Яҡшы хеҙмәт яҡшы баһаланырға тейешБыйылғы миҙгел ер эшсәндәрен иркәләмәне. Тәүҙә бер туҡтауһыҙ ҡойма ямғырҙар йонсотһа, йәйге һалҡындар йәнә сабырлыҡҡа һынаны. Шулай ҙа ныҡышмалы хеҙмәт юғары күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам итте. Бураларға бөтәһе дүрт миллион тонна самаһы иген һалынды, 200 мең тонна көнбағыш, 1,5 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, бер миллион тонна бәрәңге йыйып алынды. Тап шуға ла Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө быйыл айырыуса йәнлелек менән үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 39 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы тарафынан ойошторолған матбуғат туры сиктәрендә Башҡортостанға килгән сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа “Медиа Мост Болгария”, Румынияның ТVR һәм Эквадорҙың VitoTVO телеканалы журналистары ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 16 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсүл Тайыповҡа ышаныс күрһәтелдеБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Рәсүл Тайыпов республиканың Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эшләү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 17 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күсей ауылы феномены“Ватандаш” журналы редакцияһы эргәһендә йыл башынан фәнни-ижтимағи форум эшләй башлағайны. Унда йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙе фәнни күҙлектән өйрәнеү маҡсат итеп ҡуйыла. Республикала экология мәсьәләләре, мәктәп менән уҡыу йорттары араһында белем биреүҙә бәйләнеш, Шүлгәнташ мәмерйәһенең киләсәге, башҡорт теленә арналған һөйләшеүҙәр ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 14 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ил терәге һәм биҙәге – йәштәрУлың булһа, илгә терәк, ҡыҙың булһа, илгә биҙәк, ти халыҡ. Үҙ ғаиләләрендә генә түгел, тыуып үҫкән ил-ерҙәрендә терәк һәм биҙәк булырҙай йәштәр заманыбыҙҙы йәмләй. Талғәт Юнысов менән Фатима Янбаева ла күптәргә өлгө булырлыҡ замандаштарыбыҙ рәтендә. Күптән түгел генә милли йолаларға ярашлы никах туйҙарын да үткәрҙе улар. Йәштәр менән яҡындан танышыу маҡсатында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 23 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Емеш тирер мәле ғүмерҙең”Ер шарында кешеләр бик күбәйгәс, уларҙың хис-тойғоһо сыуалышын күҙәтеп барыу ауырлашҡас, Аллаһы Тәғәлә яуызлыҡ менән яҡшылыҡты, матурлыҡ менән көнсөллөктө аңлатыр өсөн бәндәләренә һүҙ ҡөҙрәте тигән талант биргән һәм уның орлоҡтарын тупраҡҡа сәскән. Шунан шытып сыҡҡан емеште ауыҙ иткәндәр талантлы һүҙ оҫтаһы булып киткән. Бөгөн бик күптәребеҙ, шул иҫәптән һәләтле гүзәл заттарыбыҙ ошо серле емеште тәмләп ҡарағандай, ижад менән мәшғүл. Шундай илаһи заттар араһында ил инәһе йәшенә еткән ижади ҡомарлы әҙибә, башҡорт әҙәбиәтендә үҙе бер күркәм донъя, юйылмаҫ биҙәк, ошо рухи донъяға йәм, ырыҫ, ҡот биреүсе яҡты яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ Гөлсирә Ғиззәтуллинаның исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 15 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъяға ғашиҡ композиторШағирә һәм композитор, журналист һәм драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллинаның ижади тормошона бағышланған “Йырҙарымда – асылым” исемле тамаша гөрләп үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 17 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыра етештереүселәрҙе яңылыҡ көтәБашҡортостанда һыра етештергән предприятиеларҙың йоғонтоло булмаған һалымдарын юҡҡа сығарасаҡтар. Шул маҡсатта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары күптән түгелге пленар ултырышта “Ойошмалар мөлкәтенә һалым тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡабул итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 17 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәхмәт, йәйем!Быйыл эҫе йәй килеүен оҙаҡ һағынып көттөк. Май башынан яуа башлаған һыуыҡ ямғыр һөтайында туҡтар тип өмөтләндек, улай ҙа булмағас, ҡояш нурҙарын эҙләп, июль күгенән күҙҙе алманыҡ. Ниһайәт, ай уртаһынан инәлтеп кенә көндәр йылыға тартҡайны, урағай аҙағы беҙҙе тағы шатландырманы. Шуға “ҡыярым үҫмәне”, “помидорҙы туйғансы ашап булманы”, “картуф серене” тигән һүҙ көҙ байында ла халыҡ теленән төшмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 21 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙ үҙгәрештәрҙе көтмәйбеҙ, уны үҙебеҙ яһайбыҙ”Инде ике йыл рәттән ошондай саҡырыуға таянып эшләй Башҡортостандың йәш депутаттар ассоциацияһы. Төбәктең йәш депутаттар советы бынан ике йыл элек урындағы үҙидараны үҫтереү һәм йәш депутаттарҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, интеллектуаль һәм ойоштороу ресурстарын бергә туплау маҡсатында булдырыла. Әле Ассоциация 1300-ҙән ашыу йәш депутатты берләштерә, урындағы бүлексәләре һәр муниципаль берәмектә эшләй. Ойошма республикала иҡтисади, социаль һәм ижтимағи үҫеш процесының сифат кимәлен үҫтереү, дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм әүҙем йәштәрҙе тәрбиәләү кеүек өҫтөнлөклө маҡсаттар ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 40 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына