Тел сәйәсәтен торомошҡа ашырыуҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт палатаһы һәм Халыҡтар дуҫлығы йортоноң эшсе төркөмө түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 70 тапҡыр // Тотош уҡырға
Власть — өҫтөнлөк түгел, ә йөк кенәУйҙарыңдан уйылып китерлек, хәстәр һәм хәсрәт даръяһында сәсәрлек
заманда йәшәйбеҙ инде. Тәҡдирҙер, тип әйтер инең, эшләп һәм намыҫына ғына таянып ғүмер иткән күпселектең Хоҙай алдында ярлыҡамаҫлыҡ ғәйебе лә юҡтыр. Дәүерҙәр,
быуаттар үтә, дәүләттәр ярала ла тарих шарлауығына түңкәрелеп юғала, хакимдар
килә-китә, шулай булғас, ниңә һуң әле халыҡтың төпкөл уй-хыялдары, маҡсаттары, ынтылыштары ғүмер баҡый илтифатһыҙ, ысынлап та, хыял ғына булып ҡала?
Ком: 0 // Уҡынылар: 106 тапҡыр // Тотош уҡырға
National Geographic фотографы Робби Шондың Рәсәйгә сәфәре тамамланды. Фотограф билдәле археология ҡомарт­ҡыларында – Силәбе өлкәһендәге Игнат, Башҡортостандағы Шүлгәнташ һәм Иҙрис (Салауат районы) мәмерйәләрендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 62 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бал байрамы — Өфөлә! 2021 йылда 47-се “Апимондия” конгресы һәм “АпиЭКСПО” күргәҙмәһе Башҡортостандың баш ҡалаһы — Өфөлә үткәреләсәк. Күләмле сара уҙғарыласаҡ ил Истанбулда “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһының конгресында тауыш биреү юлы менән билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 76 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғилем – мәңге һүнмәй торған утИзге башланғыстарға дәртләндергән, үҙенең өлгөһөндә күркәм тәрбиә биргән, ҙур маҡсаттар менән йәшәргә өйрәткән мөғәллимдәрҙең күңелдәре шат, йөҙҙәре ҡояштай балҡый, йөрәктәре тулы моң, сөнки улар һөнәри байрамын билдәләй. Әйткәндәй, нәҡ Уҡытыусылар көнөндә алдынғыларҙы тантаналы шарттарҙа ҡотлап, бүләк биреү йолаһы республикабыҙҙа күптән килә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов иң-иңдәргә наградалар тапшырғанда йәмғиәттә уҡытыусының һәр саҡ ҙур урын биләүенә айырым баҫым яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 249 тапҡыр // Тотош уҡырға
БарыҫНәсимә инәйгә ейән-ейәнсәрҙәре ҡаланан йыш ҡайта, айырыуса йәйге каникулда рәхәтләнеп ауыл һауаһын һулап, яҡындағы туғайҙа еләк йыйырға ярата улар. Быйылғы йәй ямғырлы булғас, әллә ни тышта йөрөргә лә форсат теймәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 274 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ йәшәгән ихата Учалыла “Ҡала мөхите” федераль проектына ярашлы төҙөкләндерелгән ихата майҙансыҡтарын асыу тантанаһы булды. “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” муниципаль программаһы төбәктә быйыл яҙ тормошҡа ашырыла башлағайны. Апрель-май айҙарында күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән халыҡтың идарасы компаниялар вәкилдәре, депутаттар корпусы менән дөйөм йыйылышы үткәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 94 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алма, беш, ауыҙыма төш, тип ятмайҙар Хәйбулла районы республика буйынса урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында иң әүҙем ҡатнашыусылар рәтендә. Дүртенсе йыл рәттән, ошо программаға ярашлы, һәр ауыл биләмәһе конкурста ҡатнаша, әммә иң әүҙем һәм берҙәмдәр генә үҙҙәре һайлаған проектты уңышлы яҡлай. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының һөҙөмтәле булыуын хәҙер халыҡ үҙе лә аңланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туңдырманан башланған эшМишкә ауылынан "Антонов" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Вадим Антоновты эш урынында осратып булманы, хеҙмәткәрҙәре, уның йомош менән Өфө ҡалаһына юлланыуын белдереп, тиҙҙән район үҙәгендә буласағын әйттеләр. "Уңған кеше ул беҙҙең хужа, бәлки, эшмәкәрлеге лә былай яҡшы бармаҫ ине, әгәр ҙә ялҡау булһа. Эш өсөн янып-көйөп йөрөй", — тип маҡтап ҡуйҙылар Вадим Григорье­вичты уның ҡулы аҫтында эшләүселәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 64 тапҡыр // Тотош уҡырға
үҙ өйөңә ни етә?!Мишкә ауылында авария хәлендәге өйҙәрҙә йәшәгәндәргә 24 фатирлы торлаҡ төҙөлдө. Был программала район 2014 йылдан алып ҡатнаша. Быға тиклем улар ике-өс ҡатлы һәм 17, 36 фатирлы өйҙәрҙе һалып, авария хәлендәге алты күп ҡатлы йорттоң өй хужаларын күсергәндәр ҙә инде. Ә инде быйыл 24 фатирлыһын төҙөп, ун ете ғаиләгә һәм алты етем балаға асҡыс тапшырғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 106 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына