Башҡортостанда тиҙҙән “Алтын ҡулдар” селтәрле индустриаль мәктәбе ойошторола. Яңы уҡыу йорто программаһы проектын эксперттар “Киләсәк мәғарифы” халыҡ-ара белем биреү салонында тикшерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәғүбә Сыртланова иҫтәлегенәҠырымда легендар осоусы, яҡташыбыҙ Мәғүбә Сыртлановаға бюст ҡуйыла. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белогорск ҡалаһында Советтар Союзы Геройы бюсын асыу тантанаһы бөгөн, 27 октябрҙә, үтәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 39 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаҡаҫҡы мәмерйәһендә спелеодайверҙарҙың табышы үҙенсәлекле булып сыҡты. Йомағужа һыу һаҡлағысы төбөндәге һуҡыр ҡыҫалалар әлегә тиклем башҡа бер ерҙә лә осрамаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 41 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә эш сәфәре менән фигуралы шыуыу буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Ҡышҡы Олимпия уйындарының көмөш һәм бронза призеры, Ирекле физкультура союзы президиумы рәйесе Ирина Слуцкая булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 81 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәлғәне алдыларЭнә өҫтөндә ултырған кеүек хис итәһең үҙеңде “Салауат Юлаев” уйнағанда. Ләкин был юлы улай булманы. Көйәрмәндәргә өфөләрҙең “Лада”ға ҡаршы осрашыуы бик еңел уҙҙы кеүек тойолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 65 тапҡыр // Тотош уҡырға
Август һуңы.
Сентябрҙең башы.
Йән тулыҡһый ошо миҙгел етһә;
Гүйә, мине мәктәп тупһаһында
Мин уҡытҡан уҡыусылар көтә.
Ишетәмен саф ҡыңғырау сыңын...
Ком: 0 // Уҡынылар: 15 тапҡыр // Тотош уҡырға
ТАШЛЫ ҺӘМ ҠАТРАЛЫ БУЙЫ БАШҠОРТТАРЫНЫҢ ЙЫР-МОҢОТаналыҡ йылғаһының ҡушылдығы Ташлы һыуын һыулаған Хәйбулла районының Әбүбәкер (Башҡорт Атингәне) һәм Ҡатралы йылғаһы буйындағы Үрге Наҙарғол (Башбүре) ауылдары (Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районына ҡарай) – быуаттар буйы ҡатнашып, ҡыҙ бирешеп, ҡыҙ алышып, туғанлашып йәшәгән төбәктәр. Үҫәргән ырыуы Шешәй түбәһе башҡорттары йәшәгән был ике төбәктең йыр-моңдары ла уртаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 113 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаҙағстанда милләттәштәребеҙ Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләне. Сараны Астаналағы Рәсәй мәҙәниәт һәм фән үҙәге менән берлектә “Аҡбуҙат” башҡорт этномәҙәни үҙәге ойошторҙо. Рәсәй мәҙәниәт һәм фән үҙәге етәксеһе Виктор Нефедов, халыҡты байрам менән ҡотлап, Рәсәй Федерацияһының иң ҙур субъекты — Башҡортостандың ил иҡтисадына һәм мәҙәниәтенә һиҙелерлек өлөш индереүен, Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ике яҡлы хеҙмәттәшлеген, тауар әйләнешен арттырыуға ла булышлыҡ итеүен билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 13 тапҡыр // Тотош уҡырға
Коми Республикаһында быйыл май айында ғына ойошторолған Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы “Регион добрососедства” республика конкурсында ҡатнашып, Сыктывкарҙа Башҡорт мәҙәниәте көндәре үткәреүгә 70 мең һумлыҡ грант отто.
Ком: 0 // Уҡынылар: 18 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫтерергә ярамай туҡтатырға!Башҡорт Википедияһы менән 2015 йылдың мартында таныштырғандарынан бирле юл сатында торҙом кеүек: ошо һөйләм эсендә төшөп ҡалған өтөрҙө ҡайҙа ҡуйырға? Башҡа бөтөн эштәремде артҡа ташлап, өҫтөнлөктө википедияға бирергә һәм ошо шөғөлдө “үҫтерергә, ярамай туҡтатырға” маҡсатына тулыһынса буйһонорға кәрәк буласаҡ... Ошоғаса килгән йәшәү рәүешемде ҡырҡа ғына үҙгәртеп булмағанын белгәнгә күрә, был йүнәлеште “үҫтерергә ярамай, туҡтатырға” тигән мәлдәрем дә булғыланы. Ул сағында донъянан артҡа ҡалырымды беләм. Тимәк, иңемә ҙур яуаплылыҡ менән һалынған бурыстарым, алдыма алған маҡсаттарым менән википедия араһында алтын урталыҡты табырға, ваҡыт төшөнсәһе менән тағы ла һағыраҡ эш итергә ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 35 Алға
Бит башына