Ринат РАМАЗАНОВ, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң художество етәксеһе, солисы, Бөтә Рәсәй Башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе:
– Ер шарында төрлө халыҡтар йәшәй, бөтәһенең дә үҙ телдәре бар. Хәҙер уларҙың да мәктәптәрендә прокурор тикшереүен үткәртеп сыҡҡанда нимә булыр икән донъяла? Йылдар буйы тейешле системаға һалынған уҡытыу тәртибенең сәғәтен ҡыҫҡартыуы ул телде ҡайсы менән ҡырҡып сыҡҡан шикелле була түгелме? 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итәсәкбеҙ, 2020 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы ла беҙҙә үтә... Ул саралар бөтәһе лә туранан-тура телгә килеп ҡағыла түгелме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Олатайҙар васыятын үтәп“Уҡығыҙ, уландар! Беҙгә уҡыу эләкмәне, һеҙ уҡығыҙ. Уҡығандың һүҙе үтә ул”, – тип көн дә әйтә торғайны Нурый ҡарттайым. Атайымдың атаһы XX быуаттың дәһшәтле ваҡиғалары уртаһында ҡайнаған: 1916 йылдың көҙөндә Герман (Беренсе бөтә донъя) һуғышына алына, 1917 йылда башҡорт хәрби берәмеге составында Ҡышҡы Һарайҙа ҡарауылда тора, 1918 йылдың яҙында Башҡортостанға ҡайта, шул уҡ йәйҙә Башҡорт армияһына хеҙмәткә алына һәм бар булған һынауҙар аша үтә. Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнаша, ҡаты яралана, әммә иҫән ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 45 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүләсәләреңә һинән ҡалыр мираҫ“Кеше! Ер-әсәбеҙ өҫтөндәге генә түгел, уның тәрән ҡуйынындағы һәммә хазина, бөтә тереклек һинең рәхимеңә тапшырылған. Беҙ, ерҙең барлыҡ йән эйәләре, һиңә күҙ төбәгәнбеҙ. Әгәр беҙҙең баштан үткәндәрҙе, бөгөнгө хәлебеҙҙе, киләһе көндәребеҙҙе асығыраҡ төҫмөрләргә теләһәң, тарихҡа күҙ һал, бөгөн һәр аҙымыңды уйлап баҫ, айыҡ баш менән килер йылдарҙы байҡа, әҙәм балаһы...”
Ком: 0 // Уҡынылар: 84 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылдар, юлдар һәм сифатРәсәйҙә юлдар мәсьәләһе элек-электән проблема һанала. XVI – XVII быуатта уҡ Мәскәүгә килгән илселәр, сәйәхәтселәр, сауҙагәрҙәр илдә юлдарҙың бөтөнләй булмауын, юл тип һаналғандарының да үтеп сыҡҡыһыҙ икәнлеген билдәләй. Шулай ҙа улар егеүле транспорттың яҡшы эшләүен дә таный һәм дәүләт структураһы булған ям сабыу хеҙмәтенең уңышлы ойошторолоуын белдерә. Илдә шоссе юлдар һалыу 1817 йылда ғына башлана. Был эш бик яй бара. 1840 – 1860 йылдарҙа йыл һайын 266 саҡрым самаһы юл сафҡа индерелһә, 60-сы йылдарҙа был темп ике ярым тапҡырға кәмей. Шул арҡала 1860 – 1867 йылдарҙа яҡынса 105 саҡрым ғына юл һалына. Ә инде 1867 – 1876 йылдарҙа эштәр бөтөнләй туҡтап тора. Бары 1876 – 1883 йылдарҙа ғына йылына 15 саҡрым тирәһе юлды сафҡа индереү мөмкинлеге сыға. Был ваҡытҡа тиклем Рәсәйҙә бөтәһе ни бары 10 792 саҡрым ғына юл һалына, тик уларҙың да сифаты маҡтанырлыҡ булмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙе лә сабый кеүек– Ҡара әле, матурым, ҡулыңды мыяу тешләнеме?
– И-и-и, аҡыллым, ҡайһылай ҙурайып киткәнһең!
– Алһыуҙың тештәре күренгән! – тигән һүҙҙәр менән һәр көн кескәй дуҫтарын ҡаршылай ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 22 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шундай мәҙәк фекер бар: “Элек ҡиммәтле тимер ат кешенең күпме хеҙмәт хаҡы алып эшләгәнен күрһәтһә, хәҙер күпме бирәсәге барлығын сағылдыра”. Сикһеҙ йыһан киңлеге, унда барған үҙгәрештәр, көстәр ағымы һәм йәшәйеш ҡануны менән һәр саҡ ғәҙеллек идара итә, тиелә боронғо яҙмаларҙа. Аҡыл эйәләре уны тәҡдир тип йөрөтә. Тәҡдир һәм уның яҙмышыбыҙға тәьҫир итеүе хаҡында төрлө фекер-фараздар бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Йәшлек нисек тә үтә, ҡартлығың тыныс булһын”, – тип ҡабатларға ярата өлкәндәр. Ысынлап та, йәш, һау саҡта хәл итә алмаҫтай мәсьәләләр юҡ. Ә бына ғүмер үтә бара әүәл анһат ҡына күренгән ваҡ-төйәк эште башҡарыу ҙа көс талап итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 40 тапҡыр // Тотош уҡырға
Елкәндәр елдә һынала...Ҡатмарлы, буталсыҡ заманда йәшәйбеҙ. Тәбиғәттәге бығаса күрелмәгән бәлә-ҡаза, донъяның бөйөк державалары араһында ҡупҡан оло янъял, планетаның төрлө төбәгендә әленән-әле ҡабынған низағтар, хәрби бәрелештәр, бар кешенең ҡотон алған йоғошло, ят ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүе, халыҡтың ҙур тиҙлек менән байҙар һәм ярлылар ҡатламына айырыла барыуы, әҙәм балаларының бер-береһен күрә алмауы, әхлаҡһыҙлыҡ, наркомания, токсикомания, эскелек, фәхишәлек, наҙанлыҡ һәм эшһеҙлек кеүек кире күренештәр кешеләрҙе борсоу-хафаға һала, уларҙың йән тыныслығын юя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 112 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бәпембә”ле көләс балаларКүптән түгел Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында III “Бәпембә” республика балалар шиғриәте фестивале үтте. Унда йыл дауамында Интернет селтәрендә үҙҙәренең ижади оҫталыҡтарын күрһәткән балалар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуңғы йылдарҙа халыҡ үҙ нәҫел ебен, араһын барлауға айырыуса иғтибар бирә. Был эштең балалар араһында йәнле үтеүе айырыуса ҡыуаныслы. Быйыл да уҡыусылар Шәжәрә байрамына ентекле әҙерләнде. Мәртәбәле сараға Туймазы ҡалаһы һәм районы мәктәптәренән уҡытыусылары менән 12 уҡыусы, төбәктең “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары килде. Ҡаланың 4-се мәктәбе ҡурай моңо аҫтында ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 40 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 35 Алға
Бит башына