Сират “электрон”ға әйләндеСтәрлетамаҡта 3-сө почта бүлексәһе туғыҙ ай дауам иткән ремонт эштәренән һуң ҡабаттан үҙенең ишектәрен асты. Хәҙер унда халыҡты заманса шарттарҙа хеҙмәтләндерәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 156 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Сик булһа ла карталарҙа, Күңелдә булмаһын сик...”Бүре

Тыумыштан уҡ азат, батыр бүре,
Ҡуш йөрәкле була балаһы.
Ҡара урман – төйәк иткән ере,
Туҡ ҡылғанлы иркен далаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 118 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аманатлы ағайҙарымБынан утыҙ йыл самаһы элек башҡа бик күп тиҫтерҙәрем, ул ваҡыттағы йәш хәбәрселәр кеүек мин дә “Пионер” журналына тәүге шиғырҙарымды, мәҡәләләремде ебәрә башланым. Унда бик ихлас ағайҙар эшләй ине. Тәүге танышҡан кешем яҙыусы, журналист Венер ағай Йәнбәков булды. Ошо хаҡта ваҡытлы матбуғатта ла яҙғайным. Торараҡ тағы ла бер бала күңелле, октябряттарҙы, пионерҙарҙы үҙ тиҫтерҙәре кеүек яҡын күреп аралашҡан һәм әңгәмәләшкән икенсе ағай менән таныштым – шағир, журналист Әхмәҙин Әфтәх ине ул. Был ваҡытта яратҡан журналыбыҙҙың исеме “Аманат” тип үҙгәртелгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 232 тапҡыр // Тотош уҡырға
#UfaForum – йәштәр өсөн!Ниһайәт, ҡыштың тәүге көндәрендә – 1–3 декабрҙә – йәштәрҙең #UfaForum-2017 сараһы ойоштороласаҡ. Баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холл бинаһы майҙансыҡтарында үтәсәк ҙур күләмле был проектҡа әҙерлек тулы көс менән бара. Икенсе тапҡыр үткәрелгән әһәмиәтле сарала быйыл да яңы һәм ҡыҙыҡлы йүнәлештәр буласаҡ.
Нимә ул #UfaForum? Ябай ғына итеп әйткәндә, ул – республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән йәштәрҙең үҙенсәлекле аралашыу майҙансығы. Быйыл форум 700-ҙән артыҡ 18 – 35 йәшлек йәштәрҙе йыймаҡсы. Сарала ҡатнашыусылар бизнес, PR маркетинг, мәғариф, социаль медиа, финанс менән идара итеү, продюсерлыҡ һәм башҡа өлкәләрҙә белем туплаясаҡ. Форумда Рәсәйҙең билдәле эксперттары спикер булараҡ сығыш яһаясаҡ.
Йәштәргә генә түгел, тотош йәмғиәтебеҙ өсөн ҡыҙыҡлы булыр үҙенсәлекле форматтағы сара менән танышыу маҡсатында уны ойоштороу директоры Әлфир Илбахтин менән әңгәмәләштек.
Әйткәндәй, Әлфир үҙе күп кенә милләттәштәребеҙ йәшәгән Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһынан. Бер нисә йыл Силәбе башҡорт йәштәре иттифағын етәкләгәндән һуң егет бөгөн Өфөлә төрлө әүҙем йәштәр ойошмалары менән берлектә #UfaForum йәштәрҙең белем алыу форумын ойоштороу менән мәшғүл.
Ком: 0 // Уҡынылар: 148 тапҡыр // Тотош уҡырға
Владимир КУЛИКОВ: “Стәрлетамаҡ – үҫеш юлындаБыйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яуланы. Мәртәбәле баһа – муниципалитеттың тормош көҙгөһө. Ҡала һуңғы арала төрлө кимәлдәге адреслы программалар ярҙамында йылдам үҫешә. Тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Владимир КУЛИКОВ менән әңгәмәләштек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 261 тапҡыр // Тотош уҡырға
МөғәллимЯҙмышты кеше үҙе һайлай, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, билдәләнгән тәҡдирме, тормошта үҙең һайлаған юлмы – иңдәреңдәге йөгөңдө һынмай, намыҫ менән күтәреп барыуың шарт. Бигерәк тә өлөшөңә йәш быуын, киләсәк өсөн яуаплылыҡ яҙған икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 397 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшләй генә күр…Иҡтисади көрсөк еҫе аңҡый башлағас, бизнес өлкәһендә тир түккәндәр һағайып ҡалғайны. Хәүефләнеү юҡҡа булманы, күптәр эштәрен ябырға, ҡыҫырға йә булмаһа икенсе йүнәлешкә күсерергә мәжбүр булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 108 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сирләгән кешенең, бигерәк тә кескәйҙәрҙең һауығыуы, һис шикһеҙ, дарыу ашауға, укол һалыуға ғына ҡайтып ҡалмай, уратып алған мөхиткә лә, шарттарға ла бәйле. Был хәҡиҡәткә Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһында ремонт эштәре барышы менән танышҡанда инандыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 148 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡорт хан”ды уҡығыҙХалыҡ әйтеүенсә, ил етәксеһе – һауыт, ә халҡы – уның һыуы... Ошо һыуҙың ниндәй булыуы, ниндәй формала һаҡланыуы тик һауыттан ғына тора. Тимәк, халыҡҡа етәкселек иткәндәрҙең кемлеге билдәләй ҙә инде тотош милләтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 27 ноябрҙә башланып 3 декабргә тиклем
дауам иткән граждандарҙы күләмле ҡабул итеү аҙналығында ҡатнаша. Сара барышында республика халҡы бөтә кимәлдәге парламентарийҙарға, башҡарма дәүләт власы
органдары һәм урындағы үҙидара вәкилдәренә мөрәжәғәт итә ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына