ӘСӘЙБөгөн, әсәй, һине төштә күрҙем:
Һағыш баҫҡан ине йөҙөңдө,
Сумған инең уйҙар даръяһына,
Тәҙрәгә текләп күҙеңде.

Әллә, әсәй, сырхап тораһыңмы,
Бошоп тора мәллә эскәйең?
Йыуатырға һине ниндәй генә
Һүҙ табырға икән, әсәйем?!

Һағышыңды һыпырып алыр инем
Сал сәсеңде һыйпап, ҡулыңды...
Араларҙа саҡрымдар ята, –
Тауҙар юлы арбай улыңды.

Тормош, гүйә, ошо тауҙар кеүек:
Әйләнһәң дә ҡая ҡошона,
Хәүефтәрҙән ҡурсып, уттар йотоп,
Һинең өсөн әсә бошона.

Ирҙәр алмаҫ үрҙәр юҡ донъяла, –
Тейгәндә лә башың болотҡа,
Моңһоу күҙен тәҙрәгә төбәп,
Әсәй көткәнлеген онотма!

Бөгөн, әсәй,
һине төштә күрҙем...

Салауат ӘБҮЗӘР.
Ком: 0 // Уҡынылар: 836 тапҡыр // Тотош уҡырға
ҡот­лайбыҙ!Өфө ҡалаһында йә­шә­гән “Башторгсервис” сауҙа-етеш­тереү фир­маһы директоры Рөс­тәм Мөхәмәт улы Сә­хәбетдиновты тыуған көнө менән ихлас кү­ңелдән ҡот­лайбыҙ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 275 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәбәрҙәр һандығы улБөгөнгө “Башҡортостан” гәзитенең иң өлкән ағаһының – “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире”нең беренсе һаны 1917 йылдың 14 июнен­дә Ырымбурҙа донъя күрә. Уны ойоштороусы ла, тәүге мөхәррире лә, хәбәр һәм мәҡәләләрҙе баҫырға әҙерләүсе лә, финанс мәсьәләләрен хәл итеүсе лә – ул саҡта 37 йәшлек ир-ат Сәғит Мерәҫов. Сәғиттең иң яратҡан һүҙе, әйтем дәрәжәһенә күтәрелгән талабы: “Гәзит хәбәрҙән башлана һәм хәбәр менән ябыла”, – була.
Бына ошо төп принцип 100 йыл дауамында һаҡлана килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 231 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир бәхете ниҙәр менән үлсәнә?Ҡарлымандың ҡарлы яландары
Ҡараш етмәҫ ергә һуҙылған.
Ҡарлы-боҙло юлдар тапай-тапай
Ярты быуат ғүмер уҙылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 216 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм ХӘМИТОВ:Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡын Әсә көнө менән ҡотланы. Байрам сараһы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте. Унда VIII “Эшләгән әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие” республика конкурсында еңеүселәргә дипломдар тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 201 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ере барҙы ер тартыр, ер тартмаһа – тел тартырБашҡорт халҡы тарихта үҙенең урынын, йәшәгән Ер-һыуын биләү, үҙ теле, асылы, динендә йәшәү, Хаҡын хаҡ итеп танытыу өсөн тыуа-тыуғаны, була-булғаны буйы көрәшә. Был хоҡуҡ иһә башҡорттоң иң гүзәл Ерҙә ырыҫлы йәшәү шарты булып әлмисаҡтан бирелгән. Оһолдарын оло уй, маҡсат менән туҡтауһыҙ камиллаштырһын, йөрәген таҙа тотһон тип, Аллаһ Тәғәлә башҡортҡа Баш тигәнгә бәйле Исем биргән, тик өҙлөкһөҙ хәрәкәт кенә бәрәкәт булырын, Яҡшылыҡ эшләп кенә уңырын белеп, уға уны закон итеп Урал ғәләйһиссәләм аша төшөргән. Беҙ һәр саҡ һынау һәм һынауҙан яңырыуға күсеп үҫештә торған, лайыҡлылыҡты раҫларға тейешле өммәт. Сөнки Тәңре бүләге – Тел, ә бар төрки халҡы аңлай һәм һоҡлана торған мәшһүр Телгә, йәннәттәй Ергә, гүзәлдән-гүзәл Илгә лайыҡ булыу кәрәк. Һәм беҙ лайыҡлы!
Ком: 0 // Уҡынылар: 215 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәләргә хөрмәт йөҙөнәнӘсә көнө – Ер йөҙөндәге иң изге кешеләребеҙгә арналған халыҡ-ара байрам ул. Был көндө әсәләрҙе, йөклө ҡатындарҙы ҡотлайҙар. Төрлө илдәрҙә ул төрлө датаға тура килә. Украинала, Эстонияла, АҠШ-та, Мальтала, Кипрҙа, Данияла, Финляндияла, Германияла, Италияла, Төркиәлә, Австралияла, Японияла, Белгияла, Бразилияла Әсә көнө май айының икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 264 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөнгө һүҙем Айыуһаҙы ауылында йәшәгән биш бала әсәһе, хаҡлы ялдағы әүҙем йәмәғәтсе Хәмиҙә Исмәғил ҡыҙы Хөснөтдинова тураһында булыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 325 тапҡыр // Тотош уҡырға
· Әгәр Аллаһ һеҙгә балалар бирһә, уларҙы иғтибар менән тәр­биәләгеҙ. Яҡшылыҡ һәм әҙәп ҡағиҙәләрен өйрәтеп, күркәмлек­кә ғәҙәтләндерегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 260 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан мосол­манда­ры­ның Диниә назараты рәйесе мөф­төй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘ­ТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ком: 0 // Уҡынылар: 220 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына