эйә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
6 октябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 5-кә тиклем бишенсе “Асыҡ диалог” акцияһы уҙғарыла. Уның төп маҡсаты — идарасы компаниялар менән урындағы халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә булышлыҡ итеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә Матбуғат йортонда эшләп йөрөгән саҡ. Һуң ғына өйгә ҡайтырға сыҡтым. Автобуста ла кеше күп түгел. Хатта урын да булды. Өс туҡталыш үткәс, минең эргәмә олпат кәүҙәле кеше килеп баҫты. Күҙ һирпеп ҡараһам, ул танылған йырсы Рәйес Вәғизов ине. Шунда уҡ уға урынымды тәҡдим иттем. Тик ул ултырманы. Беләм, ул да “Сипайлово” биҫтәһендә йәшәй. Беҙ Рәйес ағай менән һөйләшеп киттек, элекке танышлыҡты иҫкә төшөрҙөк, сөнки ул “Кызыл таң” редакцияһына һирәк-мирәк килгеләп йөрөгәс, Татарстандан икәнен белә инем, ара-тирә ижады менән дә хәбәрҙар булдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ярты быуат үтеп китһә лә, ул көн бөгөнгөләй хәтеремдә. V класта беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Зәнүфә апай ҡышҡы ялдан һуң “Мин каникулды нисек үткәрҙем” тигән темаға инша яҙып килергә ҡушҡайны. Тәүге дәрестә ижади эштәре­беҙҙе тапшырҙыҡ. Уҡытыусы яңы теманы аңлатты ла өҫтәлендәге дәфтәрҙәр араһынан минекен эҙләп алды. Ике яғына ла яҙылған ун ике битте ҡысҡырып уҡып бөтөүгә ҡыңғырау шылтыраны. Уҡытыусым иншам аҫтына ҡыҙыл ҡәләм менән ҙур итеп “5” билдәһе ҡуйҙы һәм “маладис” тип өҫтәне. Нәҡ ошо хәл мине яратҡан остазым Зәнүфә Ғәйнетдин ҡыҙының һөнәрен һайлауға этәргәндер ҙә инде...
Ком: 0 // Уҡынылар: 42 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яуаплылыҡ — уңыш нигеҙеЭдуард Мәмлиев – күптәргә өлгө булырлыҡ, заман менән бергә атлаған булдыҡлы йәштәрҙең береһе. Өфө дәүләт нефть техник университетында – технология һәм механика, артабан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында дәүләт муниципаль хеҙмәте йүнәлешендә белемен камиллаштырып, бер аҙ эшләп алғандан һуң, шәхси эшен асырға йөрьәт итә тырыш егет. Эшләгәнгә эш ҡарышмай тигән әйтем дә тап уның ише һөнәрен яҡшы белгән, ҙур тиҙлектә алға барған заман шарттарында бөгөнгөнөң ихтыяждарын һәм талаптарын ҡәнәғәтләндерер күндәмдәргә ҡарата әйтелгән кеүек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына