Мөлкәт өсөн түләүҙең дә нескәлектәре барИманыбыҙ камил, фотоһүрәттәге йырсы Сәғиҙулла Байегет торлаҡ, транспорт йә ер һалымын ваҡытында түләйҙер. Законды күҙәткән һәр граждан шулай эшләйҙер ҙә. Шулай ҙа, ә һин 2016 йыл өсөн мөлкәт һалымын түләнеңме? Был бурысты ҡасанға тиклем башҡарып ҡуйырға кәрәклеген беләһеңме? Ә ваҡытында түләмәгәнгә күпме пеня өҫтәлгәнен, ташламаға хоҡуҡлы кешеләргә ниндәй документтар менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген?.. Гәзиттең бөгөнгө һанында ошо һәм һалымға ҡағылышлы башҡа бихисап һорауҙарға яуап табырға була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 350 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!1 сентябрҙән 2018 йылдың I ярты йыл­лығына матбуғатҡа яҙы­лыуҙың төп осоро бара. “Башҡортостан” гәзитенә хаҡтар түбәндәгесә:
Ком: 0 // Уҡынылар: 288 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тимер нисек ҡоросҡа әйләнә?Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре
буйынса совет менән Башҡортостан халыҡ­тары ассамблеяһы советының киңәйтелгән ултырышы уҙғарылыуы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған был сарала төрлө диндәрҙең һыйышып йәшәүенә, милли мәҙәниәттәргә һәм милләт-ара мөнәсәбәттәргә баһа бирелде, был өлкәләрҙә килеп тыуған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 359 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫке Боғаҙының яңы тарихыБүздәк районының Иҫке Боғаҙы ауылына юлланабыҙ. Кемдәр йәшәй икән был төбәктә, тип Интернет селтәрендәге мәғлүмәттәргә күҙ һалам. Арыҫлан ауыл Советы үҙәге. Сәрмәсән йылғаһы бассейны буйында урынлашҡан. 1906 йылда – 1290, 1920 йылда – 1284, 1939 йылда – 1043, 1959 йылда – 586, 1989 йылда – 496, 2002 йылда – 504, 2010 йылда 547 кеше иҫәпләнгән. Башҡорттар, татарҙар көн итә бында. ХVIII быуат башында Ҡазан даруғаһы Ҡаңны улысы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ҡәрҙәшлек килешеүе буйынса шул уҡ даруғаның Йәнәй улысы Боғаҙы ауылы башҡорттары нигеҙ һалған. 1738 йылда типтәрҙәр килеп урынлашҡан. Электән бында мәсет булған. Аллаға шөкөр, беҙ ауылға барып ингәндә лә манараһы балҡып ҡаршы алды. Тарихсылар Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡалмантаев, телсе ғалим Искәндәр Сәйетбатталов менән Иҫке Боғаҙы ауылы мәктәбе уҡыусылары, Ҡоролтай алдынғылары, уҡытыусылар менән осрашыуға барыуыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 202 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙ!”– Кешегә ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә. Ә ниңә һуң ошо ваҡытты тик үҙең теләгәнсә үткәреү мөмкин түгел? Бар нәмәнең самаһы, сиге бар, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын үтәргә бурыслыһың. Үҙең түгел, ә йәмғиәт өсөн йәшәргә тейешһең кеүек килеп сыға...

Р. МЕРӘҪОВ.
Салауат ҡалаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 278 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһөйәрлек йәйеБыйыл Белорет районында һис ҡасан күрелмәгәнсә бәрәкәтле йыл булды. Бәрәкәт тигәнем һис тә тәбиғәт шарттарына бәйле түгел, ә яҡташтарым күңелендә илһөйәрлек тойғоһо күтәрелеүендә.
Республикабыҙҙың һуңғы 250 йыллыҡ тарихына ғына күҙ һалғанда ла, Көньяҡ Уралдың башҡорттар йәшәгән тау-урманлы төбәгенең ярайһы ҙур өлөшөн хәҙерге Белорет районы (Тамъян-Ҡатай кантоны) биләгән. Бында тиҫтәләгән тау-металлургия үҙәктәре урынлаша. Уларҙы сеймал менән тәьмин итеү өсөн заводтар тирәләй йөҙәрләгән ауыл барлыҡҡа килә. Тиҫтәләгән мең кеше заводтарҙы сифатлы руда менән тәьмин итеү кәсебендә үҙ урынын таба, күптәр урман ҡырҡып, күмер үртәүгә йәлеп ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 237 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшлек тауҙар аҡтарырБашҡортостан йәштәре октябрь айында Сочиҙа үткән XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашып, республика йөҙөн лайыҡлы күрһәтеп ҡайтҡайны. Шул айҡанлы Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм алдынғы йәштәр менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 306 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бойҙай уңды – шул бәләСит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе сикләү айырыуса ауыл хужалығында үҙенең емештәрен бирә. Тиҫтәләрсә йылдарға ташлап ҡуйылған баҫыуҙар йәнләнә, сәсеүлектәр арта. Бығаса ҡайһы бер культураларҙы күпләп ситтән һатып алһаҡ, хәҙер үҙебеҙ экспортҡа оҙатабыҙ. Әммә был юҫыҡта яҡшы һөҙөмтәләрҙең дә мәшәҡәт тыуҙырыуы билдәле. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла игендең уңыуы ауыл эшсәндәре өсөн бер бәләгә әүерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 346 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ап-аҡ бесәй балаһын
Алып ҡайтты әсәйем.
Исем ҡуштым мин уға
“Аппағым” тиеп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 217 тапҡыр // Тотош уҡырға
ТирәкТышта ҡапыл көслө ел сыҡты, тора-бара көсәйгәндән-көсәйҙе, берсә һыҙғырғандай итте, берсә геүелдеген сығарҙы. Башын мендәргә терәп ойоп ятҡан Рәсимә әбей, урынынан йәштәрсә еңеллек менән ҡуҙғалып, бәләкәй баҡса яҡ тәҙрәгә ҡапланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 338 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбегә эш сәфәре барышында XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумында ҡатнашты. Уның пленар ултырышын Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев асты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 120 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сибайҙар цемент етештерәсәкРәсәй—Ҡытай дуҫлыҡ йәмғиәтенең 60 йыллығы айҡанлы ошо көндәрҙә Башҡортостан вәкилдәре ингән Рәсәй делегацияһының Ҡытайға сәфәре дауам итә. Беҙҙең төркөмгә Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, вице-премьер Илшат Тажетдинов етәкселек итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 272 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Умартасылыҡ тураһында”ғы республика законы проекты буйынса ҡарар ҡабул итергә ниәтләй. Унда башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән республикабыҙға индерелгән ҡорт күстәре һәм инә ҡорттар өсөн ветеринария саралары үткәреү маҡсатында карантин иғлан итеү күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 239 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урау-урау юлдар аша...Сәхнә биҙәгенә әүерелгән талант эйәләре күп районыбыҙҙа. Улар араһында көслө һәм яғымлы тауышы, гармунда уйнап, моңло итеп йырлауы менән һоҡландырған, һәр ролде тәжрибәле артистар кеүек оҫта башҡарған Тимерғәзим Усманов та бар. “Сатҡылар” халыҡ театрында шөғөлләнә ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 213 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өс дуҫ бәхет тураһында хыяллана. Тик уны һәр береһе үҙенсә аңлай. Тәүгеһе байлыҡта тип һанаһа, икенсеһе – талантта, өсөнсөһө ғаиләлә күрә.
Өлкәнәйгәс, дуҫтарға осрашыу насип була. “Байлыҡ туп­ланым, тик бәхет кисермәнем”, – тип көрһөнә беренсеһе. “Талантлы булдым, ләкин бәхет эҙләмәнем. Яңғыҙлыҡ­тан йонсоп китәм был донъянан”, – тип зарлана икенсеһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 162 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына