Төп этәргес көсөбөҙ – хеҙмәт һәм аҡыл ресурстарыБишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ҡырҡ етенсе ултырышы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республика парламентына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән башланып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 108 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәктәрҙе өттө “Йөрәк һүҙе”Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә етә, ти халыҡ. Ә бына Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткән “Йөрәк һүҙе” бәйгеһе йөрәктәргә үтеп кенә ҡалманы, йөрәктәрҙе өтөп алды. Нисек инде өтмәһен! Халҡыбыҙҙың ялҡынлы һүҙ оҫталары, күкрәгендә милли рух усағы дөрләгән шағирҙары күтәрелде бит сәхнәгә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 246 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юлъяҡшиндың һағышы – һауаларҙа бөркөт ҡағышыЭлвин Грей – Радик Юлъяҡшиндың Татарстандағы Саба районы Байҙар Сабаһы ҡасабаһының клубында афишаһы эленеү менән, касса янында оҙон сират барлыҡҡа килде. Бындай хәлде ауылда күптән күргәндәре юҡ ине әле. Элек Советтар заманында танылған йырсылар килгәндә йә булмаһа Һиндостан киноһы буласағын белдереп афиша эленгәндә генә ошондай сират була торғайны. Шулай итеп, күҙ асып йомғансы билеттар таралып та бөттө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешеләр мәнфәғәте нисек яҡлана?Башҡортостан – үҙенсәлекле төбәк. Уның тәбиғәтенән һәм халыҡтың көнитмешенән сығып ҡына ла шулай әйтергә мөмкин. Ҡайҙалыр уңғандар сәсеүгә төшкәндә, икенсе яҡта баҫыуҙа һаман да ҡар ята. Мәҫәлән, республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондары халҡы ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында йәшәй. Шуны күҙ уңында тотоп һәм уларҙың тормош сифатын тағы ла яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте 2011 йылда Төньяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади йәһәттән урта сроклы комплекслы үҫтереү программаһын ҡабул итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 102 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лилиә яулаған уңыштарСәхнәлә берсә аҡҡоштай талпынып, берсә ойоҫҡота баҫып бейегән Лилиә Мөхөтдинованы күргән тамашасы уның эшҡыуар икәнлегенә һис тә ышанмаҫ. 2016 йылда “Әбйәлил биҙәктәре” фольклор ансамблендә сығыш яһап, нәзәкәтле ханым “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсының Гран-прийына лайыҡ була. Оҙаҡ йылдар Әбйәлил районының “Йәшлек” халыҡ бейеү ансамблендә сығыш яһай, республика данын Германияла күрһәтеү өсөн коллектив менән сит илгә сыға. Бөгөн Лилиә Зәбир ҡыҙы – районда малсылыҡ тармағы буйынса киң үҫеш алған эшҡыуарҙарҙың береһе, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 51 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыуаттар – һыулы, Бикештә мәктәп ремонтландыРайонда бер нисә йыл уңышлы тормошҡа ашырылып килгән социаль проекттар араһында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ауыл халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Йылдар дауамында халыҡ үҙе был эштәрҙең теүәл үтәлеүенә шаһит һәм әле үк алдағы йылда программала ҡатнашыу өсөн тауыш бирә ала. Быйыл районда 19 проект тәҡдим ителеп, шуның 13-ө еңеп сығып, 9 миллиондан ашыу аҡсаға төрлө эш башҡарылған. Бөгөн район буйынса 11 ауыл биләмәһе – Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Темәс, Аҡморон, Түбә, Урғаҙа, Ҡуянтау, Йомаш, Төркмән, Иҫке Сибай ауылдары документ эштәрен яйға һалырға тотонған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 51 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелкәйем алйыу-алйыу,
Әллә һин алйыттыңмы?
Ирендәреңдән үпкәндә
Ут, әллә бал йоттоммо?
Ком: 0 // Уҡынылар: 35 тапҡыр // Тотош уҡырға
2011 йылғы йыйындан һуң ҡабул ителгән Концепция һәм Устав буйынса бик күп эш башҡарылды. Республиканың рухи, мәҙәни, әхлаҡи йөҙөн сағыу билдәләгән көслө система, тупланған егәрле иләү, күп тармаҡлы мәктәп ул Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте бөгөн. Ете йыл тиерлек рәйес булыуымдан һуң мин идара ағзаларына, райондарҙағы филиалдарыбыҙ етәкселәренә, һәммәһенә халыҡтың оло рәхмәтен, шәхси изге теләктәремде әйтә алам! Артабан да Һомай доғаһы беҙгә көс, нур бирһен!
Ком: 0 // Уҡынылар: 20 тапҡыр // Тотош уҡырға
БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте эшендә ҡатнашыуыма байтаҡ булып китте. Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтова алып барған тәүге ойошоу йыйылыштары ла, хөрмәтле етәксебеҙҙең хушлашыу өсөн саҡырған һуңғы ултырышы ла һәм шунда: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте йәшәргә тейеш”, – тигән һүҙҙәре лә хәтерҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
XX быуатта, революциянан һуң, илдә барған боролош йылдарында ил яҙмышын үҙ яҙмышы менән бәйләп, ул ваҡыттағы наҙан халҡыбыҙҙы, бигерәк тә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын алға, белемгә әйҙәүсе, яҡтыға саҡырыусы апайым Хәлимә Абдулла ҡыҙы Ҡорбанаева (Бейешева) тураһында әйтер һүҙем. Ҡыҙ балаларҙы бергә уҡытыуҙы үҙ мәҙрәсәләренә индергән ул һәм география, арифметика белемен биреүҙе үҙ уҡытыу ысулында ҡуллана. Шул арҡала иҫке ҡарашлы кешеләр менән уға күп көрәшергә тура килә. Хәлимә апай халҡын яҡтыға саҡыра һәм, атаһы кеүек, үҙ яҙмышын мәғарифҡа бағышлай. Тормошоноң төп маҡсатын ул үҙ халҡының балаларына ныҡлы белем биреүҙә һәм көслө милли рух тәрбиәләүҙә күрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына