Белә тороп бәләгә тарымағыҙКредит ставкалары апаруҡ түбәнәйгәс, ипотека юллап, ҙурыраҡ фатир һатып алам тип йөрөгән танышым менән һөйләшергә тура килгәйне. Шәхси эшҡыуарға бил бөккән, ярайһы уҡ яҡшы эш хаҡы алған уҙаман мохтажлыҡ кисермәй, торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ла хәленән килә. Мәгәр тормош беҙ уйлағанса ғына бармай шул: мөрәжәғәт иткән барлыҡ банктар уға кредит биреүҙән баш тартҡан. Сәбәбе ябай: танышымдың рәсми эш хаҡы бик түбән, уның шаҡтай өлөшөн ул конвертта ғына ала. Ә банктар, белеүебеҙсә, рәсми ҡағыҙҙар менән генә эшләй...
Ком: 0 // Уҡынылар: 91 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бабич урамынан китеп бара инем!..Яңыраҡ Өфө депутаттары баш ҡала урамдары, скверҙары һәм башҡа адреслы урындарҙың атамаларына конкурс положениеһын раҫланы. Ундан ашыу атама вариантын тәҡдим итергә мөмкин. Фекерҙәр 6 декабргә тиклем ҡабул ителә (gorsovet@ufacity.info). Шуға күрә, хөрмәтле милләттәштәр, ҡыйыуыраҡ һәм әүҙемерәк булайыҡ. Аҙаҡ ризаһыҙлыҡ белдергәнсе, әле ризалыҡ менән яңы фекер әйтәйек. Мәҫәлән, билдәле фольклорсы, ғалим Әхмәт Сөләймәнов ғүмере буйы мәркәзебеҙҙә йәшәне, ижад итте. Ниңә, мәҫәлән, уның исемен бирмәҫкә урамдарҙың береһенә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 812 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуҫлыҡты яңыртырға ҡарар ителдеГерманияның Галле ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтте. Ул Өфө менән Галле ҡалаларының туғандарса мөнәсәбәте урынлаштырылыуға 20 йыл тулыуға арналды. Байрам саралары шулай уҡ Дрезден һәм Лейпциг ҡалаларында ла ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 86 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йырлы-моңло, иманлы...[b]Тал бишекле, бал бишекле төбәк,
Әсәйле яҡ, һиңә табынам.
Инәйҙәрең, бәпкәләрең менән,
Тыуған яғым, һине һағынам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 70 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Рәсәй радиоһы — Башҡортостан” компанияһына биргән интервьюһында ошондай фекер белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 83 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Федерация Советы ҡарамағындағы Урындағы үҙидара советы ултырышында ҡатнашты. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу ултырыштың темаһы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 67 тапҡыр // Тотош уҡырға
Министр ҙа диктант яҙҙы Башҡортостан халҡы “Географик диктант-2017” халыҡ-ара мәғариф акцияһына ҡушылды. Географик диктант яҙырға теләүселәр өсөн 26 илдә 2,3 меңдән ашыу майҙансыҡ эшләне. Республикала 207 майҙансыҡ теркәлде. Республика майҙансыҡтар һаны буйынса ил төбәктәре араһында алдынғылар рәтенә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 56 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дала рухы кемде һуғармаған, Дала моңо кемде имләмәҫ!Ғәжәйеп төбәктә йәшәүебеҙҙе әленән-әле ҡабатлап торһаҡ та, Башҡортостандың мөғжизәле ер икәнлеген тулыһынса аңлап та бөтмәйбеҙҙер, күрәһең, тинем Хәйбулла районына аяҡ баҫҡас. Был яҡтарҙа булғаным бар минең, тик эш унда түгел. Ана шул барған һайын яңы йөҙөн аса, үҙен яңыса таныта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 857 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иген уңды ла ул...Рәсәйҙә быйыл тарихта күренмәгәнсә мул уңыш йыйып алынды. Йәй миҙгеле ҡырыҫыраҡ башланһа ла, бойондороҡһоҙ эксперттар иген күп буласағы хаҡында әйтеп ҡуйғайны. Хатта донъяла игенгә бәйле ваҡиғаларҙы яҡшы күҙәтеп барған АҠШ-тың ауыл хужалығы хеҙмәте лә Рәсәйҙә уңыштың яҡшы көтөлөүенә шикләнмәне. Бына һөҙөмтә билдәле: дәүләт бураларына 133 миллион тонна иген һалынды. Шуның 81 миллион тоннаһы – бойҙай (былтыр 73 миллион тонна булған).
Ком: 0 // Уҡынылар: 67 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт теленең бөгөнгө торошо бөтә йәмғиәтте борсоған мәсьәләләрҙең береһе булыуы бәхәсһеҙ. Телде һаҡлап ҡалыу, уны артабан үҫтереү тураһында уйлағанда, иң беренсе ябай халыҡ теле һәм һөйләше, йәғни диалекттары, уның үҙенсәлектәре лә мөһим урын биләй. Ошо йүнәлештә фекер йөрөткәндә, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының II курс студенттары диалектология практикаһына юл тотто. Матур йолаға әүерелгән был сарала, ғәҙәттәгесә, курсташтарым Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарына юлланды. Беҙгә, башҡорт филология факультетының 203-сө төркөмөнә, Илеш районына барыу мөмкинлеге тыуҙы. Теоретик планда белем алған студенттар был практикаға етди ҡараны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 36 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына