Рәсәйҙең Транспорт министрлығы илдең транспорт тармағын үҫтереү йәһәтенән ғәжәп программа ҡабул итте. Унда авиацияға ла етди урын бирелә. Был транспорт төрө ҡаҙнаға күп миллиард һум табыш килтерәсәк тип күҙаллана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 157 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сентябрь аҙаҡтарында Ҡытай Европаға ике яңы тимер юл маршрутын асты. Улар Рәсәй биләмәһе аша үтә. Шулай итеп, Рәсәй мөһим транзит дәүләте булараҡ билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 133 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй донъяла үҙенең ағасҡа байлығы менән дан тота. Мәҫәлән, Алыҫ Көнсығышта ағас запасы 21 миллиард кубометр тәшкил итә, был Азия–Тымыҡ океан төбәге илдәрендәге барлыҡ ағастың 51 проценты тигән һүҙ. Шулай ҙа беҙҙәге байлыҡ йыш ҡына әрәм-шәрәм ителә. Һөҙөмтәлә ил шаҡтай аҡсаһын юғалта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 122 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Хөкүмәте алмас сығарыу тармағына етди ярҙам итергә булды. Сәбәбе лә бар: даны таралған “Мир” руднигындағы ҙур авария етәкселәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Үҙ дәүерендә “Мир” Рәсәй тарихында иң күп аҫылташ биргән йомарт ҡатламдың береһе ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 172 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сер түгел: бөгөн ғаиләһен ҡарар өсөн бер нисә урында тир түгеп тә осон-осҡа ялғап йәшәгәндәр бихисап. Хеҙмәт биржаларында тәҡдим ителгән вакансияларҙың да эш хаҡы 7– 10 мең һумдан артмай. Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге аналитик үҙәк илдә 12 миллион граждандың эшләп йөрөп тә хәйерселек сигендә көн күреүен билдәләгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 129 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сыуаш ерендә – башҡорт телеБашҡортостан Республикаһы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы ижади сәфәр менән Шупашкар (Чебоксары) ҡалаһына барып ҡайтты.
Йәштәр театры II төбәк-ара милли йәштәр һәм йәш тамашасылар театрҙарының “Тылсымлы палитра” исемендәге фестивалендә ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 139 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тропик һәм субтропик емеш-еләктәре Рәсәйгә тулыһынса тиерлек ситтән килтерелә. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа хәл үҙгәрә башланы. Мәҫәлән, быйыл Дағстандың ауыл эшсәндәре хөрмәнән мул уңыш көтә. Ул былтырғынан 25 процентҡа күберәк булмаҡсы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Медицина молибдены етештереү буйынса Рәсәй донъяла иң ҡеүәтле илдәрҙең береһенә әүерелде. Ульяновск өлкәһенең Димитровград атом реакторҙары ғилми-тикшеренеү институтында уникаль эшкә тотондолар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 183 тапҡыр // Тотош уҡырға
Албан менән башҡорт араһында ниндәй айырма бар?Сәфәр тибеҙ... Сәйәхәттәр... Мажаралар, ҡыҙыҡ тормош, тәьҫораттар. Ситтән ҡараһаң, матур һәм аңлайышлы кеүек. Уңайлы мөхитте ҡалдырып, юлға сыҡҡан мосафирҙарҙың йыраҡта нимә эҙләп йөрөүен ҡайһы бер кеше төшөнөп тә етмәйҙер. Ә яуабы ябай: үҙе килгән яңы урынды ситтән күҙәтеү. Сәфәр ҡылған кешенең тормошҡа ҡарашы үҙгәрештәр кисерә. Һәм гелән яҡшы яҡҡа тип әйтһәм, яңылышмаҫмын. Хатта ғалимдар ҙа был хаҡта ғилми тикшеренеүҙәр үткәреп, дәлилдәре менән күптән бүлешкән. Ысынында, сит-ят ер танығанда күп серҙәр асыла һәм, тәжрибә аша аң даирәһен киңәйтеп, зиһендәрен арттырып ҡайта үҙ йортона һәр сәйәхәтсе. Алты һанына ике яҡтан ҡараған кешеләрҙең икенсеһе туғыҙ һанын күрә һәм был осраҡта уларҙың икеһе лә хаҡлы. Тормошта ла шул уҡ хәл – һәр күренеште бер нисә яҡтан баһаларға була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 328 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өфө һөйләй!”Бынан 90 йыл элек – 1927 йылдың 7 ноябрендә – Башҡортостандың репродуктор урынлаштырылған төрлө майҙандарында, клубтарында, китапханаларында тәүге тапҡыр “Алло, алло! Өфө һөйләй!” тигән һүҙҙәр яңғырай. Ул заманда был ҙур ваҡиға була: халыҡ майҙандарға йыйылып тыңлай, фекере менән уртаҡлаша. Эйе, ул саҡта радио мөғжизә кеүек ҡабул ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 166 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына