Һауаны йылытҡан өсөн түләйбеҙ...Баш ҡалала уҙғарылған XVII Рәсәй энергетика форумы бик эшлекле мөхиттә үтте. Унда илдең
23 төбәгенән энергетика һәм йылылыҡ тармағында эшләгән 120-нән ашыу компания ҡатнашып, “Башҡортостан энергетикаһы” халыҡ-ара һәм “Йылылыҡ менән тәьмин итеү. Электротехника. Кабель” XXIII махсуслашҡан күргәҙмәләрендә продукция һәм технологияларын тәҡдим итте. Уларҙың яртыһы Өфөлә тәүге тапҡыр, шул иҫәптән Вологда, Киров, Смоленск предприятиелары. Италия, Ирландия, АҠШ, Дания, Швеция, Ҡытай, Ҡаҙағстан кеүек илдәр ҙә ситтә ҡалманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 296 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” Башҡортостан менән осраштыҮткән йомала Өфөләге Конгресс-холда “Башҡортостан” гәзите сыға башлауға 100 йыл тулыуҙы билдәләгән кисәне, һис шикһеҙ, республикабыҙҙың милли мәҙәниәте тарихындағы күренекле ваҡиғаларҙың береһенә индерергә мөмкин. Сараға халыҡтың эркелеп килеүе, һуңлағандарҙың ҙур тамаша залында, балконда урын таба алмай йөрөүе үҙе үк шуны раҫлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 652 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәҙерле дуҫтар!
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективын, журналистика ветерандарын һәм уҡыусыларҙы баҫманың тәүге һаны донъя күреүгә 100 йыл тулыу айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Ком: 0 // Уҡынылар: 307 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына 100 йыл тулды. “Бөйөк Октябрь” атамаһы әле лә көнүҙәк, сөнки уны кешелек тарихындағы иң ҙур иҫтәлекле ваҡиғалар исемлегенән һис алып ташлап булмай. “Тор, уян, ләғнәт ителгән астар һәм ҡолдар донъяһы!” – революцияның гимны булған ошо “Интернационал” йырын һәр совет мәктәбендә беләләр һәм башҡаралар ине. Ышандыҡмы был саҡырыуға? Рәсәй шундай ҡыйырһытылғандар йәмғиәте булғанмы ни? Нисек ошо ваҡиғанан бер нисә йыл алда ғына подпольела булған большевиктар Ер шарындағы иң ҙур дәүләтте үҙ артынан эйәрткән? Бөйөк Октябрь революцияһы ул ҡаҙанышмы, фетнәме, социаль тәжрибәме, фажиғәме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 283 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бабич рухы йәшәй йәштәрҙәБерҙәмлек көнө алдынан 2015 – 2016 йылдарҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә ирешкән ҡаҙаныштары өсөн бер төркөм һәләтле йәштәргә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Наградаларҙы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 297 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иртәгә көндөҙгө сәғәт 3-тән Баш­ҡортостан Республикаһы Башлы­ғының матбуғат секретары — Мат­буғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт ида­ралығы начальнигы Ф.М. Йәғәфәров граждандарҙы ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 217 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡты нығытыуға ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса совет менән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советының киңәйтелгән ултырышы 4 ноябрҙә билдәләнелгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды. Ниндәй мәсьәләләр күтәрелде унда?
Ком: 0 // Уҡынылар: 261 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йондоҙ күҙле ҡыҙҙар, батыр рухлы егеттәрБелемгә, сағыу хыялдарға ынтылған, маҡсаттарына тоғро егет һәм ҡыҙҙар белем ала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында. Тырыштар, дәртлеләр һәм сәмлеләр. Әйҙәгеҙ, үҙҙәре менән яҡындан танышайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 367 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Төпһөҙ мискә”нең төбө күренәме?Хәтерегеҙҙә булһа, уҙған быуаттың 90-сы йылдары урталарында, унан һуң да ауыл хужалығына ҡарата шундай ҡараш йәшәне: русса әйткәндә – “черная дыра”, башҡортса – “төпһөҙ мискә”. Баҫыуҙың ни икәнен, фермаларҙың ишеге ҡайһы яҡтан асылғанын да белмәгән бәғзе бер иҡтисадсылар калькуляторҙа һандарҙы иҫәпләп, төймәләргә баҫып, “тигеҙ булалар” сығарҙылар ҙа ошондай һығымтаға килделәр: бәй, ситтән һатып алғаның арзаныраҡ бит! Ләкин иң мөһимен – илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген “оноттолар”. Ярай әле иҡтисади көрсөк, һуңынан килеп санкциялар уйланырға мәжбүр итте. “Ярай әле” тип әйтеүем шунан ғына, артабан да аҫҡа тәгәрәүҙән туҡтамайынса, үҙебеҙҙекен етештереүҙе тамам бөтөрөр инек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 206 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәмғиәтебеҙҙә күңелебеҙгә хуш килмәгән күренештәр ҙә бар. Улар беҙҙе борсоуға һала, уйландыра, мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итеү сараһын күрергә саҡыра. Нимә борсой беҙҙе? Ошо хаҡта уйланайыҡ әле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 242 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр яҡты көндә күңелде күтәрерҙәй шатлыҡтар, яңы эштәргә ҡанатландырырҙай ваҡиғалар, фәһем алырҙай яңылыҡтар булып тора. Ошо арала ҡыуандырған-һөйөндөргәндәрҙе барлап, олоһона ла, кесеһенә лә мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 154 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Еҙнәкәй”ҙә үҙебеҙҙе танырға була…Туймазы татар дәүләт драма театрында Хәбибулла Ибраһимов пьесаһы буйынса ҡуйылған “Еҙнәкәй” музыкаль комедияһының премьераһы булды. Тамаша ярлылыҡтан тамам туйған Ғиззәт исемле йәш егеттең эш эҙләп ҡалаға килеүе, кейәүгә сығыу хаҡында хыялланған бай ҡыҙҙарының ҡармағына эләгеүе һәм уның бик күп мажараларға тарыуы хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 192 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңғыҙҙы йығыуы еңелБөгөн ауыл халҡы мал, ҡош-ҡорт тота, йәшелсә-емеш үҫтерә, әммә күпселеге уны ҡайҙа сығарып һатырға йә тапшырырға белмәй. Был иһә эшһеҙлек хөкөм һөргән төпкөл халҡының тормошона еңеллек килтермәй, әлбиттә. Ҡайһы берәүҙәр ошо сәбәпле мал тотоуҙан ваз кисә. Күберәк тотоу мөмкинлектәре булғандары ла самалы ғына аҫрай. Ғөмүмән, ер кешеһен “етештергән аҙыҡ-түлекте ҡайҙа итергә?” тигән мәсьәлә борсой. Республика етәксеһе ауыл халҡына ярҙам итеүҙең бер юлын кооперация ойоштороуҙа күрә. Был хаҡта һөйләшеү быйыл май айында уҙғарылып, Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы ултырышында ҡаралғайны. Унда Башҡортостан Башлығы,
2017 йылға эштең төп йүнәлештәрен билдәләп, аныҡ бурыстар ҙа ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 222 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығының быйылғы 23 октябрендәге бойороғо менән Башҡортостандың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә инвестиция күләме 3,4 миллиард һум тәшкил иткән һәм 286 эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан ике объект индерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 185 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсе һабаҡ булды үткәндәр Кешенең шәхси мөлкәте гелән булған: тәүтормош осоронда — таш ҡоралы, йәшәр, ғаилә усағын һаҡлар өсөн — мәмерйәһе. Ер эшен үҙләштерә башлағас та биләмәһеҙ тормағандар. Хатта “крепостной хоҡуҡ’’ ваҡытында ла крәҫтиәндең “наделы”, өй ҡаралтыһы (һуңынан ғына күбеһе быларҙың бөтәһенән дә ҡолаҡ ҡаҡҡан) булған. Столыпин реформаһынан һуң крәҫтиәндәргә бөтөнләй юл асыла. Хәллерәктәр айырым ауыл (яңы ауыл, утар) төҙөү мөмкинлеге ала. Бушыраҡ, сәселмәй ятҡан ерҙәр үҙләштерелә башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 126 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына