Йәнйегеткә йәнә йән өрөпБер йыл элек Йәнйегет халҡы тыуған төйәгенең ике быуатлыҡ оло байрамын билдәләгәйне. Быйыл улар йәнә ҙур ҡыуаныс кисерҙе: көҙ башында ауылда күркәм иман йорто асылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 24 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Мин бәләкәй саҡта яһиллығы, хатта ки әҙәпһеҙлеге менән дан алған бер инәй хәҙер аят-доға уҡып, дини мәжлестәрҙең уртаһында йөрөй. Ауыл халҡы хәйерҙе лә тап уға бирә. Ә минең был инәйгә күңелем тартмай, элекке холҡо иҫемдән сыҡмай...
Р. ҒАЙСИНА.
Белорет районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 45 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Был вәхшәтте Тарих онотмаһын...”2017 — тарихи даталарға бай йыл: Октябрь түңкәрелешенә һәм Башҡорт мәркәз шураһының Башҡортостандың ерле автономияһын иғлан итеүенә – 100, илдә золом ҡойоно ҡотора башлауға 80 йыл тула. Бер-береһе менән тығыҙ бәйле был оло сәйәси ваҡиғалар, ил халҡының яҙмышына шаҡтай йоғонто яһап, тарих тәгәрмәсен шул заман өсөн кәрәкле юҫыҡҡа бороп ебәрә.
1920 – 1950 йылдарҙа Рәсәйҙә йәйелдерелгән тиңдәшһеҙ репрессия тулҡыны тотош илде, һәр ҡаланы һәм ауылды ялмап ала. Халыҡ бәхете хаҡына социализмды нығытыу өсөн йәнен-тәнен аямаған бәғзе етәкселәр һәм зыялылар, йәнәһе лә, аҫтыртын рәүештә ил именлеген емерергә маташҡан. Нахаҡ ғәйеп тағып, тотош ил буйынса меңәрләгән ир-атты һәм гүзәл затты төрмәгә тығалар, һуңынан күптәрҙе һөргөнгә оҙаталар, кемдәрҙелер аталар. Шуныһы аяныслы: был сәйәси ташҡын иң аҡыллы, иң уҡымышлы, иң булдыҡлы шәхестәрҙең башына етә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 59 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көҙ...Гөлсимә ИШТАНОВА:
“Көҙ хушлашыу мәле түгел. Көҙ, мулдан бирнә әҙерләп, ҡыштың ап-аҡ мендәренә килен төшөрөргә йыйына. Алтын биҙәүестәр шуға тағыла, ауҙан селтәр шәлдәр бәйләнә, аҡ томандан ебәк күлдәк тегелә, емештәрҙән гәрәбәләй мәрйен шул байрамға арнап теҙелә... “
Ком: 0 // Уҡынылар: 30 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөнәреңә тоғролоҡ, фиҙакәрлек, профессионаллек – бөгөн оло залда тантаналы шарттарҙа бүләкләнеүселәрҙе ошо сифаттар берләштерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 41 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ташсы юна-юна оҫтара...Балта тотмаған башҡорт ир-егете юҡтыр ул. Һәр хәлдә ауылда һәр малай бәләкәйҙән ағас эше менән танышып үҫә. Борондан яҡшы таныш был кәсептәргә һуңғы осорҙа тимер сүкеү, таш эшкәртеү ҙә өҫтәлде. Мәҫәлән, һәр бер төбәктә семәрләп тимер ҡапҡалар яһауҙы, ә Белорет һәм Баймаҡ райондарында лемезит менән златолит кеүек ҡиммәтле, затлы таштарҙан әйбер етештереүҙе лә йүнсел милләттәштә­ребеҙ уңышлы атҡара. Һәм улар мул, етеш йәшәй ҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 98 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловтың башланғысы менән быйыл 16 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы прокуроры Андрей Назаров менән осрашыу булды. Унда туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу һәм өйрәнеү мәсьәләләре буйынса мәктәптәрҙә үткәрелгән прокурор тикшереүҙәренә ҡағылышлы фекер алышыу ойошторолдо. Был мәсьәләне Башҡортостандың ҡала һәм район прокурорҙары ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә күтәрергә ҡарар ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 85 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Совет ултырышы үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 63 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған көндә — бал ҡорттары менәнБашҡорт ир-азаматын атһыҙ, ҡурайһыҙ, ҡымыҙһыҙ күҙ алдына килтереп булмағандай, умартасылыҡтан айырып ҡарау ҙа мөмкин түгел. Ата-бабаларыбыҙҙың быуындан быуынға күсеп килгән кәсептәренә тоғролоҡ һаҡлап, уларҙың юлын дауам иткәндәрҙең береһе Хәйбулла тарафтарында йәшәй. Тәжрибәле умартасы Ислам Илбәков үҙе лә бал ҡорто кеүек эшләй: иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем нәҙекәйбилдәрҙе ҡарай, күс айыра, бал айырта. Яңыраҡ 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән Ислам Ҡәйүм улы тыуған көнөн үҙенең дуҫтары — бал ҡорттары янында ҡаршылаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 186 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҙаҡ йоҡлаһаң, уяныуы ауыр... Башҡортостан Республикаһы Конституция судының сираттағы ултырышы граждан Р. Х. Хафизовтың ялыуын ҡарауға арналды. Ул республиканың ер тураһындағы ҡануниәтендәге ҡайһы бер ҡағиҙәләр халыҡтың конституцион хоҡуҡтарын боҙа тип иҫәпләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 47 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 35 Алға
Бит башына